Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 618


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

көйгәнәк
КӨЙГӘНӘК II (көйгәнәге) (Р.: пигментное пятно; И.: pigment; T.: pigment) u.
Биткә сыҡҡан тут. □ Пигментное пятно. ■ Битен тотош көйгәнәк баҫҡан, бер-бер хәл барҙыр. Экспедиция материалдарынан.
КӨЙГӘНӘК III (Р.: беспокойный; И.: troubled; T.: endişeli) с.
Тиҙ генә борсолоп бара торған кеше. □ Беспокойный, легко поддающийся беспокойству. Көйгәнәк кеше. И Шундай ҙа көйгәнәк: бер хәбәр ишетһә, тотона юҡҡа көйөргә. Экспедиция материалдарынан.
КӨЙГӘ ҺАЛЫУ (көйгә һал-) (Р: переложить слова песни на музыку; И.: compose; T.: bestelemek) ҡ.
Шиғри әҫәрҙе көй менән йырлай торған итеү. □ Переложить слова песни на музыку. И Дамир Бибинур барған ҡалаға китеп уҡыр, ҙур кеше сығыр унан. Их, ошоларҙыц бөтәһен дә көйгә һалып йырлайһы ине. Б. Бикбай.
КӨЙҘӨГӨҮ (көйҙөк-) (Р: горевать; И.: worry; T: üzülmek) ҡ.
Нимә өсөндөр көйөү, ҡайғырыу. □ Горевать. Бала өсөн көйҙөгөу. Көйҙөгөп йөрөу. Юҡ өсөн көйҙөгөу. Эстән көйҙөгөу.
КӨЙҘӨК (көйҙөгө) (Р.: валенки с коротким голенищем; И.: felt boots; T: kısa konçlu çizmeler) и. диал.
Ҡыҫҡа ҡуныслы быйма. □ Валенки с коротким голенищем. Көйҙөк кейергә йәтеш. Көйҙөк ҡатып ҡына урамға йугереп сыҡҡан.
КӨЙҘӨРГӨС (Р: палящий; И.: burning; T: yakıcı) с.
1. Бик ҡаты, үтә ҡыҙыу; яндырғыс. □ Палящий, знойный, обжигающий. Көйҙөргөс ҡырау. ■ Көйҙөргөс ҡомлоҡтар буш тугел, уларҙа кешенең юлы бар. Яр. Вәлиев. Зелпенең .. алһыу сәскәләре иһә ҡояш нурҙарына иркәләнергә теләп куҙҙәрен генә асҡайны, оторо көйҙөргөс ҡырау төштө. Яр. Вәлиев.
2. кусм. Йән көйҙөргөс, асыуҙы килтергән, йәнгә тейгән (кеше йәки нәмә). □ Действующий на нервы, вызывающий раздражение, досаду. ■ Иркәбай ҡарттың .. куҙҙәрендә көйҙөргөс асыу уттары тоҡанды. Ғ. Әмири.
КӨЙҘӨРӨЛГӘН (Р: палёный; И.: singed, scorched; overdone; T: yanmış) c.
1. Яндырылған, көйгәнсе бешерелгән. □ Палёный, пережареный, перепечёный. Көйҙөрөлгән картуф. Көйҙөрөлгән икмәк. Көйҙөрөлгән ит.
2. Бик ныҡ ҡайнатылған. □ Вываренный. М Бешерелгән сәйҙе ҡайнатырға, уға сәй содаһы йәки көйҙөрөлгән шәкәр һалырға ярамай. «Мең дә бер кәңәш» китабынан.
3. Яндырылған. □ Жжёный. ■ Белорус-сияның һуғыш уты менән көйҙөрөлгән ерендә һырғаҡ буран әсе һыҙғыра. Ә. Байрамов.
4. Өтөлгән, яндырылған. □ Палёный, обожжённый. Йод менән көйҙөрөлгән тире. Әсеуташ менән көйҙөрөлгән урын. Утта көйҙөрөлгән бәрәңге.
КӨЙҘӨРӨҮ I (көйҙөр-) (Р.шалить; И.: overdo; T: yandırmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер әйберҙең тышҡы яғын, сит-ситтәрен ҡаралғансы, яндырғансы бешереү; күмерләндереү. □ Палить, опаливать, передержать на огне, допускать пригорание, пережаривать. Икмәкте көйҙөрөп бешереу.
2. Бик ныҡ ҡыҙҙырыу. □ Палить, жечь, припекать, обжигать, прижигать. ■ Йәйге өтөп алып барған ҡояш тау итәктәрендә-ге уләндәрҙе көйҙөргәс, көтөуҙәрҙе тауҙарға ҡыуып алып китәләр. Экспедиция материалдарынан.
3. Яндырыу, өтөп алыу. □ Жечь, прожигать, спалить чем-л. ■ Тимер шөш менән көйҙөрөп семәрләнгән был һандыҡҡа иғтибарлап ҡарауың була, һин тәбиғәт донъяһына сумаһың. Ә. Вәхитов.
4. кусм. Ныҡ тәьҫир итеп күңелде ярһытыу; йән көйҙөрөү. □ Сжигать, терзать, тревожить. Караш менән көйҙөрөп алыу. ■ Шунан һуң инде бер төрлө куңелһеҙ хәбәр ҙә уны элекке кеуек яндырманы, көйҙөрмәне. Ғ. Ибраһимов. Йәр булырға ярамағас, йән көйҙөрөп ник тыуҙың? Халыҡ йырынан. • Ғәйбәт кумер кеуек: көйҙөрмәһә лә, буяй. Мәҡәл.
5. Бик ҡаты итеү, ҡара итеү (сәйгә ҡарата). □ Приготовить очень крепкий чай. Көйҙөргәнсе сәй яһап биреу. ■ Сәй ташып тугелә башлағас, йугерә атлап, уҙ булмәңә индең. Шунан көйҙөрәһенән сәй яһаның, уны бер уртлағас, туҡтап ҡалдың. Н. Мусин.
618