Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 631


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨЙШӘҮ
КӨИШӘЛӘҮ (көйшәлә-) (Р: наводить навой; И.: arrange the weaver’s beam T.: çarpıtmak) ҡ. диал.
1. Оҙатылған буйлыҡ епте салып алып, тоҡонлап үреү, шөйтө яһау, шөйтөләү. □ Наводить навой. Буйлыҡ епте көйшәләу.
2. миф. «Төйөн төйнәү» (башҡорт мифологияһында төйөн нимәнелер туҡтатыу, нығытыу билдәһе булып тора. «Төйөн төй-нәу» ярҙамында ауырыуҙы, бәләләрҙе, сихырҙы ҡайтарғандар; бәхет, уңышты нығытҡандар). □ «Завязать на узел» (в мифологии знак остановки, прекращения, закрепления и овладения чем-л. С помощью узла ловят, захватывают болезни, беду, порчу; закрепляют удачу, счастье). ■ Өҙлөккән ҡатындың итәгенә өс көл төйөнө көйшә-ләйҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
КӨЙШӘМ (Р.: пища; И.: food; T: taam) и.
1. Сәйнәрлек аҙыҡ. □ Пища, еда. Асбыҙ, ә һис бер көйшәм табыр әмәл юҡ. • Иле юҡтың — терәге юҡ, икмәге юҡтың — көйшәме юҡ. Мәҡәл. Иле юҡтың — тушәге юҡ, икмәге юҡтың — көйшәме юҡ. Мәҡәл.
2. диал. ҡар. көйөш. Көйшәме яҡшы. Һыйыр көйшәме. Ат — көйшәмһеҙ мал. ■ Кош-ҡорттоң бөрләтәуе эсендә лә көйшәме була. Экспедиция материалдарынан.
КӨЙШӘМЛЕ МАЛ и. ҡар. көйөшлө мал. Көйшәмле мал. ■ Көйшәмле мал тип ҡарынынан яртылаш сәйнәлгән уләнде кире сығарып көйшәй торған һыйыр, дөйә малдарына әйтәләр. Интернет селтәренән. «Яңы тыуған быҙау ҙа көйшәмле мал буламы икән?» — тип йәш зоотехник һорау биргәс, көлөп ебәрҙеләр. «Башҡортостан», 25 май 2011.
КӨЙШӘМ ТУҠЫРАУ (Р., болезнь жвачных животных; И.: kind of ruminants’ sickness; T: gevişgetirenlerin hastalığı) и. диал.
Көйшәүсе малдың ауырыуы. □ Болезнь жвачных животных. Көйшәм туҡырауына сара. Көйшәм туҡырауын әмәлләу.
КӨЙШӘМӘК (көйшәмә-) ҡ. диал. ҡар. көйшәү. ■ Тирә-йундә шылт иткән тауыш юҡ. Аттар ара-тирә бышҡырып, баштарын салыҡлап, яй ғына улән көйшәмәктә. Ә. Хәкимов.
КӨИШӘНДЕРЕҮ (кәйтәндер-) (Р: покормить; И.: feed; T: beslemek) ҡ. һөйл.
Ҡапҡылатыу, әҙ генә ашатыу. □ Покормить, дать поесть. ■ Ә Сәлмән йорт хужаһына: «Мөмкин булһа, угеҙҙе көйшәндереп алырға ине», — тигән була, ти. Әкиәттән.
КӨЙШӘНЕҮ (көйшән-) (Р: пожёвывать; И.: chew; ruminate; T: geviş getirmek) ҡ.
1. Яйлап, үҙ алдына көйшәү (көйөшлө малға ҡарата). □ Пожёвывать (о жвачных). Көйшәнеп тороу. ■ Аблай хандың аҡ дөйәһе, ята торғас, көйшәнде. Әкиәттән. Алда ут йымылдағаны куренде. Клуб эргәһендә һыйыр, һарыҡтар көйшәнеп яталар ине. «Йәштәр урынына хәҙер клубҡа малдар йөрөймө әллә бында?» — тип мәрәкәләнем мин. М. Хужин.
2. һөйл. Яй ғына сәйнәү, ашаныу. □ Есть не торопясь, медленно жевать. ■ Тыныс ҡына көйшәнеп ятҡан һыйыр эргәһенән утеп киттем. Беҙҙең ала быҙау, барлыҡ донъяһын онотоп, бер эҫкерт төбөндә рәхәтләнеп көйшәнеп ята. М. Садыкова. • Тушәге бар тушәнер, икмәге бар көйшәнер. Әйтем.
КӨЙШӘР с. ҡар. көйөшлө. Көйшәр малдар. Көйшәр айыры тояҡлылар. Сусҡа көйшәр мал тугел.
КӨЙШӘРҘӘР и. зоол. ҡар. көйшәүселәр.
КӨЙШӘР ХАЙУАНДАР и. зоол. ҡар. көйшәүселәр.
КӨЙШӘҮ (көйшә-) (Р: жевать; И.: ruminate; T.: geviş getirmek) ҡ.
1. Йотҡан аҙыҡты кире сығарып сәйнәү (көйөшлө малға ҡарата). □ Жевать, пережёвывать (о жвачных). ■ Ә аҙаҡ, ҡартайғас, ҡулдары ишкәк тотоуҙан баш тарта башлағас, Юламан ҡарт, һәр көн ҡармаҡ алып, диңгеҙгә башын һуҙып, аяҡ бөкләп, рәхәт итеп көйшәп ятҡан һыйырға оҡшағаны өсөн «Таш һыйыр» тип йөрөтөлгән аласа таш өҫтөнә менеп, аяҡ һалындырып ултырған.
3. Биишева. Йондоҙ ҡашҡа рәхәтләнеп бесән көйшәй. Ә. Әминев. • Ахмаҡ һөйләуҙән, һыйыр көйшәуҙән туҡтамаҫ. Мәҡәл.
2. һөйл. Аҙыҡты оҙаҡ итеп сәйнәү, яйлап ашау. □ Есть не торопясь. Икмәк көйшәу. ■ Йырһыҙ йәшәу — субек көйшәу, тиҙәр, йәшәп булмай моңһоҙ бөтөнләй, ҡая ғына
631