КӨЙЛӘШЕҮ
1. Көйгә һалып йырлау, көй уйнау. □ Напевать, петь. Көй көйләу. ■ [Шәйхел] ҡымыҙ мәжлестәрендә көр тауыш менән «Ашҡаҙар», «Һаҡмар» йырҙарын кәйләне. Ғ. Ибраһимов. Иң элек был тел менән әсәм бишектә көйләгән. Картотека фондынан. Үҙе лә генә һөйләй, уҙе көйләй, Ихсан сәсән кеуек ир ҡайҙа. Халыҡ йырынан.
2. Өндәрҙе билдәле бер ритм менән һуҙып әйтеү (һөйләу һ. б.). □ Произношение или чтение нараспев. Көйләп һөйләу. Көйләп уҡыу. ■ Мин уларҙы куңелемдән яҡшы ятлап, көйләп уҡып йөрөһәм дә, яҙға ҡәҙәр ике хәрефте бергә ҡушып әйтерлек хәлгә килә алманым. М. Ғәли.
3. Рифмаға һалыу, шиғри итеү. □ Рифмование, стихосложение. ■ «Йософ китабы» көйө менән көйләйем мин, уҙ хәлемде һеҙҙәргә һөйләйем мин. Бәйеттән.
4. Көйгә килтереү, көйөн төҙәтеү (музыка ҡоралдарына ҡарата). □ Настраивать. И Унан башҡа йәшәуен куҙ алдына ла килтерә алмағанға, эштән арып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, Рөстәм гармунын көйләргә кереште. Ф. Ғүмәров.
КӨЙЛӘҮ II (көйлә-) (Р: улаживать; И.: settle, arrange; T.: halletmek) ҡ.
1. тех. Механизм, ҡорал кеүек нәмәләрҙе ҡарап, төҙәтеп, тейешле кимәлгә килтереү, эшләрлек итеү; йүнәтеү. □ Регулировать, налаживать. Теген машинаһын көйләу. ■ Шәхси эшҡыуарҙар һабандарын, тырмаларын яҙғы сәсеугә көйләй. Й. Солтанов.
2. Ҡорал-ҡорамалды айырым бер эш өсөн ҡулайлау, яраҡлаштырыу. □ Подготовка, налаживание инструментов, техники к определённому виду работы. Төрәнде кәрәгенсә көйләу. Тирмәнде ваҡҡа көйләу. Ж Алтөрән 10—12 сантиметр тәрәнлеккә көйләнә. Шулай эшләгәндә суп уләне тамырҙары, уларҙың орлоҡтары булған ер ҡатламы бураҙна төбөнә тушәп һалына. «Башҡортостан», 2 апрель 2011. Рәйес салғыһын бик тәфсирләп тапаны, кәйләне, баҡса артындағы ҡыуаҡлыҡтан йәш кенә муйыл ағасы киҫеп алып, салғыһына бөгәзе бәйләне. Ф. Иҫәнғолов.
3. кусм. Бер ыңғайға, төҙөк бер тәртипкә килтереү, юлға һалыу. □ Налаживать, улаживать, устраивать. Эште көйләу. Һыу менән тәьмин итеуҙе көйләп ебәреу. ■ Машина менән һауыуҙы көйләу өсөн махсус комиссия төҙөнөләр. Н. Ҡотдосов. Алһыу тәуҙә элекке баҡсаны яңы тәртип менән эшкәртеуҙе көйләу мәсьәләһе менән шөғөлләнергә булды. Ғ. Ибраһимов.
4. кусм. Йыуатып, әүрәтеп, кешенең күңелен табыу. □ Уговаривать, успокаивать (словами, лаской и т. п.). ■ [Атайым] кем-дәргәлер янай. Әсәйем бер ишек төбөнә, бер атайым янына килеп, уны көйләй ине. Д. Юлтый. • Кемдең йырын йырлаһаң, шуның көйөн көйләрһең. Мәҡәл. Ҡыҙҙың куңеле ҡыл кеуек, көйләмәһәң — кителер. Мәҡәл. Һөйләп алдырмаған — көйләп алдырыр, көйләп алдырмаған — сәйләп алдырыр. Мәҡәл.
5. диал. Аш-Һыу тәмле булһын өсөн нимәлер өҫтәү, ҡушыу. □ Доводить до кондиции. Итте тәмләткес менән көйләу.
6. диал. Аш-Һыу, өҫтәл әҙерләү. □ Приготовить, накрывать стол. Сәй көйләу. Аш-Һыу көйләу.
КӨЙЛӘҮ III (көйлә-) (Р: заговаривать болезнь; И.: cast a spell over a malady; T.: büyü yapmak) ҡ. миф.
Им-том итеү. □ Заговаривать болезнь (знахарским способом). Көмрө әпсене әйтеп ауырыуҙы көйләп ебәреу.
КӨЙЛӘҮСЕ (Р: настройщик; регулировщик; И.: tuner; T.: akortçu) и.
1. муз. Музыка ҡоралдарын көйләүсе. □ Настройщик (музыкальных инструментов). Пианино көйләусе. Көйләусе ҡоралды һәр ваҡыт юғары кимәлдә тота.
2. Яйлаусы, тәртипкә һалыусы. □ Регулировщик. Урам хәрәкәтен көйләусе. Конвейерҙы көйләусе. ■ Төп корпус эргәһендә осратҡан беренсе кешем көйләусе мастер Марат Сибәғәтов булды. Ф. Ғүмәров.
КӨЙЛӘШЕҮ (көйләш-) ҡ.
1. урт. ҡар. көйләү I, II. взаимн. от көйлә ү I, II. ■ Башта, һуҙем юҡ, һынатманы. Майлаша ла, көйләшә лә, төҙәтешә лә торғайны. Ф. Әсәнов.
621