көйлө
Яҡшы, һәйбәт. □ Хорошо, нормально, исправно. Эштәр көйлө бара. Көмбайн көйлө эшләй. ■ Мараттың эштәре көйлө бында. Ф. Ғүмәров.
КӨЙЛӨ IV и. диал. ҡар. киле. И Муйылды, сейәне киптереп, көйлөлә төйәләр ине. Экспедиция материалдарынан.
КӨЙЛӨЛӨК (көйлөлөгә) (Р.: мелодичность; И.: melodiousness; T.: ahenkli olma) и.
1. Көйлө булыу. □ Мелодичность, благозвучность, певучесть. Йырҙың көйлөлөгә. Телдең көйлөлөгә.
2. Көйләп уҡыла торған булыу. □ Напевность, рифмованность. Классик поэзия нигеҙендә көйлөлөк ята.
3. һөйл. Юлға һалынған, ыңғай. □ Слаженность, согласованность. Эштәге көйлөлөк күңелде кутәрә.
КӨЙЛӘГЕС (Р: регулятор; И.: regulator; T.: düzenleyici) и. техн.
Төҙөк хәлгә килтереүсе (көйләүсе) ҡоролма. □ Регулятор. Автоматлаштырылған көйләгес. Көйләгес механизмдар.
КӨЙЛӘНДЕРЕЛЕУСЕ (Р: регулируемый; И.: regulated; T: düzenlenen) с.
Ҡарап, төҙәтеп, тейешле кимәлгә килтерелеүсе, эшләрлек итеп йүнәтелеүсе. □ Регулируемый, налаживаемый, настраиваемый. Көйләндерелеусе ҡорамал, техника, музыка ҡоралдары. Көйләндерелеусе мөнәсәбәттәр.
КӨЙЛӘНДЕРЕҮ (кәйләңдер ) ҡ. йөкм. ҡар. көйләнеү. понуд. от көйләнеү.
КӨЙЛӘНЕЛЕҮСЕ (Р: настраиваемый; И.: tunable; T: ayarlanan) с.
Төҙөк хәлгә килтерелеүсе, һәйбәтләнеүсе.
□ Настраиваемый, налаживаемый. Кәйләне-леусе нәмәләр бик кубәйеп китте шул.
КӨЙЛӘНЕҮ (көйлән-) ҡ.
1. төш. ҡар. көйләү 2, 3, 4. страд, от көйләү 2, 3, 4.
2. Көйө төҙәлеү, уйнарлыҡ хәлгә килеү (музыка ҡоралдарына ҡарата). □ Настраиваться (о музыкальных инструментах). Гитараның өҙөлгән ҡылын алмаштырғас, көйләнде.
3. Төҙөк хәлгә килеү, һәйбәтләнеү. □ Регулироваться, налаживаться. ■ Сепаратор
көйләнде, юғиһә һөт айырта алмай интегә инеләр. Р. Солтангәрәев.
4. кусм. Ыңғай төҫ алыу, булмышы яҡшырыу (эш, мөнәсәбәттәргә ҡарата).
□ Налаживаться, улаживаться (о работе, отношениях и т. п.). Эштәр көйләнде. И Эйе, көйләнеп ук бөткәйне инде, майлаған арба кеуек, келтерҙәп кенә бара ине эш тигәнең. Яр. Вәлиев. Эш көйләнгән. Нефть сығарыу хәҙер куҙгә куренеп арта башлаған. «Башҡортостан», 23 май 2011. • Өйләнеу — көйләнеу. Мәҡәл.
5. кусм. Көйгә килеү, әйткәнгә ыңғайлау.
□ Поддаваться уговорам, успокаиваться. ■ Ураҡҡа төшөр алдынан Тимерғәлиҙе әллә купме көйләп ҡаранылар, әммә ыҡҡа килмәне, уның тиҫкәрелеген күрәһеләре алда булған икән. Ф. Ғүмәров.
КӨЙЛӘНЕШ (Р: настройка; И.: tuning; T: ayar) и. му з.
Көйләү, төҙәтеү, уйнарлыҡ хәлгә килтереү (музыка ҡоралдарына ҡарата). □ Настройка. Роялдең көйләнеше. Мандолинаның көйләнеше.
КӨЙЛӘП-СӨЙЛӘП (Р: уговорами; И.: by persuasion; T: inandırarak) р.
Төрлөсә әүрәтеп; йыуатып, алдаштырып. □ Уговорами, лестью. Көйләп-сөйләп күндереү. ■ Көйләп-сөйләп тынысландырып, саҡ ҡайтарып ебәрҙеләр ҡәйнешен. Р. Сафин.
КӨЙЛӘП-ЯЙЛАП (Р: лестью; И.: by flattery; T: kandırarak) р. һөйл.
Юхалап, маҡтап. □ Лестью, ласками. Көйләп-яйлап күндереү. Көйләп-яйлап йыу-малау. Көйләп-яйлап ризалатыу. ■ Өфөгә күсереп алыу менән генә сикләнмәнең, ике балалы ҡатыныңды көйләп-яйлап уҡырға ла күндерҙең. Ф. Әсәнов.
КӨЙЛӘТЕҮ (көйләт-) ҡ. йөкм. ҡар. көйләү I, II. понуд. от көйләү I, II. Көй көйләтеү. Сепаратты көйләтеү. Үҙеңде көйләтеү. ■ Йырсынан йырҙар йырлатып, көйсөнән көй көйләтеп, күпте кургән аҡһаҡалдан ҡобайырҙар һөйләтеп,.. ил улдары күмәкләп куңел асҡан. А. Игебаев.
КӨЙЛӘҮ I (көйлә-) (Р: напевать; И.: hum; sing; T: yavaştan söylemek) ҡ.
620