Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 632


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨЙШӘҮСЕ
һаҡлай хисһеҙ тынлыҡ, ҡая ғына тора һелкенмәй. Й. Солтанов. Яға тешләу тора-бара Саматтыц ғәҙәтенә әйләнде. Әсәһе йә уҡытыусыһы, Шамилов ағаһы, яғаны ипләп кенә тартып алһа, малай ауыҙына шыпырт ҡына ҡағыҙ киҫәгеме, сепрәк остоғомо ҡабыр ҙа рәхәтләнеп көйшәр булды. Ә. Хәкимов.
0 <Ете ҡат> ер аҫтында йылан көйшәгәнен белеү (йәки ишетеү) артыҡ күп хәбәр белгән кеше тураһында шелтәләп әйтелә. □ соотв. Видит на три аршина под землёй. И Кешене [Алламоратты] әйтәм, ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә белә. Әллә, мин бер хәбәр ҙә белмәйемсе. Һ. Дәүләтшина.
КӨЙШӘҮСЕ I с. ҡар. көйөшлө. Көйшәу-се хайуандар.
КӨЙШӘҮСЕ II и. ҡар. көйшәүселәр.
КӨЙШӘҮСЕЛӘР (Р.: жвачные (животные)’, И.: ruminant (animals); T: gevişgeti-renler) и. зоол.
Тояҡлылар отрядына ҡараған хайуандар төркөмө. □ Жвачные (животные) (лат. Ruminantia). И Арандағы көйшәуселәр мыт-мырт көйшәй, һарайҙағы сыбар тай ғына сыр-сыр кешнәй. 3. Биишева, һыйырҙыҡы кеуек ҡатмарлы ашҡаҙаны булған ҡуш тояҡлы хайуандар көйшәусе хайуандар була. Уларға һыйыр, һарыҡ, кәзә, боландар инә. Интернет селтәренән.
КӨЙШӘШТЕРЕҮ (көйшәштер-) (Р.: медленно жевать; И.: ruminate slowly; T: yavaşça geviş getirmek) ҡ. һөйл.
Яй ғына көйшәү, сәйнәү. □ Медленно жевать. Быҙау теләр-теләмәҫ кенә көйшәш-тереп тора. Һарыҡ-кәзәләр ҙә бик тәмләп көйшәштереп торалар.
КӨЙӘ I [боронғо төрки куйә] (Р.: моль; И.: moth; T: güve) и. зоол.
1. Тәңкә ҡанатлылар отрядына ҡараған, йөн әйберҙәрҙе, ашлыҡты һәм ҡайһы бер үҫемлектәрҙең япрағын һ. б. ашай торған ваҡ ҡына күбәләк һәм уның ҡарышлауығы. □ Моль (лат. Tinea pellionella L). Алма көйәһе. Кәбеҫтә көйәһе. Балауыҙҙы көйәнән һаҡларға кәрәк. Көйә киҫә. Көйә ашаған. Көйә ҡарышлауығы. Көйә ҡорто. Көйә кубәләген тотоу. Тунға көйә төшкән. Бирсәткәне көйә ҡырҡҡан. Кулдәкте көйә теткеләгән.
■ Көйәнең ун дурт төрө бар. Йорттарҙа мебель, кейем-һалым, келәм һәм кейеҙ көйәләре була. Ф. Әсәнов. Көйә эйәләмәһен өсөн, кейем-һалым йыш ҡағылып, елләтелеп торолорға тейеш. В. Ғүмәров. Балауыҙ көйәһе төшмәһен өсөн кәрәҙҙәр һаҡлауға ҡуйыу алдынан көкөрт газы менән төтәҫләнә. Интернет селтәренән.
2. һөйл. Он, ҡара бойҙайҙа була торған ваҡ ҡына ҡуңыҙ, ҡорт. □ Жучок. Он көйәһе.
3. диал. ҡар. кырғаяҡ. Дымлы, бысраҡ урында көйә куп урсей.
4. диал. ҡар. айырығойрок. Көйә дымды ярата.
5. кусм. Тынғылыҡ бирмәгән, күңелде тырнап торған, борсолдорған уй, хис. □ Беспокойство; навязчивая мысль (зависть, месть и т. д.). Көнсөллөк көйәһе. Асыу көйәһе.
■ Йөрәктә һуңынан әрнетәсәк асыу көйәһе ҡуҙғалғанын тойоп, тиҙерәк тынысланырға тырыштым. Ғ. Хисамов.
КӨЙӘ II [боронғо төрки көй-] (Р.: налёт сажи; И.: thin coating of soot; T: kurum) и.
Төтөн тейгән нәмәләге йоҡа ғына ҡором. □ Налёт сажи (на дне посуды, и т. д.). Каҙан көйәһе. Таба көйәһе. Усаҡ ҡашағаһындағы көйә. Мейес көйәһе. ■ Әсҡәп еңгә ҡаҙан аҫтынан көйә алды ла балаһының маңлайына һөрттө, имеш, куҙ теймәй. К. Кинйәбулатова.
КӨЙӘ АУЫҘ (Р.: леток; И.: bee entrance; T: arı kovanı deliği) и. диал.
Бал ҡорттары инеп-сығып йөрөй торған көйә (умартаға ҡарата). □ Леток (у улья). Көйә ауыҙҙы ырып эшләу. Көйә ауыҙҙы ябып ҡуйғандар.
КӨЙӘҘ (Р: нарядный; И.: neat, spruce, stylish; T: zarif) с. диал.
1. Ыҫпай, ҡупшы. □ Нарядный, элегантный. Көйәҙ кеше. Көйәҙ кейенгән уҡытыусы.
■ Садрислам ярым ҡаласа кейенгән көйәҙ генә егет ине инде. Ф. Иҫәнғолов.
2. Һауалы, фырт. □ Щеголеватый, франтоватый. ■ Бер көйәҙ бисә утеп бара — танауы тиһәң, куккә сөйөлгән. Юҡҡа тугел, мәйтәм, аңлап алам: һуңғы мода менән кейенгән. Ш. Бикҡол. Үтә көйәҙ, уҙ һуҙле, маһайыусан булып уҫте шул ул бала. Экспедиция материалдарынан.
632