Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 625


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

көйөнөс
Әсәһе көйөклө булһын өсөн генә тыуғандыр, курәһең. Ғ. Ибраһимов. • Көйөк ашаған көйөклө булыр. Әйтем. Көйөклө көйөк ашар. Әйтем. Һөйөклө бала көйөклө була. Әйтем.
♦ Еңел көйөклө юҡ ҡына сәбәптән көйөнә башлаған, көйгәләк. □ Легко возбудимый. ■ Хәйбеш ағай еңел көйөклө, һуҙ кутәрә алмаған, ғәрсел тәбиғәтле кеше ине. Экспедиция материалдарынан.
КӨЙӨКЛӨК I (көйөклөгә) (Р.: гарь; И.: burnt-out place in a forest; T: yanık yer) u. диал.
Урманда янғындан һуң ҡалған урын. □ Гарь, опал, лесной пал (выжженное место в лесу). Көйөклөк быҫҡып ята. Көйөклөк урынында көл генә ҡалған.
КӨЙӨКЛӨК II с. диал. ҡар. көйгән. Көйөклөк урын. Көйөклөк ер.
КӨЙӨК ТӘМЕ (Р.: горелый вкус; И.: burnt taste; T: yanık) и.
Ут тейеп көйгән нәмә тәме. □ Горелый вкус. Көйөк тәме килә. ■ Бәләкәй генә икмәк һынығы ашағайным, көйөк тәме уҙәкте көйҙөрә. Экспедиция материалдарынан.
КӨЙӨКҺӨҘ (Р: беспечный; И.: without sorrow; T.: kaygısız) с. диал.
Ҡайғыһыҙ; хәсрәтһеҙ. □ Беспечный; беззаботный. Көйөкһөҙ йәшәу. Көйөкһөҙ кеше.
КӨЙӨЛ (Р: подражание жалобному крику птиц; И.: imitation of birds’ wailing; T.: yansıma) оҡш.
Ҡоштарҙың ҡыҙғаныс итеп ҡысҡырыу тауышына оҡшатыу һүҙе. □ Подражание жалобному крику птиц. И Аҡсарлаҡтарҙың көйөл-көйөл тип, йән өшөткәс ҡысҡырыуы ғына куңелде бер аҙ шомға һалды. Б. Бикбай.
КӨЙӨЛГӨ и. зоол. диал. ҡар. көйөлдө. Көйөлгө сырҡылдауы. ■ Көйөлгө шарлыҡтарҙа, һыулы болондарҙа йәшәй. Көйөлгөнөң һорғолт көрән таптар менән сыбарланған 4 бөртөк йомортҡаһы була. Э. Ишбирҙин. Аҡһыл куктә, бик юғарыла, һабан турғайы йырлай. Кайҙалыр көйөлгөләр, тәгәрлектәр, сыйырсыҡтар сырҡылдай, сәпсектәр сутылдаша. Я. Хамматов.
КӨЙӨЛДӨ (Р: кулик; И.: sandpiper; Т.: çulluk) и. зоол.
1. Оҙон аяҡлы, оҙон төҙ нәҙек суҡышлы, һоро сыбар төҫлө ҡош (йылға-кул буйында йәшәй). □ Кулик (лат. Linnaeus). Көйөлдөнөң суҡышы оҙон. ■ Бойоғоп һыҙғырған оҙон аяҡлы көйөлдө, һаҡлыҡ менән тирә-яҡҡа ҡаранып, яҙғы ташҡын ваҡытында быуылып ҡалған һыу буйлап йугерҙе. Я. Хамматов.
2. диал. һаҙамыҡ ерҙә йәшәгән, кеше янында сар-сор ҡысҡырып йөрөүсе оҙон аяҡлы, оҙон суҡышлы ҡош. □ Веретенник (лат. Limosa limosa). һаҙ көйөлдөһө. И Һаҙ ситендә, оҙон суҡыштары менән соҡсона-соҡсона, һәлмәк кенә атлап, көйөлдөләр йөрөй. Ғ. Байбурин. Тал төбөнән ҡурҡып осоп сыҡҡан көйөлдө, асыулы ҡысҡырып, куккә кутәрелде. Ә. Байрамов.
КӨЙӨМ (Р: трещина на чугунной посуде; И.: crack (in cast-iron tableware); T.: çatlak) и. диал.
Суйын һауыттың сатнаған урыны. □ Трещина на чугунной посуде. ■ Суйын ҡәҙәр суйында көйөм нисек барлыҡҡа килгәндер, баш етмәй тора. Экспедиция материалдарынан.
КӨЙӨНДӨРӨҮ (көйөндөр-) (Р: огорчать, печалить; И.: sadden; T: üzmek) ҡ.
Борсолдороу, хафаға - һалыу. □ Огорчать, печалить. ■ Йыйылышҡа килгән халыҡ өндәшмәне. Был хәл рәйесте тағы ла көйөндөрә төштө. Ә. Әминев. • Дошманыңды һөйөндөрмә, дуҫыңды көйөндөрмә. Мәҡәл. Яҡшы һуҙ һөйөндөрөр, яман һуҙ көйөндөрөр. Мәҡәл.
КӨЙӨНӨС (Р: печаль; И.: grief, sorrow; T: üzüntü) и.
Ҡайғы, һағыш; хәсрәт, борсолоу, әсенеү хисе. □ Горе, печаль; огорчение. Көйөнөс өҫтөнә көйөнөс. Көйөнөс килтереу. Көйөнөскә һалыу. ■ Юҡ, бикләнеп йәшәмәм мин, .. һөйөнөсөм дә, көйөнөсөм дә булыр тыуған тупрағымда. А. Игебаев. Һәнәрсе Өйрәнсектең куңелендә лә ошондай көйөнөс уятырға тырышҡан. «Беҙҙең эш ауылдаштарҙы һөйөндөрөргә тейеш. Ә беҙ көйөндөрәбеҙ тугелме һуң?» — тигән. 3. Биишева. • Кайғы курмәгән ҡыуана белмәҫ, көйөнөс курмәгән һөйөнә белмәҫ. Мәҡәл. Эшләй белеп эшләгәнгә иген эше — кинәнес,
625