Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 634


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨЙӘЛӘНЕҮ
Ата-әсәне көйәләндереу. ■ Хат яҙмайынса көйәләндермә, зинһар. Б. Бикбай.
КӨЙӘЛӘНЕҮ (көйәлән-) (Р.: переживать; И.: be upset (about); be anxious; T.: telaşlanmak) ҡ.
Кем йәки нимә өсөн ныҡ борсолоу, хафаланыу, яныу, көйөү, ҡайғыға төшөү.
□ Переживать, беспокоиться, тревожиться. Бушҡа көйәләнеу. Көйәләнеп йөрөу. Ямғыр булмағанға көйәләнеу. Эштәге тәртип өсөн көйәләнеу. ■ Көйәләнмәгеҙ, бөтәһе лә һеҙ тигәнсә булыр, йәмәғәт, «һәнәк», № 4, 2010.
КӨЙӘЛӘҮ I (көйәлә-) (Р.: заводиться (о моли)', И.: get infested; T.: güvelenmek) ҡ.
Көйәләр барлыҡҡа килеү (берәй әйберҙә).
□ Заводиться (о моли). Быйма ғына тугел, мамыҡ шарф, шәл дә көйәләгән. ■ Кейем көйәләмәһен өсөн кеҫәләренә, йә булмаһа кейем эргәһенә, берәй нәмәгә төрөп, тәмәке һалып ҡуялар. Экспедиция материалдарынан.
КӨЙӘЛӘҮ II (көйәлә-) (Р: пачкать сажей; И.: smear with soot; T.: kurum bulaştırmak) ҡ.
Көйә (II) тейҙереү, көйәгә буяу, ҡоромлау.
□ Пачкать сажей. Бармаҡты көйәләу. Куҙ тейеуҙән көйәләу. Биттәрен көйәләп ҡуя торғайнылар.
КӨЙӘНТӘ (Р: коромысло; И.: yoke; Т.: saka sırığı) и.
1. Биҙрә, күнәк, кәрзин һ. б. нәмәләрҙе ике башындағы уйымына йәки тимер ырғаҡтарына элеп, яурынға һалып күтәреп йөрөтөү өсөн махсус бөгөп яһалған ағас яйланма.
□ Коромысло. Көйәнтәне яурынға һалыу. Көйәнтә биҙәкләу. Семәрле көйәнтә. Буяулы көйәнтә. Бизмән көйәнтәһе. Ике көйәнтә һыу килтереу. Көйәнтә кеуек бөгөлөу. ■ Сания апай һыуға бара, көйәнтәһе алмалы. Таҡмаҡтан. Яҡын ҡәйенһеңлеһе .. яҡшы теләк теләп, көйәнтәне еңгәһенең уң яурынына һала. Картотека фондынан.
2. миф. Бәләкәй ҡыҙ баланың еткән ҡыҙ ҡорона инеү символы. □ Символ инициации, перехода девочки в девушку. Көйәнтә алыу.
3. Ҡуш күнәк менән ташыған нәмәләрҙе шартлы үлсәү. берәмеге. □ Условная мера
объёма. Ике көйәнтә балсыҡ. Биш көйәнтә картуф. И [Ғәйшә] бөгөн Иҙелдән ун бер көйәнтә һыу ташып, емеш-еләктәргә һипте, әллә ни саҡлы тутәл йомшартты. М. Ғәли.
4. туҡ. Көрөҫ элә торған таяулы арҡыры ағас (киндер урынының бер өлөшө). □ Приспособление для подвешивания нитчёнок. Туҡыу станының көйәнтәһе ысҡынған.
5. тех. Төрлө ҡорал-ҡорамалдың уртанан нығытып ике башына ауырлыҡ һала торған таяҡ рәүешендәге өлөшө. □ Двуплечий рычаг. Бизмән көйәнтәһе.
6. диал. Ҡоҙоҡтоң һыу күтәртә торған оҙон һайғауы; һиртмә. □ Журавль (у колодца). Көйәнтәле ҡоҙоҡҡа йөрөйбөҙ.
7. Башҡорт мифологияһында ҡатын-ҡыҙ башланғысын белдереүсе предмет (тыйыуҙар, йолалар менән бәйле). □ Мифологизированный предмет, символизирует женское начало (с ним связано множество запретов, обрядов). И Көйәнтәне ашаҡлап сығырға ярамай. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
♦ Көйәнтә йотҡан эйелеп-бөгөлөп эшләргә яратмаған, ҡарап тороу йәки тик йөрөүҙе артыҡ күрә торған кеше. □ Человек, который не любит наклониться, нагибаться во время работы, букв. Проглотивший коромысло. Көйәнтә кеүек бөгөлөү (йәки бөкөрәйеү, һығылыу) кәүҙә, буй үҙенең ту-рылығын юғалтҡанда, бөкрәйгән ваҡытта әйтелә. □ О сутулости, горбатости человека.
КӨЙӘНТӘ АЛЫУ (көйәнтә ал-) (Р.: становиться девушкой; И.: become a maiden, come of age; T.: büyümek) ҡ. миф.
Ҡул араһына инеп, эшләшә, ярҙамлаша башлау. □ Взрослеть, становиться помощницей (о девушках). И Яңы ғына инем ҡолонсаҡ, көйәнтәләр алыуым яңы саҡ. Халыҡ йырынан.
КӨЙӘНТӘ БАШЫ (Р: крючок коромысла; И.: yoke hook; T.: saka sırığı ucu) и.
Көйәнтәнең башындағы ырғаҡ йәки уйым. □ Крючок или выемка коромысла. ■ Емеш, .. көйәнтә башы менән йоҡа ғына боҙҙо сайрата һуғып, мәке асты. 3. Биишева.
КӨЙӘНТӘБИЛ (Р: конь с гибкой спиной; И.: horse with pliable back; T.: bükülür belli at) и. диал.
634