КӨЙҺӨҘ
Утлы күмер өҫтөндәге хат көйрәп ята.
■ Бер аҙҙан өй тоташ күмергә әйләнде. Кып-ҡыҙыл булып, байтаҡ ваҡыт көйрәп торҙо. Ф. Ғәлимов.
2. Ҡыҙыулыҡтан кибеп ҡороу (үҫемлеккә, ағасҡа ҡарата). □ Сохнуть, засыхать, высыхать, иссыхать (о растениях, деревьях). Япраҡтар көйрәгән. Үлән көйрәп ята.
■ Инеш буйындағы талдарға ҡәҙәр көйөп, һыуһыҙлыҡтан көйрәп ултыралар. Н. Нәжми.
3. диал. һөйл. Дымлы көйө баҫылып ятыуҙан ныҡ ҡыҙып сереү, боҙолоу; яныу.
□ Преть. Бесәнем көйрәп ята.
4. күсм. һыуһау, бик ныҡ эске килеү.
□ Иссохнуть. Көйрәп бөтөү. Нимә ашаныц, көйрәп бөткәнһең бит.
5. күсм. Тойғоларҙы тышҡа сығармайынса уйланыу, күңелдә йөрөтөү. □ Страдать, не показывая виду. Йөрәк көйрәй. Ж Шулай бара ике йөрәк, ялҡын эсендә көйрәп. М. Ғәли. Мөхәббәтенең төтөнһөҙ-ниһеҙ генә йөрәк төбөндә көйрәй башлағанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. В. Исхаҡов. Сәриә янында тормоштан ваз кисергә йыйынған, һүнергә етешкән кешеләр ҙә көйрәп китә, уйға ҡала. Р. Камал.
♦ Эстән көйрәү һиҙҙермәй, эстән ҡайғырыу; янып көйөү. □ Страдать, не показывая виду. • Сабыр кеше эстән көйрәй. Әйтем.
КӨЙСӨ (Р: песенник; И.: song writer; T: besteci) и. hup.
Көй сығарыусы. □ Сочинитель мелодий, песенник; композитор, музыкант. И Уралып ятҡан Уралда, .. йырсынан йыр йырлатып, көйсөнән көй көйләтеп, .. йыйылып ултырыр ҡарттар бар. Ҡобайырҙан. Көйсөһө көйләй, ҡурайсыһы ҡурай тарта, ҡумыҙ тартыусыһы ҡумыҙын уйнай. Экспедиция материалдарынан.
КӨЙСӨЛ (Р: хорошо поющий; И.: singing well; T: şarkıcı) c.
Йырға әүәҫ, йырға оҫта булған. □ Любящий петь, хорошо поющий (певун, певунья). Көйсөл кеше. Рәүилә Мәсәлимова — йыр оҫтаһы, көйсөл кеше.
КӨЙСӘ р. диал. ҡар. көйө I, 1, 2. Шул көйсә ҡалдырыу. Ошо көйсә алып китеү.
■ [Урал — Үгеҙгә:] Кулым тейгән мөгөҙөң
кәкрәйгән көйөнсә, тешең төшкән ауыҙың өҫкө тешең үҫмәйсә,.. мәңге ҡалыр шул көйсә. «Урал батыр». Ике арала үҙенә күрә шомло ғына булһа ла, бер көйсә татыулыҡ урынлашты. Ғ. Ибраһимов.
КӨЙТЛӨ I (Р: большой; И.: large; Т: büyük) с. диал.
Дәүмәле, күләме саманан артыҡ; дәү; киреһе — бәләкәй. □ Большой. ■ Көйтлө балыҡ эләктергәнһең дә баһа. С. Шәрипов.
КӨЙТЛӨ II (Р.: сильно; И.: strongly; Т: fena) р. диал.
Көсө, ҡеүәте, кимәле, дәрәжәһе буйынса саманан артыҡ, ныҡ. □ Сильно. ■ Атай кеше көйтлө эләктерә (һуға) ул. Экспедиция материалдарынан.
КӨЙҺӨҘ (Р: немелодичный, немузыкальный; И.: disharmonious; T: ahenksiz) с.
1. Көйө булмаған, аһәңһеҙ, ҡолаҡҡа ятышһыҙ. □ Немелодичный, немузыкальный. Көйһөҙ көй. Көйһөҙ тауыш. Көйһөҙ йыр. • Курҡаҡ менән юлдаш булма, көйһөҙ менән моңдаш булма. Мәҡәл.
2. иҫк. һөйл. Көйгә һалып уҡылмай торған, шиғырға һалынмаған. □ Ненапевный, нерифмованный, прозаический. Көйһөҙ әҫәр. Көйһөҙ китап.
3. Көйгә килтерелмәгән, көйө боҙолған (музыка ҡоралына ҡарата). □ Расстроенный (о музыкальных инструментах). Көйһөҙ пианино. Көйһөҙ гитара. Көйһөҙ мандолина.
4. күсм. Төҙөк түгел, көйө киткән (ҡо-рал-ҡорамалға ҡарата). □ Неисправный (об инструментах). Көйһөҙ станок. Көйһөҙ конвейер. Көйһөҙ бысҡы. Көйһөҙ комбайн. ■ Арҡан осондағы ырғаҡ көйһөҙ булып сыҡты: тәүге ырғытҡанда барып етмәне, икенсеһендә эләгер урын тапмай кире ҡайтты. Б. Рафиҡов.
5. күсм. Тәртибе булмаған, рәткә һалынмаған, яйһыҙ (эшкә, тормошҡа ҡарата). □ Беспорядочный, ненормальный, неустроенный (о работе, жизни). Көйһөҙ донья. Көйһөҙ эш. Көйһөҙ тормош. Тәбиғәттең көйһөҙ ҡырыҫлығы. ■ [Таңһылыу] ҡабат эшкә сыҡҡаны бирле көйһөҙөрәк, ниҙер юҡһынған һымағыраҡ күренә. Ә. Хәкимов. [Рәис — Ғәлимгә:] Теге көйһөҙ машинист менән эште
629