КӨЙӨНӨСКӘ ҠАРШЫ
ялҡауланып йоҡлағанға иген эше — көйөнөс. Мәҡәл.
КӨЙӨНӨСКӘ ҠАРШЫ мөн. ҡар. үкенескә каршы.
КӨЙӨНӨСЛӨ (Р.: скорбный; И.: sorrowful; T.: acıklı) с.
Ҡайғылы, борсоулы, хәсрәтле. □ Скорбный, печальный. Көйөнөслө хәл. Көйөнөслө мәлдәр булғылай. ■ Кисә беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ булһа, икенсенән, көйөнөслө хәбәр ҙә килтерҙе. Р. Низамов. Инде балам иҫән-һау донъяға килһен, аяҡ-ҡулдары теуәл булһын, тип теләк теләй-теләй, борсолоп йөрөгән көйөнөслө минуттар артта ҡалды. Ә. Хәмәтдинова.
КӨЙӨНӨСҺӨҘ I (Р: беззаботный; без огорчений; И.: light-hearted, unconcerned; T.: kaygısız) с.
Ҡайғыһыҙ, хәсрәтһеҙ, көйөнөс белмәй, борсолоуһыҙ. □ Беззаботный, беспечный, без огорчений. Көйөнөсһөҙ минуттар. ■ Ун йыл байтаҡ ғумер. Ошо ваҡыт эсендә ҡайғыһы ла, шатлығы ла булды. Көйөнөслө лә, көйөнөсһөҙ ҙә минуттарҙы арыу уҡ кисерергә тура килде. Ф. Рәхимғолова.
КӨЙӨНӨСҺӨҘ II (Р: беззаботно; И.: airily; T.: kaygısızca)/?.
Көйөнөс, ҡайғы белмәй (йәшәу). □ Беззаботно, беспечно. Көйөнөсһөҙ йәшәу. ■ Бер көйөнөсһөҙ йәшәгән юҡ. Хәйерлегә генә булһын инде. Ғ. Әхмәтшин.
КӨЙӨНӨҮ (көйөн-) (Р: горевать; И.: be sad; T.: kederlenmek) ҡ.
Тынысһыҙланып борсолоу, хафаланыу, ҡайғырыу. □ Горевать, печалиться, сокрушаться. Юҡҡа көйөнөу. Көйөнөп йөрөу. ■ Атаһы ла көйөнә, әсәһе лә, бәхеткәйең юҡ шул, балам, тип. Халыҡ ижадынан. Көйөнөуҙәр барҙыр әле, бар әле һөйөнәһем. Н. Нәжми. • Кемдең куңеле тар, шул кеше һөйөнә белмәҫ. Кемдең куңеле таш, шул кеше көйөнә белмәҫ. Мәҡәл. Таптым тип һөйөнмә, юғалттым тип көйөнмә. Әйтем. Алдан һөйләнһәң, артынан көйөнөрһөң. Мәҡәл. Дуҫ һөйөнһөн, дошман көйөнһөн. Мәҡәл. Яҡшы ҡағылһа — йән һөйөнә, яман ҡағылһа — йән көйөнә. Мәҡәл. Ил көйөнгәндә көйөн, ил һөйөнгәндә һөйөн. Мәҡәл.
КӨЙӨНӨШӨҮ (көйөнөш-) ҡ. урт. ҡар. көйөнөү, взаимн. от көйөнөү. Көйөнөшөу-ҙән ни фәтеуә бар? ■ Юҡты һөйләмә, көйө-нөшөу хафаланыуҙы аҙ ғына булһа ла еңеләйтмәй булмаҫ. Экспедиция материалдарынан. Көршәктәрҙең шундай килбәтһеҙ һәм бик тиҙ ватылыусан булыуына ауылда көйөнөшкәндәр, тик бер генә кеше көйөнмәгән. Киреһенсә, һөйөнгән генә. 3. Биишева.
КӨЙӨНСӘ бәйл. ҡар. көйө I, 1, 2. Кайнар көйөнсә. Сей көйөнсә. Ултырған көйөнсә. й Ул ташландыҡ һыуҙарҙы шул көйөнсә генә Ағиҙелгә ағыҙырға ярамай, зарарлы матдәләре куп. Р. Ураҙғолов.
КӨЙӨНӘ бәйл. ҡар. көйө I, 1, 2. Йәш көйөнә. ■ [Крәҫтиән — байға:] «Юҡ, мин ете йөҙ һум аҡса таптым, һиңә ете йөҙ һум көйө килтереп бирҙем», — ти икән. Әкиәттән.
КӨЙӨҢКӨ БОЛӨТ (Р: золотистое облако; И.: ight golden cloud; T: sarımsı bulut) и. диал.
Һары болот. □ Золотистое облако. ■ Зәңгәр кук йөҙөндәге көйөңкө болоттарҙың яй ғына ағылыуын куҙәтеп яттым, һауалағы көйөңкө болоттар ысын алтын төҫлө курен-де. Экспедиция материалдарынан.
КӨЙӨР-КӨЙМӘҪ (Р: чуть подгоревши; И.: slightly burnt; T.: azıcık yanık)/?.
Көйә яҙып (саҡ ҡына көйә йәки ҡарая башлау хәлендәге). □ Чуть подгоревши; слегка почерневши. Бутҡаны көйөр-көймәҫ саҡта һундерҙем. Бәлеште көйөр-көймәҫ саҡта алып өлгөрҙөм.
КӨЙӨҪ (Р: периодически повторяющийся (об осадках, ветре)’, И.: repeated (periodically); T: zamanıyle tekrarlanan (rüzgâr, yağmur) c.
Ҡабатланып торған, ваҡыт-ваҡыт булған (ел-ямғырға ҡарата). □ Периодически повторяющийся, появляющийся временами (об осадках, ветре). Көйөҫ ел. Көйөҫ ямғыр. ■ Тау итәген шаян тулҡындар типкеләй, тау маңлайын көйөҫ елдәр һыйпалай. Й. Солтанов.
КӨЙӨҪ-КӨЙӨҪ (Р: временами; И.: at times; T: zaman zaman)/?.
Ваҡыты менән, ҡабат-ҡабат. □ Временами, время от времени. Көйөҫ-көйөҫ йәшнәгән
626