КӨҘӘНМӘҮ
бата башланым. Экспедиция материалдарынан.
КӨҘӘНМӘҮ (көҙәнмә-) (Р.: не прикасаться; И.: not to touch; T.: dokunmamak) ҡ. диал.
Тотонмау, ҡағылмау. □ Не прикасаться. Ауыр эшкә көҙәнмәу. Бер нимәгә лә көҙәнмәу хәйерле булыр.
КӨҘӘП-ҺАҘАП (Р: подстригать неровно; И.: clip unevenly; T: eğri büğrü kesmek)/?.
Унан-бынан ҡыҫҡартып, мөнтәп. □ Подстригать неровно. Сәсте көҙәп-һаҙап ебәреу. Һаҡал-мыйығын көҙәп-һаҙап бөткән.
КӨҘӘТЕҮ I (көҙәт-) ҡ. йөкм. ҡар. көҙәү 1,1. понуд. от көҙәү 1,1.
КӨҘӘТЕҮ II (көҙәт-) ҡ. диал. ҡар. күҙәтеү. Көҙәтеп тороу. Ҡырға һалмаһын тип тауыҡ көҙәтеу. ■ Кеше көҙәтеуҙән дә ҡыйын эш юҡ. Купме генә көҙәтһәң дә, курмәй ҡалғанһың бит, туған. Экспедиция материалдарынан.
КӨҘӘТЕШЕҮ(көҙәтеш-) ҡ. урт. ҡар. көҙәтеү I, II, III. взаимн. от көҙәтеү I, II, III.
КӨҘӘТСЕ и. диал. ҡар. күҙәтеүсе.
■ Быны ишеткәс, барлыҡ халыҡ йыйылған, ти, .. көҙәтсе балуаныбыҙ китә икән, тип, куҙҙәренән ҡанлы йәштәр ҡойола, ти. Халыҡ ижадынан.
КӨҘӘТТЕРЕҮ (көҙәттер-) ҡ. йөкм. ҡар. көҙәтеү I, II. понуд. от көҙәтеү I, II.
■ Ғабдулла урамды, килгән-киткән кешеләрҙе көҙәттереу өсөн алама ғына кейенгән малайға курһәтмәләр бирә ине. X. Зарипов.
КӨҘӘҮ I (көҙә-) (Р: подстригать; И.: cut; trim; T: kesmek (yele ve kuyruğu) ҡ.
1. Яҙ көнө тай-тулаҡтың ял-ҡойроғон ҡыҫҡартып ҡырҡыу. □ Подстригать гривы и хвосты у стригунов (весной). ■ Тай-тулаҡтың ял-ҡойроғон көҙәу — ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ине малайҙарға. Картотека фондынан.
2. һөйл. Остан ҡыҫҡартып ҡырҡыу, мөнтәү. □ Подстригать. Булыр-булмаҫ сәсен көҙәп ташлаған.
КӨҘӘҮ II (көҙә-) (Р: прицелиться; И.: take aim; T.: nişan almak, nişanlamak) ҡ. диал.
Нимәнелер төбәү, тоҫҡау. □ Прицелиться. ■ Уйлап баҡһаң, яҙҙан көҙгә көҙәп, купме көндәр янып утелгән. Й. Солтанов.
КӨҘӘҮ III (көҙә-) (Р: стреножить; И.: hobble; T.: topallamak) ҡ. диал.
Аттың аяҡтарын тышау менән бәйләү, тышаулау. □ Стреножить (лошадь). Һауғанда бейәнең аяғын көҙәу. И Беҙ бында эш эшләнек, бишбармаҡ бешерҙек, бейәләр һауҙыҡ, һарыҡтар көҙәнек, йөн иләнек. Картотека фондынан.
КӨҘӘП! (Р: неопрятная; И.: untidy; Т.: pasaklı) и. һөйл.
Өҫ-башына, кейеменә иғтибарһыҙ, әрпеш (ҡыҙ балаға ҡарата). □ Неопрятная, невнимательная к своей внешности (о девочке). Көҙәш ҡыҙ. И Матур ҡыҙға көҙәш булыу бер ҙә килешмәй икән. Экспедиция материалдарынан.
КӨҘӘШЕҮ (көҙәш-) ҡ. урт. ҡар. көҙәү I, II, III. взаимн. от көҙәү I, II, III. Тайҙың ялын көҙәшеу. Сәс көҙәшеу. Аттарҙы көҙәшеу.
КӨҘӘШТЕРЕҮ (көҙәштер-) ҡ. йөкм. ҡар. көҙәү I, II, III. понуд. от көҙәү I, II, III.
КӨЖГӨ (Р: лопаточка; И.: spatula; Т.: mablak, spatula) и.
Ҡабыҡ һыҙыра торған бәләкәй генә кәрәк рәүешендәге таяҡ. □ Лопаточка (для обдирания коры с дерева). Көжгө яһау. Көжгө әҙерләу. Көжгө рәтләу. Көжгө менән ҡабыҡ һыҙырыу. Көжгө тотҡаһы.
КӨЖГӨЛӘҮ (көжгөлә-) (Р: сгрести; И.: shovel; T.: küremek) ҡ. диал.
Нимәнелер тотош бергә этеп шылдырыу; гөрөү. □ Сгрести. Мейесте көжгөләу. Тупһа аҫтын көжгөләу. ■ «Мейесте көжгөләп ал әле, ҡыҙым,» — тип, ҡәйнәһе килененә өндәште. Н. Игеҙйәнова.
КӨЖГӨТӨҮ (көжгөт-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. көжгөү, понуд. от көжгөү. Йукәнең ҡабығын көжгөтөу.
2. кусм. Өшкөтөү, ҡурҡытып ҡыуыу; көшкөтөү (мәҫәлән, ҡоштарҙы, малды һ. б.). □ Выгонять, удалять (птиц, животных). Мөйөшкә һырлыҡҡан малды көжгөтөу. Бул-мәгә яңылыш осоп ингән турғай балаһын көжгөтөу.
614