КӨЙӨҘ ЯПРАҒЫ
Йөнтәҫ һабаҡлы, ваҡ ҡына буранка рәүешендәге алһыу йәки күк сәскәле баллы ҡыр үләне; күк һөтләгән, тоноҡ кәкүкбаш.
□ Медуница (лат. Pulmonaria officinalis).
КӨЙӨҘ ЯПРАҒЫ (Р.: мать-и-мачеха; И.: coltsfoot; T.: öksürük otu) и. бот. диал.
Яңғыҙ һары сәскәле, түңәрәгерәк япраҡлы дымлы урында үҫкән үлән; үгәй инә үләне. □ Мать-и-мачеха. ■ Көйөҙ япрағының бер яғы аҡһыл йөнтәҫ була. Экспедиция материалдарынан.
КӨЙӨК I (көйөгө) [боронғо төрки көй-] (Р.: гарь, пригарь; И.: smell of burning; T.: yanık dumanı) и.
1. Ут тейеп көйгән нәмә йәки шуның көйгән өлөшө. □ Гарь, пригарь (что-л. подгоревшее, горелое). Күмәс көйөгө. Картуф көйөгө.
2. кусм. Рухи ғазап; ҡайғы. □ Горе, страдание, несчастье. ■ Буранбай ҙа китте, иле ҡалды, илкәйенә булды ҙур көйөк. Халыҡ йырынан. Һылапҡай ғына, һыйпап буй үҫтерҙем, үҙ үҙекәйемә көйөккә. Халыҡ йырынан. Буранбай менән Ибрай Себер китте, Рәхиләгә ҡалды көйөгө. Халыҡ йырынан. Илкәйемә һис тә көйөк килтермәм, йөҙҙәренә мин уныц кер төшөрмәм! А. Игебаев. • Яҡшының көйөгө — баш яулығы кипкәнсе, ямандың көйөгө — башы ергә еткәнсе. Мәҡәл. Бала көйөгө йөрәктә, ир көйөгө итәктә. Мәҡәл. Көйә кейемде ашай, көйөк кешене ашай. Әйтем. Байҙарҙың ҡоймаһы бейек булыр, эҫтәре көйөк булыр. Мәҡәл.
♦ Йән көйөгө асыуҙы килтергән кеше.
□ Человек, который вызывает возмущение. ■ Йән көйөгө булып Сажиҙә янында йөрөмәҫкә, ҡайҙа булһа ла сығып китергә тип, ергә һикерәм. И. Ғиззәтуллин. Күҙ көйөгө күҙ алдында булып йәнгә тынғы бирмәгән, борсоу һалған кеше йәки нәмә. □ соотв. Как бельмо на глазу. ■ Автобус алға елә. Туҡталыш һайын кеше төшә. Теге ҡатын ғына төшмәй, минең эргәлә күҙ көйөгө булып тик тора. Р. Солтангәрәев. Күҙ көйөгө — иҫәпкә бар, һанға юҡ кеше инде ул. Ундайҙарға беҙҙә йән көйөгө тип тә әйтәләр. Экспедиция материалдарынан. Ҡыҫыр көйөк сәбәпһеҙ хәсрәт, юҡ ҡына бер көйөнөс. □ Выдуманная печаль.
Ҡыҫыр көйөккә көйөү. ■ Минең йөрәгемдәге ут, кәрәкһә, тотош ауылыңды яҡтыртырға етер!.. Тапҡанһың ҡыҫыр көйөк! Мине эҙләгән ҡыҫыр көйөк аҙашҡан, ти, юл сатында. М. Кәрим. • Ҡыҫыр көйөккә көйөнмә. Әйтем. Тере көйөк булдыҡһыҙ, меҫкен, йән үртәгес кеше. □ Жалкое, немощное существо, вызывающее боль в душе. ■ Начальник лавка янына йыйылып, ниҙер уҡып торған ауыл халҡын күреп ҡалды: «Унда ниндәй тере көйөктәр йыйылған? Шуны белеп кил!» — тип аҡырып ебәрҙе. Ә. Бикчәнтәев. Бөтә халыҡ Хәсән аҡһаҡалға тартыла. Уны түңәрәк эсенә алалар. Ә теге тере көйөк бай старосталар менән бер яҡ ситтә баҫып ҡала. Ә. Вахитов. «Эй, тере көйөк, һиңә әйтәм!» — тип йыуан кеше кинәт Азаматҡа табан атланы. Ә. Бикчәнтәев. Әҙәм көйөгө үҙенең булмышы менән кешелә борсолоу, үртәнеү хисе уятҡан кеше. □ Жалкое существо, вызывающее боль в душе. • Әҙәм көйөгө булғансы, урман кейеге булғаның артыҡ. Мәҡәл.
КӨЙӨК II (көйөгө) (Р: лось; И.: moose; T.: mus) и. зоол. диал.
1. Боландар ғаиләһенә ҡараған оҙон аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, яҫы тарбаҡ мөгөҙлө ҡыр хайуаны, мышы. □ Л ось. М Ҡөйөк мөгөҙһөҙ була, юша тигәне — мөгөҙлө болан. Экспедиция материалдарынан.
2. Ҡырағай йәнлек. □ Дикий зверь. Йыртҡыс көйөк. Ҡөйөк аулау.
КӨЙӨК III (көйөгө) и. диал. ҡар. кәкресуҡыш көйөлдө. Ҡөйөк тауышы. Инә көйөк.
КӨЙӨКБАШ (Р: игра в бабки; И.: knucklebones, knuckles; T.: aşık oyunu) и. диал.
Йәкәл һуғыу уйыны. □ Игра в бабки. Ҡөйөкбаш уйнау. Ҡөйөкбаш һуғыу.
КӨЙӨК ЕҪЕ (Р: запах гари; И.: smell of burning; T.: yanık dumanı) и.
Ут тейеп көйгән нәмә еҫе. □ Запах гари. Ҡөйөк еҫен тойоу. ■ Ҡөйөк еҫе танауҙарҙы ғына түгел, тын юлдарын да әсеттерә. Экспедиция материалдарынан.
КӨЙӨКЛӨ (Р: горемычный; И.: hapless; T.: bahtsız) с. иҫк. диал.
Ҡайғы-хәсрәтле, бәхетһеҙ. □ Горемычный, печальный, несчастный. £ Бисара, бигерәк аҡыллы, бигерәк һөйкөмлө ине. ..
624