Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 636


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨЙӘРМӘНДӘРСӘ
Спорт ярышын үтә яратҡан, уның барышы һәм ундағы уңыштар менән ныҡ ҡыҙыҡһынған, ҡайһылыр төркөмгә уңыш теләгәң кеше. □ Болельщик. Көйәрмән булыу. «Салауат Юлаев» командаһы көйәрмәндәре.
КӨЙӘРМӘНДӘРСӘ (Р.: как болельщик; И.: as a fan; T.: taraftar gibi) 72.
Көйәрмәнгә хас (эш, ҡылыҡ һ. б.). □ Свойственно болельщикам (действия, поведение). ■ «Салауат Юлаев» командаһы өсөн «ауырыусылар» көйәрмәндәрсә ҡылыҡтары менән уйынсыларҙы ҡеуәтләп, кутәремләп торҙо. «Йәшлек», 10 октябрь 2012.
КӨЙӘҪ с. диал. ҡар. көйөҫ.
КӨЙӘҪЛЕ (Р.: периодически повторяющийся; И.: recurrent; T.: tekrarlanan) с. диал.
Ҡабат-ҡабат килеп яуыусы ямғыр йәки иҫеүсе ел. □ Периодически повторяющийся, появляющийся временами (об осадках, ветре). Көйәҫле ямғыр. Көйәҫле ел. ■ Ҡөйәҫле ямғыр ялҡытты инде, бесәнде йыйып алып булмай. Картотека фондынан.
КӨЙӘҪЛӘҮ (көйәҫлә-) (Р: периодически повторяться; И.: be recurrent; T.: tekrarlanmak) ҡ.
Килеп-килеп яңынан ҡабатланыу (яуыу, иҫеу). □ Периодически повторяться, появляться временами (об осадках, ветре, буране). Ҡар көйәҫләй. Буран көйәҫләнә. ■ Буран көйәҫлэй торғас, ер менән кук тоташҡан төҫлө булды: йорт-ҡураны тотош көрт баҫты. «Ейәнсура таңдары», 2 февраль 2010. [Рәйсә апай] буран көйәҫләп тынғас, буровойҙан хәбәр килгәс кенә, тынысланды. Р. Низамов.
КӨКӨРТ (Р: сера; И.: sulphur; T.: sülf) и.
1. хим. Химик элемент, һары төҫтәге тиҙ тоҡаныусан матдә (техника, медицина һәм ауыл хужалығында ҡулланыла). □ Сера. / Серный. Көкөрт иретеу. Көкөрт еҫе. Көкөрт ятҡылығы. ■ Байрамдың ҡаланы барлыҡҡа килтереусе предприятие, Башҡортостан Баҡыр-көкөрт комбинатының юбилейы менән бергә тап килеуе тантанаға тау сәнә-ғәте эштәре колориты бирҙе. «Йәшлек», 26 август 2010.
2. миф. Башҡорт мифологияһында көкөрт тире ауырыуҙарын дауалауҙа ҡул
ланыла (май яһай торған ете ҡушылманың береһе). □ Сера (мифологизированный предмет, применяется при окуривании болезней кожи и в качестве одного из семи компонентов при изготовлении мази против болячек на теле). Көкөрт менән дауаланыу.
♦ Көкөрт кеүек ҡабыныу бик тиҙ асыуланыу, ярһып китеү. □ Быстро возбуждаться, вскипеть.
КӨКӨРТ БАКТЕРИЯЛАРЫ (Р: бактерии серные; И.: sulfate-reducing bacteria; T.: kükürtlü bakteri) и. бот.
Көкөрт водородын әселәндереп, көкөрт барлыҡҡа килтереүсе бер күҙәнәкле микроскопик организмдар. □ Бактерии серные (представляют собой группу бактерий, характеризующуюся способностью окислять сероводород и отлагать в своём теле крупинки серы). Еп һымаҡ көкөрт бактериялары. Ку йы ҡыҙыл көкөрт бактериялары.
КӨКӨРТ-ВОДӨРӨД (Р: сероводород; И.: hydrogen sulfide; T.: kükürtlü hidrojen) и. хим.
Үҙенең химик составында көкөрт булған төҫһөҙ, һаҫыҡ газ. □ Сероводород, сернистый водород. ■ Саралар барыһы ла башҡорт милли уйындары, төрлө ярыштар менән бергә аралашып барҙы, кулдә һыу инеу, шифалы көкөрт-водород батҡағы менән дауаланыу һымаҡ файҙалы шөғөлдәрҙән дә ситтә ҡалыусы булманы. «Шоңҡар», 21 июль 2011. Киләсәктә бында [«Танып» шифаханаһында] ял итеуселәр көкөрт-водород ванналарында сәләмәтлектәрен нығытасаҡ. «Йәшлек», 1 октябрь 2009.
КӨКӨРТ КИСЛОТАҺЫ (Р: серная кислота; И.: sulfuric acid; T.: sülfirik asit) и.
Төҫһөҙ, еҫһеҙ шыйыҡлыҡ (минераль ашламалар, тоҙҙар, кислоталар алыуҙа, нефть, металл һ. б. сәнәғәт тармаҡтарында ҡулланыла). □ Серная кислота. ■ Көкөрт кислотаһы хатта аҙыҡ сәнәғәтендә лә ҡулланыла. Интернет селтәренән.
КӨКӨРТЛӨ (Р: серный; И.: sulfureous; T.: kükürtlü) с.
Составында көкөрт булған, көкөрт ҡатнашҡан. □ Серный, сернистый. Көкөртлө ангидрид. Көкөртлө һыу. Көкөртлө шишмә.
636