Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 628


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨИӨШӨҮ
Йотҡан аҙығын кире сығарып көйшәй торған мал. □ Жвачные животные, жвачные. ■ Көйөшлө мал, тәуҙә аҙыҡты арлы-бирле әуһәләп йотоп тора ла, бер сәғәт самаһы ваҡыт уткәс, кире кикереп сығарып, яҡшылап сәйнәй. Экспедиция материалдарынан. Көйөшлө мал аҙыҡты көйшәу арҡаһында башҡа улән ашар хайуандарға ҡарағанда туҡлыҡлы матдәне яҡшыраҡ һецдерә. Картотека фондынан. Дөйә — сул, дала бушлыҡтарында йәшәй. Сыҙамлығы менән айырылып торған ҡуш тояҡлы эре көйөшлө мал ул. Ҡыуыш мөгөҙлөләр ғаиләһенә ҡараған ауыр кәуҙәле, ҡыҫҡа муйынлы буйвол да көйөшлө мал. Интернет селтәренән.
КӨЙӨШӨҮ (көйөш-) ҡ. урт. ҡар. көйөү II, 1. взаимн. от көйөү II, 1. в Эштәр китер ходҡа, көйөшмәйек әле юҡҡа. Ф. Дәүләтшин.
КӨЙӨШ ТӨЙӨҮ (көйөш төй-) (Р. магический способ избавления от болезни, связанной с отсутствием жвачки у коровы; И.: magical way of treating a sickness; T.: büyü ile iyi etmek) и. миф.
Һыйыр көйшәй алмай интекһә, бер үлән алып, өс ерҙән «көйөш төйәләр». Шул үләнде һыйырға ашаталар. □ доел. «Завязывание жвачки» (магический способ избавления от болезни, связанной с отсутствием жвачки у коровы. Если корова не может жевать, мучается, срывают длинную траву и на стебле завязывают три узелка. Эту траву скармливают корове).
КӨЙРӘК I (Р.: непрочный; И.: frail, not strong; T.: dayanıksız) с. диал.
1. Тиҙ туҙа торған, йыртылыусан (туҡыма, кейем). □ Непрочный, быстро изнашивающийся. Көйрәк кейем. Көйрәк ситса. • Кулдәгең көйрәк булһын, ғумерең оҙаҡ булһын. Мәҡәл.
2. Мурт. □ Ломкое (о дереве). Мурт ағас. Ерек мурт була.
КӨЙРӘК II (көйрәге) (Р: нагар; И.: (candle) snuff; T: tortu) и. диал.
1. Яныҡ (майшәмдең, филтәнең һ. б.). □ Нагар (у свечи, фитиля и др.). / Нагарный. Көйрәк ҡоромо. Көйрәк эҫкәге. Торбаларҙағы көйрәкте пар пушкаһы менән таҙартыу.
2. кусм. һөйл. ҡар. көйәлән II. Көйрәк кеше. Көйрәк йән. • Көйрәк кеше уҙен бөтөрөр, сабыр эшен бөтөрөр. Мәҡәл.
КӨЙРӘКЛӘНЕҮ (көйрәклән ) (Р: нагорать; И.: form into a snuff; T: yanmak) ҡ. диал.
1. Янып ҡарайып ҡатыу (майшәмдең, филтәнең). □ Нагорать, нагореть. Филтәнең көйрәкләнеуе.
2. кусм. Һәр төрлө сәбәптән ҡайғырыу, яныу-көйөү, хәсрәткә бирелеү; хафаланыу.
□ Горевать, печалиться, страдать; переживать, беспокоиться. Артыҡ көйрәкләнмәгеҙ.
КӨЙРӘЛЕҮ (көйрәл-) ҡ. ҡар. көйрәү 1.
■ Килә дошман. Беләм ул яуыздың .. уйында: яҡты кешелеккә ҡараңғы төн һәм көйрәлеу улем утында. X. Кәрим.
КӨЙРӘТЕҮ (көйрәт-) (Р: разжигать; И.: light, kindle; T: yakmak) ҡ.
1. Мейес, усаҡ кеүек урындарҙа ут яндырыу, яндырып ебәреү. □ Разжигать, разжечь. // Разжигание. Усаҡты көйрәтеу.
■ Ирен көтөп, ашын унынсы ҡат йылытыр өсөн усаҡ көйрәтә. «Ағиҙел», № 10, 2010. Йырыма .. кешене һәнәргә өйрәт, тимен, тимерлектә тимерсенең усағын көйрәт, тимен. М. Кәрим.
2. һөйл. Утлы күмерҙән йәки шырпы менән ҡабыҙыу (тәмәкегә ҡарата)', тартыу.
□ Курить, раскуривать. Тәмәке көйрәтеу. Көйрәтә башлау. Көйрәтеп ебәреу. Көйрәтеп тороу. ■ Яңы ғына ямғыр һибәләп уткәйне. Комбайнсылар, әҙерәк ерҙең елләуен көтөп, тәмәке көйрәтергә тотондо. Ә. Вахитов. Өс ауылдаш окоп төбөнә сугәләп алған да өҙлөкһөҙ көйрәтәләр. Д. Исламов. Алдар әлегесә шайтандан һуҡа һөйрәтә, ти, уҙе тәмәке көйрәтә, ти. Әкиәттән.
3. кусм. Ныҡ ҡайғыртыу, әсендереү.
□ Причинять боль, страдание. • Дуҫ илатып өйрәтер, дошман көлдөрөп көйрәтер. Мәҡәл. Тормош өйрәтә, өйрәтмәһә — көйрәтә. Мәҡәл.
КӨЙРӘҮ (көйрә-) (Р: гореть, тлеть; И.: smoulder; T.: dumansız yanmak) ҡ.
1. Ялҡынланмай ҡуҙланып, күмергә әйләнеп яныу. □ Гореть, тлеть. Кумер көйрәй. Усаҡ көйрәй. Самауырҙағы кумер көйрәй.
628