Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 615


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

көй
3. кусм. Ҡотко биреү, ҡотортоу. □ Баламутить. һайлау алдынан халыҡты көжгөтөу ярамай.
КӨЖГӨҮ (көжгө-) (Р.: обдирать, сгребать; И.: bark a tree; T.: kabuğunu soymak) ҡ.
1. Көжгө менән һыҙырыу. □ Обдирать, сгребать (кору с дерева). Кабыҡ көжгөу.
2. диал. Берәй нәмәне бутау, төрткөләү (таяҡ менән), болғатыу, гөрөү. □ Мешать (палкой что-н.), сгребать. Таяҡ менән солан аҫтын көжгөтөп, этте усектереу.
3. кусм. Ҡотҡо биреү, ҡотортоу. □ Баламутить. Көжгөп кенә торалар. ■ Яҡшыға көжгөһәләр бер хәл. Көжгөй торғас, башына еттеләр егеттец. Экспедиция материалдарынан.
КӨЖМӘг/ . зоол. диал. ҡар. ҡамҡа. Көжмә ҡояш ярата. Кояш йылыһына көжмәләр куп-ләп сыҡҡан.
КӨЖМӘКӘЙ и. ирк. ҡар. ҡамҡа. ■ Көж-мәкәйҙәр бик бәләкәй, көжмәкәйҙәр төрткөлөкәй, тип яратып уйнай инек беҙ бәләкәй саҡта. Экспедиция материалдарынан.
КӨЖРӘЙЕҮ (көжрәй-) (Р.: съёживаться; И.: shrivel, shrink; T.: büzülmek) ҡ. диал.
Кәүҙәне, аяҡ-ҡулды йыйып, йомарланыу; бөршәйеү, шоҡрайыу. □ Съёживаться (от мороза). Көжрәйеп ултырыу. Һыуыҡ көжрәйтә. ■ Ҙур ҡара машина киткәнсе, Азат һарай эсендә көжрәйеп ултырҙы. Ә. Бикчәнтәев.
КӨЖРӘЙЕШЕҮ (көжрәйеш-) к. урт. ҡар. көжрәйеү. взаимн. от көжрәйеү. Көж-рәйешеп йөрөу. Көжрәйешеп бөтөу.
КӨЖРӘЙТЕҮ (көжрәйт-) ҡ. йөкм. ҡар. көжрәйеү. понуд. от көжрәйеү.
КӨЖӘЛӘ I (Р: обработанный лён; И.: treated flax; T.: işlenmiş keten) и. диал.
Эшкәртеп еренә еткерелгән, әҙер, тал-ҡынған етен. □ Обработанный лён. Етен кө-жәләһе.
КӨЖӘЛӘ II (Р: кострика; И.: shive, awnchaff; T.: saman) и. диал.
Етендең, киндерҙең талҡынан үткәргәндә сыҡҡан сүбе, киндер талҡышы. □ Кострика. Киндер көжәләһе. Етен көжәләһе.
КӨЖӘЛӘ III (Р: пух чёсаной шерсти; И.: wool down; T.: tüy) и. диал.
Иләргә тетелгән йөн, мамыҡ йәки сүбәк йомарламы; көнйәлә. □ Пух чёсаной шерсти или трёпаного льна, прикреплённый к прялке. Көжәләләге йөн. Бер көжәлә мамыҡ.
КӨЖӘЛӘҮ (көжәлә-) (Р: утомляться; И.: get tired; T.: yorulmak) ҡ. диал.
1. Йонсоу, ыҙалау. □ Утомляться, изнуряться, мучиться. ■ Ауыр эш менән ныҡ кө-жәләп кителде. Экспедиция материалдарынан.
2. Ябығыу. □ Худеть, тощать, истощаться. Ауырыуҙан йәки башҡа сәбәптән һурылып көжәләу. ■ Кибеп, ҡаҡ һөйәккә ҡалыуҙы көжәләу тиҙәр беҙҙең яҡта. Экспедиция материалдарынан. Кыҙ бөтөнләй йоҡонан мәх-рум ҡала, һарғайып, көжәләй. Әкиәттән.
КӨЖӘР (Р: скупой; И.: stingy; T.: cimri, hasis) и. һөйл.
Бурыс ҡайтарғанда тулыһынса бирмәгән һаран кеше. □ Скупой, скаредный. Көжәр кеше. ■ Көжәр бурыс ҡайтара, ҡайтарһа ла, кеҫәһен уйлап ҡайғыра. Көжәргә аҡса бирмә, бирһәң, һорап йөрөмә. Экспедиция материалдарынан.
КӨЗАУЫК (көзауығы) (Р: осенние заморозки; И.: the first autumn frosts; T.: ayaz) и. диал.
Көҙгө туңғаҡ. □ Осенние заморозки. Кө-зауыҡтан һуң ҡырпаҡ төшә.
КӨЗМӘ и. диал. ҡар. ҡамҡа II. Көзмә тотоу. Көзмә курҙем. Ике төрткөлө көзмә.
КӨЗӘЛӘ (Р: чилибуха; И.: glume grass; T.: kargabüken) и.
1. бот. Йәшкелт аҡ сәскәле, оҙонсараҡ япраҡлы, ҡыҙыл емешле тропик ағас. □ Чилибуха (лат. Strychnos nux-vomica). Көзәлә аҡ сәскә ата. Көзәләнең сәтләуеге ағыулы.
2. һөйл. Шул ағастың сәтләүегенән алынған ағыу. □ Стрихнин. ■ Көзәлә менән ағыуланғандыр, йәм-йәшел итеп ҡоҫто. Экспедиция материалдарынан. Дарыуланам тип, уҙ белдегенә көзәлә ҡушылған берәй нәмә ҡапҡандыр. Экспедиция материалдарынан.
КӨЙ I [бороғо төрки көг < ҡыт. khyog} (Р: напев; И.: tune; T.: melodi) и.
1. Аһәңле яңғырашлы ауаздарҙың билдәле бер тәртиптәге теҙмәһенән барлыҡҡа килә торған музыкаль бер бөтөн; моң. □ На-
615