Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 627


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨЙӨШЛӨ МАЛ
йәшен. Көйөҫ-көйөҫ һораша йөрөнөм. Көйөҫ-көйөҫ иҫкә төшөп китә. ■ Тәҙрәләр, көслө елдең өрөуенә.. көйөҫ-көйөҫ сылтырап китәләр. Ғ. Дәүләтшин. Нияз .. тархандарға баш эйеп, кул ҡаушырып торманы, көйөҫ-көйөҫ яу асты. М. Буранғолов.
КӨЙӨҪЛӘҮ (көйөҫлә-) (Р.: периодически повторяться (об осадках, ветре)’, И.: repeat (periodically); T.: zamanıyle tekrarlanmak (rüzgâr, yağmur) ҡ.
Ҡабат-ҡабат булыу, ҡабаттан әйләнеп килеү (ел, ямғыр, һыуыҡ, һ. б. ҡарата). □ Периодически повторяться, появляться временами (об осадках, ветре). Көйөҫләнеп иҫкән ел.
КӨЙӨҮ I (көй-) (Р.: подгорать; И.: burn slightly; T: dibi tutmak) ҡ.
1. Уттан янып тыштан ҡарайыу, ҡара яныу. □ Подгорать. Ҡара кумер булып көйгән сөсө икмәк. Картуф көйөп киткән. Көйгән бәлеш. Көйгән икмәк киҫәктәрен малға ебетеп бирергә кәрәк. ■ Куҙыйкурпәс көл эсенән ҡара кумер булып көйгән сөсө икмәк табып алды, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». • Былтыр көйгән, быйыл еҫе сыҡҡан. Мәҡәл. Утты кем тотһа, шул көйөр. Мәҡәл.
2. Ҡыҙыу уттан һауыт төбөнә ҡатыу.
□ Подгорать, пригорать. Бутҡа көйә башлаған.
3. Дымы, һыуы бөтөп, тереклек итеүҙән туҡтау (уҫемлектәргә ҡарата). □ Выгореть (от зноя, жары). Игендең эҫегә көйөуе. Үләндәр көйөп бөткән. Көнгә көйөу. ■ Бойҙай емгә туйына алмай көйҙө. Экспедиция материалдарынан.
4. кусм. Бик ныҡ һыуһау, сарсау. □ Испытывать сильную жажду, хотеть пить, һыуһауҙан көйөу. И Оҙаҡлап кителде: ауылға килеп еткәндә .. шул тиклем көйгән инек, хатта бер биҙрә һыу ҙа әҙ булыр төҫлө ине. Д. Бүләков.
КӨЙӨҮ II (көй-) (Р: горевать, переживать; И.: grieve (for); T: dertlenmek) ҡ.
1. Ҡайғы-хәсрәт кисереү; хәсрәтләнеү.
□ Горевать, печалиться, тужить, сокрушаться, переживать; болеть душой. Балалар өсөн көйөу. Бушҡа көйөу. Һөйгәнен юҡһынып көйөу. ■ Айбулат, мин дә был турала һәр ваҡыт уйлап көйәм, һин шуны белһәң ине.
Һ. Дәүләтшина. Упҡындарҙы һикереп уҙам, ҡолар, тиеп, көймә, йәнем. Р. Назаров. Арабыҙға болот инһә, көйәм, ҡояш сыҡһа, мин дә һөйөнәм. Г. Юнысова. Янмаҫ инем, көймәҫ инем, йәремде ят һөймәһә. Халыҡ йырынан. • Һөймәгәнгә һөйкәлмә’, ҡулы менән төрткөләр. Көймәгәнгә көйөнмә: теле менән сәнскеләр. Мәҡәл. Көйөу бар ерҙә һөйөу бар. Мәҡәл.
2. һөйл. Нимәлер, кемдер тураһында борсолоп, асыуланып һүҙ әйтеү, үпкәләү, әрләү.
□ Поругать; переживать, беспокоиться. Балаға көйөу. Юҡҡа көйөу. ■ Эс бошоп киткән саҡта, бәлки, юҡҡа һиңә көйөрмөн. Бер ук ғәфу итә кур, йән-йәрем. Экспедиция материалдарынан. «Юҡ, әсәкәйем, бушты һөйләйҙәр, төптө юҡҡа көйәһең», — тип әсәһен әурәтер, уҙе лә бергә илашыр ине. һ. Дәүләтшина. Көйөшкәйбеҙ әле. Заһретдин бисәһе белә, бер ҙә барышмайбыҙ. Картотека фондынан. Бер көйһә, мең ҡат һөйә бит ул. Экспедиция материалдарынан.
♦ Көйөп көл булыу ҡайғы-хәсрәттән ғазапланыу. □ Сгореть дотла, испепелиться.
КӨЙӨҮ III оҡш. ҡар. көй IV.
КӨЙӨШ (Р: жвачка (животных); И.: rumination; T.: geviş) и.
Айыры тояҡ малдың (сусҡанан башҡа) ҡарындан кире сығарып көйшәгән аҙығы.
□ Жвачка (животных). Һыйыр көйөшөн көйшәй. Көйөш ҡайтарыу. ■ Кара һыйыр көйөштә. Бейемәгәс ниңә килдең? Йоҡлап ятмай мөйөштә. Таҡмаҡтан. Кул ҡабағындағы саңлыҡта аунап,.. төнө буйына көйөштәрен көйшәп сыҡҡан дөйәләр ҙә ялҡау ғына урындарынан ҡуҙғалдылар. И. Көҫәпҡол.
КӨЙӨШ ҠАЙТАРЫУ (көйөш ҡайтар-) (Р: отрыгивать пищу; И.: belch; T: geviş getirmek) ҡ.
Көйөштө кикереп сығарыу. □ Отрыгивать пищу для вторичного пережёвывания (о жвачных животных). ■ Мәғуҙәнең балалары аҡһыҙ ҡалды инде. Һыйыры, көйөш ҡайтара алмайса, зыянлап ҡуйҙы. Экспедиция материалдарынан.
КӨЙӨШЛӨ МАЛ (Р: жвачные животные; И.: ruminants; T: gevişgetirenler) и.
627