КӨҘӘН ЙӘБЕШЕҮ
КӨҘРӘЛӘТТЕРЕҮ (көҙрәләттер-) ҡ. диал. йөкм. ҡар. көҙрәләтеү. понуд. от көҙрә-ләтеү. Сәс көҙрәләттереу. Туйға тиклем сәс көҙрәләттереугә сиратҡа яҙылырға кәрәк.
КӨҘРӘЛӘҮ (көҙрәлә-) ҡ. диал. ҡар. бөҙрәләү. Сәс көҙрәләу. ■ Сәс көҙрәләуҙец төрлө яцы ысулдарын уйлап таба мастерҙар, оҫталыҡ сәғәттәрендә эшләп тә курһәтәләр. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2010.
КӨҘӘЛӘҮI (көҙәл-) (Р.: укорачиваться; И.: shorten; T.: kısalmak) ҡ. диал.
Элекке үлсәмдән ҡыҫҡарыу, бәләкәйләнеү. □ Укорачиваться. Койроғо көҙәләгән. Ялы көҙәләгән. ■ Һыбай яҡынлашты. Ул ялы тайҙыҡы кеуек итеп көҙәләгән бурыл байталға атланғайны. Картотека фондынан.
КӨҘӘЛӘҮ II (көҙәлә-) (Р: обрезать гривы и хвосты; И.: cut off; clip colts’ tails; T.: kesmek (yele ve kuyruğu) ҡ. диал.
Яҙ көнө тай-тулаҡтың ял-ҡойроғон ҡыҫҡартып ҡырҡыу. □ Обрезать гривы и хвосты у стригунов (весной). Ял көҙәләу. Тай ҡойроғон көҙәләу. И Иц алда бер сафҡа теҙелешеп, бер төркөм йәш-елкенсәк ҡыҙҙар килә, улар ял-ҡойроғо көҙәләгән эйәрле ҡара кук атты етәкләп киләләр ине. Картотека фондынан.
КӨҘӘМ и. диал. ҡар. көҙгө йөн. Көҙәм тетеу. Көҙәм йәйеу. Көҙәм йыуыу. ■ һикегә аҡ һарыҡтыц көҙәменән баҫылған кейеҙ ту-шәлгән. Р. Камал.
КӨҘӘН I (Р: хорёк; И.: polecat; T.: kokarca) и. зоол.
1. Һуҫарҙар ғаиләһенә ҡараған йомшаҡ оҙон йөнлө, затлы тиреле ҙур булмаған йыртҡыс йәнлек. □ Хорёк. / Хорьковый (лат. Mustelaputonus). Көҙән тотоу. Аҡ көҙән тиреһе. Кара көҙән тиреһе. Көҙән быуған. Көҙән бурек. ■ Шәшке тиреһе көҙән тиреһенә ҡарағанда ҡыйбатыраҡ. Башҡортостан тәбиғәте календарынан. Тейенгә, аҫҡа, шәшкегә, һары шәшкегә, көҙәнгә һәм төлкөгә һунар беҙҙец республикала 15 февралгә тиклем рөхсәт ителә. Башҡортса календарҙан.
КӨҘӘН II (Р: лекарственное растение; И.: herb species; T: bir cins şifalı bitki) и. бот. диал.
Шифалы үлән төрө. □ Лекарственное растение.
КӨҘӘН III (Р: название одного из родовых подразделений юрматинских башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы башҡорттарының бер араһы.
□ Название одного из родовых подразделений юрматинских башкир. Көҙән башҡорто. Көҙән ырыуынан. Көҙәндәр килгән.
КӨҘӘН IV и. диал. ҡар. көҙләүес. ■ Көҙән бәрәс сирләшкә булды. Экспедиция материалдарынан.
КӨҘӘН V (Р: судорога; И.: cramp, convulsion; T.: kasınç) и.
һыуыҡтан, берәй сирҙән һ. б. үҙенән-үҙе мускулдар (ҡул-аяҡ, тән һ. б.) тартышыу.
□ Судорога, конвульсия. Көҙән менән яфалана. ■ Көҙән менән ауырымайым тиһәц, һаҡланырға кәрәк: йылы кейенергә, бигерәк тә аяҡты өшөтмәҫкә. Интернет селтәренән.
КӨҘӘН ЙЫЙЫРЫУ (көҙән йыйыр-) (Р: сводить судорогой; И.: cramp, convulse; T: kramp girmek, kasılmak) ҡ.
Ҡорошҡаҡ тотоу, көҙән тартыу. □ Сводить судорогой, корчить. ■ Сәғиҙә хатты йән асыуы менән йомарлап усына йоммаҡ булғайны, бармаҡтары көҙән йыйырып, бер-береһенә йәбештеләр, конверт иҙәнгә төшөп китте. М. Тажи. Тәмәке тартыусы куп кенә кешеләрҙец йыш ҡына аяҡтары ауырта, балтырҙарын көҙән йыйыра. Интернет селтәренән. Аяҡтары тәрән ҡомға батҡан, ҡулдары көҙән йыйырғандағы кеуек йомарланған. Экспедиция материалдарынан. Бөтә тәнемде ҡапыл көҙән йыйырып алды, хатта биттәрем тартышты. М. Кәрим.
КӨҘӘН ЙӘБЕШЕҮ (көҙән йәбеш-) (Р: сводить судорогой; И.: cramp, convulse; T: kasılmak) ҡ. миф.
Башҡорт мифологияһында: Һыу эйәһенең нимә менәндер килешмәүен көҙән йыйырыу аша кешегә белгертеүе. □ Сводить судорогой (по представлениям башкир, судорога — результат воздействия духа воды). ■ Кариҙелдә һыу ингәйнем, көҙән йәбеште. Экспедиция материалдарынан. Бына шунда бер ваҡыт, аяҡтарыма көҙән йәбешеп, мин
613