КӨЙӘЛӘНДЕРЕҮ
КӨЙӘҘЛЕК (көйәҙлеге) (Р.: щегольство; И.: foppishness, dandyism; T: şıklık düşkünlüğü) и.
1. Көйәҙ булыу, фырт булыу, ҡупшылыҡ.
□ Щегольство, франтовство, пижонство. Унда көйәҙлектең бер әҫәре лә юҡ. ■ Хатта .. булмағандыр бындай көйәҙлек. Картотека фондынан.
2. Көйәҙ ҡыланыш, ҡылансыҡлыҡ.
□ Жеманство, кокетство. Яһалма көйәҙлек менән. ■ Быларҙың никруттары көйәҙлек курһәтмәй: ауылдарында, ғәҙәти ваҡытта ниндәй булһа, бында ла шулай. Ғ. Ибраһимов. Хан шунда уҡ Алтынсәскә табан әйләнеп, айырым бер маһайыу һәм көйәҙлек менән муйынсаны, гәуһәрҙе тәҡдим итә. Картотека фондынан.
КӨЙӘҘЛЕК КҮРҺӘТЕҮ (көйәҙлек күрһәт-) ҡ. ҡар. көйәҙләнеү.
КӨЙӘҘЛӘНЕҮ (көйәҙлән-) (Р.: красоваться; И.: stand in beauty; T.: gösteriş yapmak) ҡ. диал.
1. Матур итеп кейенеп яһаныу, ҡупшыланыу. □ Красоваться, наряжаться; щеголять, форсить. Көйәҙләнеп йөрөу. ■ Беҙҙең клуб мөдире лә бик көйәҙләнеп килгән, туш кеҫәһенә янып торған ҡыҙыл яулыҡ ҡыҫтырған. Ф. Ғүмәров.
2. һөйл. Ҡылансыҡланыу, ҡыйпаңлау; наҙланыу. □ Кокетничать, жеманничать. Ирҙәр алдында көйәҙләнеу. ■ Турат, .. һылыу ҡыҙҙар кеуек көйәҙләнеп, бышҡырып ҡуя. Ә. Әминев.
КӨЙӘҘ ТУРҒАЙ (Р: щёгол; И.: goldfinch; T.: saka kuşu) и. зоол.
Түбәһе, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара, арҡаһы, түшенең ике яғы, ҡанаттарының уртаһы асыҡ һарғылт көрән, суҡышы тирәләп сағыу ҡыҙыл таптары булған, һирәк ағаслы урмандарҙа йәшәүсе матур ҡош; ҡупшыҡай.
□ Щёгол (лат. Carduelis carduelis). Көйәҙ турғай улән орлоҡтары, бөжәктәр менән туйына.
КӨЙӘҘ ҺАНДУҒАС (Р: варакушка; И.: bluethroat; T.: gökgerdan) и. зоол.
Һандуғасҡа оҡшаған, һырты ҡуңыр йәки һоро, ҡойроғо ерән төҫлө, барҡылдаҡтар ғаиләһенә ҡараған, матур һайрай торған
бәләкәй күсәр ҡош. □ Варакушка (лат. Lus-cinia svecica). ■ Көйәҙ һандуғастар һайрай сәңгел-сәңгел, ниндәй шәп тип, гөлдә наҙ булыу. К. Кинйәбулатова.
КӨЙӘК (көйәге) (Р: специальная повязка для козлов; И.: abdominal band; T.: karın bağı) u.
Тейешһеҙ ваҡытта артылмаһын өсөн һарыҡ-кәзә тәкәһенең бауыр аҫтына бәйләй торған кейеҙ; бауырлыҡ. □ Специальная повязка для козлов и баранов для регулирования случки; набрюшник. Көйәк бәйләу. Көйәк әҙерләу. һарыҡ тәкәһе көйәге.
КӨЙӘКӨРТ (Р: уховёртка; И.: earwig; T: kulağakaçan) и. зоол. диал.
Асаланып торған ҡойроҡло, ҡара йәки ҡара көрән төҫтәге тараҡан һымаҡ бөжәк (өйҙөң еуеш ерҙәрендә, иҙән аҫтарында була)\ айрығойроҡ. □ Уховёртка (лат. Dermaptera). Көйәҡорт кубәйгән. Көйәҡорт булмаһын тиһәң, иҙән йыуғанда ныҡ итеп ҡороторға кәрәк.
КӨЙӘЛСӘН (Р: беспокойный; И.: uneasy; T: endişeli) с. диал.
Тиҙ генә ҡайғырып барыусан. □ Беспокойный. Көйәлсән кеше. ■ һай, көйәлсән дә икәнһең уҙең, бер һуҙ әйтер әмәл юҡ. Экспедиция материалдарынан.
КӨЙӘЛӘК с. диал. ҡар. көйгәләк. Көйә-ләк кеше. И Көйәләк йән, тынғыһыҙ булырһың икән шул тиклем: арымайһың да, талмайһың да, өҙлөкһөҙ нимә тураһында булһа ла борсолоп тик йөрөйһөң. Картотека фондынан.
КӨЙӘЛӘН I (Р: беспокойный; И.: uneasy; T: telaşlı) с. диал.
Тынысһыҙ, ҡайғырыусан, борсолоусан. □ Беспокойный. Көйәлән өләсәй. Көйәлән курше.
КӨЙӘЛӘН II (Р: беспокойно; И.: uneasily; T: telaş ile) р. диал.
Ҡайғырып (куберәк бушҡа ҡайғырып), хәсрәтләнеп, көйөнөп, бошоноп, яндырайланып. □ Беспокойно; тревожно. Көйәлән йөрөу. Я Былай ҙа көйәлән йөрөгән Гәрәй .. тәртипһеҙлек өсөн көнө буйы бошоноп, ҡарайып киткәндәй тойолдо. А. Ғиләжев.
КӨЙӘЛӘНДЕРЕҮ (көйәләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. көйәләнеү, понуд. от көйәләнеү.
633