КӨЙҺӨҘЛӨК
бөгөндән өҙәм. Ялдан һуң, эшкә башларға мөмкин булыр. Н. Мусин. • Өйләнмәгән уйһыҙ булыр, донъяһы көйһөҙ булыр. Әйтем.
6. кусм. Ыңғайға килмәй торған, гел кәйефһеҙ, мыжыҡ. □ Упрямый, капризный, недовольный, не в духе. Көйһөҙ бала. Көйһөҙ кейәу. Көйһөҙләнеп тороу. • Көйһөҙ кейәуҙец көйө табылмаҫ. Әйтем. Көйһөҙ әҙәмгә ай ҙа ярамай, көн дә ярамай. Мәҡәл. Көйһөҙ кейәу кейәуләп ятҡансы, көйлө кейәу кәләшен алып ҡайтҡан. Мәҡәл.
7. кусм. Ел-ямғырлы, йонсоу, боҙоҡ (көнгә ҡарата). □ Плохой (о погоде). ■ Быйылғы яҙ уҙен бигерәк тә көйһөҙ, ҡырыҫ тота. «Башҡортостан», 18 апрель 2011.
КӨЙҺӨҘЛӨК (көйһөҙлөгө) (Р.: диссонанс, дисгармония; И.: disharmony; T.: ahenksizlik) и.
1. муз. Гармонияһыҙлыҡ, яңғырашһыҙ-лыҡ, аһәңһеҙлек, көйө насар булыу (йырҙың, музыканың). □ Диссонанс, дисгармония. Йырҙың көйһөҙлөгө. Музыканың көйһөҙлөгө.
2. Яйланмаған булыу; төҙөклөгө бөтөү.
□ Неналаженность, ненастроенность. һабандың көйһөҙлөгө. Куңел көйһөҙлөгө. Көйһөҙлөгөн курмәу. ■ Ә куңел көйһөҙлөгөнән, яҙмыштың әсе шаяртыуынан ҡайҙа ышыҡланырға? Ф. Янышев.
3. Холоҡтағы кирелек, мыжыҡлыҡ.
□ Каприз, недовольство. ■ Ир-аттың көйһөҙлөгөнә туҙәһең инде, ҡайҙа бараһың. Экспедиция материалдарынан.
4. кусм. Ел-ямғырлы, йонсоу булған хәл.
□ Плохая (капризная) погода. ■ Тәбиғәттең көйһөҙлөгө эшкә ныҡ ҡамасаулай. Экспедиция материалдарынан. Әуәлге кук... киҫәк аҡ болоттар... юҡ та кеуек һис бер көйһөҙлөк. М. Ғәли.
5. кусм. һөйл. Килешмәүсәнлек, ыҙғыш.
□ Разлад, нелады. Эштәге көйһөҙлөк. Мөнәсәбәттәр көйһөҙлөгө. Ғаиләләге көйһөҙлөк.
КӨЙҺӨҘЛӘНДЕРЕҮ (көйһөҙләндер-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. көйһөҙләнеү, понуд. от көйһөҙләнеү. Машинаны көйһөҙләндереу. ■ Корал-ҡорамал көйһөҙләндерелеп бөтөлгән, ашығыс рәуештә көйләусене саҡыртырға кәрәк. «Табын», 2 апрель 2012.
2. кусм. Көйөн, кәйефен ебәреү, ҡамасаулау, теңкәһенә тейеү (кешегә ҡарата).
□ Беспокоить, расстраивать, нервировать (о человеке). Етәксене көйһөҙләндереу.
КӨЙҺӨҘЛӘНЕҮ (көйһөҙлән-) (Р: расстраиваться; И.: be out of tune; T: ahenksiz olmak) ҡ.
1. Көйө боҙолоу (музыка ҡоралына ҡарата). □ Расстраиваться (о музыкальных инструментах). Көйһөҙләнгән музыка ҡоралдарын ҡарарға белгес килгән.
2. Көйө китеү, төҙөклөгө бөтөү, боҙолоу (механизм, ҡорал-ҡорамалдарға ҡарата).
□ Ломаться, выходить из строя (о инструментах). ■ Сергей ҙа минән ҡалышмаҫҡа ты -рыша. Тик машинаһының йыш көйһөҙләнеуе бәкәленә һуға егеттең. Н. Мусин.
3. кусм. Булған тәртибе, ыңғайы боҙолоу (эшкә, тормошҡа ҡарата). □ Разлаживаться, расстроиться (о работе, жизни). Эш көй-һөҙләнеу.
4. кусм. Холоҡһоҙланыу, нигеҙһеҙ мыжыҡланыу. □ Капризничать, проявлять недовольство. Көйһөҙләнеп тороу. Көйһөҙләнә башлаған бала. Нығыраҡ көйһөҙләнеу. • Ке-йәуең көйһөҙләнгән булһа, тешең һыҙлағандан яманыраҡ булыр. Мәҡәл.
5. кусм. Ел-ямғырлыға, йонсоуға әйләнеү; боҙолоу (көнгә ҡарата). □ Портиться, становиться ненастным (о погоде). Быйыл тәбиғәт көйһөҙләнде.
КӨЙҺӨҘЛӘҮ (көйһөҙлә-) (Р: расстроить; И.: make out of tune; T.: bozmak) ҡ. һөйл.
1. Яйын ебәреү, боҙоу. □ Расстроить, испортить. Пианиноны көйһөҙләу.
2. кусм. һөйл. Борсоу, ҡамасаулау. □ Беспокоить, расстраивать. Ололарҙы көйһөҙләу. Етәксене көйһөҙләу. Билдәһеҙлек көйһөҙләй. Көйһөҙләй башлау.
КӨЙ-ШАЙ (Р: настроение; И.: mood, humour; T.: keyif) и. йыйн. һөйл.
1. Күңел торошо, эске рухи хәл. □ Настроение, расположение духа. Көй-шай яҡшы. Көй-шай боҙолоу. Көй-шай насар.
2. Күңел күтәренкелеге; ҡәнәғәтлек.
□ Удовлетворение, довольство. Көй-шай булды. Көй-шай боҙолдо.
630