көй
пев, мотив, мелодия. Яцы көй. Яғымлы көй. Башҡорт көйөмот-ҫло. Боронғо бер көй. Дәртле көй. Бейеу көйөнә тыпырлау. Ауыл көйө ишетелә. Табын көйө. Көй уйнау. Көй сығарыу. Халыҡ көйҙәре. ■ Их, ғәжәп көй — бер илай ҙа, бер көлә, һайрай-һайрай монҙпанып куккә менә. Ш. Бабич. Оҙон көйҙәр — бик һуҙып, эске тойғолар менән йырлана торған йырҙар ул. Мәҫәлән, «Урал», «Буранбай», «Зөлхизә» кеуек башҡорт халыҡ йырҙары оҙон көйгә йырлана. С. Галин. Мин тауышты кутәр-гәндән кутәрҙем, көйҙөц аҙағын уҙемдән өҫтәп, моңло тауыштар һуҙып бөтөрҙөм. «Буранбай» көйө бөтәһенә лә тәьҫир итте, буғай, оҙаҡ ҡул саптылар. Тағы йырлау ымды һорай башланылар. Д. Юлтый. Даръялар, кулдәр, ҡыр, урман, тау-ташы, көйҙө тыцлап моцға ҡалды һәммәһе. Ш. Бабич. [Ирғәле] ай самаһы утеугә, бер нисә көйҙө апаруҡ уйнай башланы. Н. Мусин. • Бейей белмәгәнгә көй килешмәй. Мәҡәл. Курай тартһац — көй була, бурәнә тартһаң — өй була. Мәҡәл. Ай менән көн уртаҡ, йыр менән көй уртаҡ. Мәҡәл. Йыры барҙың көйө бар. Әйтем. Йырҙың йыртығы юҡ, көйҙөң китеге юҡ. Әйтем.
2. муз. Музыка ҡоралдарында: тауыш төҙөклөгө. □ Строй, лад, исправность, настройка. Фортепианоның көйө боҙолған. Мандолинаның көйө киткән. Гармундың баҫып көй сығара торған пластинкалары, йәғни гармун телдәре, һәр саҡ төҙөк булырға тейеш. ■ Гармунсы гармунының ҡыңғырауын зыңғырлатып алды ла уға көй бирҙе. М. Тажи.
3. Ҡорал-ҡорамал һәм механизмдың төҙөклөгө. □ Строй, лад, исправность. Бысҡының көйө киткән. Машинаның көйө киткән.
4. кусм. Берәй нәмәнең ниндәйҙер бер тәртибе, ыңғайы, яйы. □ Лад, гармония, порядок. ■ Уны [резина кәмәне] шунда уҡ ағым уҙ көйөнә бейетергә тотондо. Д. Бүләков. Ярһып-ярһып уйнай яҙ уҙ көйөн ҡояш нурҙарының ҡылында. М. Кәрим. • Өйө барҙың көйө бар. Әйтем. Өйҙөң көйө самауыр янында. Әйтем.
5. кусм. Кешенең рухи хәле, кәйефе. □ Настроение, расположение духа. Малайҙарҙың көйө юк. Кейәу балаҡайҙың көйөн куреу.
Һөйләшергә көй килмәу. И Эштең көйө китте. Берәуҙең дә йунләп йырлағыһы килмәй. «Хатта таҡмаҡ та сығарып булмай. Һуҙе килһә — көйө килмәй, көйө килһә — һуҙе юҡ», — тип кинәйәләп әйтеп тә ҡараны музыка уҡытыусыһы. Н. Игеҙйәнова. Үҙ йырын йырлап ҡәуемдәр айырым-айырым йыйылалар, уҙ көйөн көйләп яһайҙар төрлө орган, бюролар. Ш. Бабич. Ай-Һай ғына тимәй, көйҙәр килмәй. Халыҡ йырынан. • Табын көйө менән, һабан сөйө менән. Мәҡәл. Уйы барҙың көйө бар. Әйтем. Һәр ҡунаҡтың уҙ көйө. Әйтем.
♦ Бер көй менән, бер көйгә бер ыңғайға, үҙгәрешһеҙ. □ Ровно, равномерно, без перемен. Хәлдәр бер көйгә генә. Поезд тәгәрмәстәре бер көйгә генә тыҡылдай бирә. Көй боҙолоу кәйеф ҡырылыу. □ Испортиться (о настроении). Иртәнән бирле көйөм боҙолоп тора. Көйгә килеү 1) билдәле бер эш башҡарырлыҡ хәлгә килеү. □ Настраиваться. ■ Әбей, баяғыса куңелле көлөп, уларҙың әле береһенә, әле икенсеһенә ҡарап алды ла: «Йә, был тиклем дә телгә оҫта булырһығыҙ икән. Һеҙҙән аяғанымды эт ашаһын ине лә, бер ҙә көйө килмәй бит әле», — тине. Экспедиция материалдарынан; 2) ыңғайға, ипкә килеү. □ Наладиться, поддаться уговорам, воздействию. ■ Уның башта кәзәләнә торған холҡо бар. Һуңынан көйгә килә ул. Ғ. Ибраһимов. Көй<ө> килеү кәйеф килеү.
□ Быть в настроении. Көй китеү 1) кәйеф ҡырылыу, күңелһеҙләнеү. □ Расстроиться. Иртәндән ҡатындың көйө китеп тора; 2) эш боҙолоу, эштең рәте китеү. □ Расстраиваться. ■ Эштең көйө китеп тора бит әле, Маһи. Ф. Ғүмәров. ® Ҡатының улһә — өйөң китер, башыңдан көйөң китер. Мәҡәл. Көйөн белеү ни эшләргә белеү. □ Знать, как подойти к кому-чему-л. Көйөн көйләү күңелен табыу.
□ Выполнять капризы, стараться поднять настроение кого-л. И Етмәһә, һин уның көйөн көйләп йөрө, имеш. Ғ. Ғөбәй. Көйөн табыу ыңғайын табыу, тынысландырыу. □ Находить подход к кому-л. • Көйһөҙ кейәуҙең көйө табылмаҫ. Мәҡәл. Көйөнә тороу кемдеңдер ыңғайына тороу, теләгенә ҡаршы килмәү; һүҙенә, теләгенә ҡаршы килмәй үтәп тороу.
□ Угождать во всем. И Һин балаңдың көйөнә
616