Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 637


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

көл
Көкөртлө шырпы. ■ Нефть-химия эшкәртеу институтында эшкәртелгән сероводород газдарын таҙартыу технологияһы көкөртлө водородтан төп көкөрт алыу процесында — Клаус королмаһында файҙаланыла. Интернет селтәренән.
КӨКӨРТЛӘНДЕРЕҮ (көкөртләндер-) ҡ. төш. ҡар. көкөртләү. понуд. от көкөртләү.
КӨКӨРТЛӘНЕҮ (көкөртлән-) ҡ. ҡайт. ҡар. көкөртләү. возвр. от көкөртләү.
КӨКӨРТЛӘҮ (көкөртлә-) (Р.: обрабатывать серой; И.: treat with sulfur; T: kükürtle işlemek) ҡ.
Көкөрт менән эшкәртеү, ҡатнаштырыу, көкөрткә буяу, манып алыу □ Обрабатывать серой (осыпать, мазать, смешивать с серой). Шырпы ҡабын көкөртләу. И Шырпы фабрикаһында таяҡсаларҙы көкөртләуҙә етди, хәуефһеҙлек ҡағиҙәләрен теуәл утәгән кешеләр генә эшләй ала. Картотека фондынан.
КӨКӨРТ ҮЛӘНЕ (Р: плаун булавовидный; И.: wolf’s claws; T: kurtpençesi) и. бот.
Абаға һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ, йыл буйы йәшел төҫөн юғалтмаған үлән үҫемлек. □ Плаун булавовидный (лат. Lycopodium clavatum). Көкөрт уләне һәр ваҡыт йәшел.
КӨКӨРТҺӨҘ (Р: без серы; И.: without sulfur; T: kükürtsüz) c.
Составында көкөрт булмаған, көкөрт ҡатнашмаған. □ Без серы. Көкөртһөҙ нефть. Көкөртһөҙ ашламалар.
КӨЛ [дөйөм алтай теленән кул-хөл\ (Р: зола; И.: ashes; T.: kül) и.
1. Ниндәйҙер матдәне яндырғандан һуң барлыҡҡа килгән, янмай торған, күкһел һоро төҫтәге туҙан һымаҡ онтаҡ. □ Зола, пепел. / Зольный, пепельный. Кол һауыты. Утлы кол. Кол ҡатнаш утлы кумер. Кол төҫө. Кол һыуы. Кайын көлө һелтеһе. Усаҡта кол йыйылған. Кол һибеу. Самауырҙың көлө ҡойолған. Көл — яҡшы ашлама. ■ Мейес алдына тәгәрләп төшөп, өҫтәре инде аҡһыл көл менән ҡапланып, һурелә башлаған ҡуҙҙарға текәлде [Нурия]. Картотека фондынан. Кумер тотош һурелеп бөтөп, буш көл генә булып ҡаласаҡ. «Ағиҙел», № 7, 2012. Кумәс валсыҡтары теш
төптәренә һылашты, тамаҡҡа ҡоро көл тәме йугерҙе. Д. Юлтый. • Ергә төшкән гөл булыр, утҡа төшкән көл булыр. Мәҡәл. Көл аҫтында ут торор. Әйтем. Карағайҙыц көлө куп, имәндең кумере куп. Мәҡәл. Тышы гөл кеуек, эсе көл кеуек. Мәҡәл.
2. миф. Мифлаштырылған, ыңғай ҙа, кире лә тәьҫир итә торған әйбер (ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарын им-том менән дауалауҙа, яман көстәрҙән һаҡланыу сараһы булараҡ ҡулланылған; улем, юҡ булыу менән бәйле).
□ Зола, пепел (в башкирской мифологии используется в магическом лечении женских болезней, применяется как отгонное средство от нечистой силы, а также связывается со смертью, исчезновением). Им-том коло. Кол менән имләйем: кол кеуек осһон, кумәртәләп сыҡһын, был ауырыу бөтөнләйгә китһен, име-томо шул булһын! Экспедиция материалдарынан. «Име-томо шул булһын!» — тип, ауырыуҙың кәуҙэһе тирәләй йәки ҡайһы ере ауырта, шул урында өс-ете тапҡыр өйләндереп, һамаҡлай-һамаҡлай көл менән имләгәндәр. Экспедиция материалдарынан.
♦ Артыңа көл ҡабат килеп күренмә, тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Уходи и больше не возвращайся. доел. Тебе вслед зола. <Артынан> көл һибеп ҡалыу яратмаған кешенең киткәненә ҡыуанып, бүтән килеп күренмәүен теләү.
□ соотв. Скатертью дорога; уходи и больше не возвращайся. Кәлгә аунаһын {йәки көнөн күрһен) зыяны теймәһә, теләһә ни эшләһен, тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Пусть себе живёт. ■ Кешелә ни эшең бар, теләһә ни эшләһен. Кәлгә аунаһын, көнөн курһен, тигәндәр боронғолар. Һ. Дәүләтшина. Кәлгә осоу юҡҡа сығыу, бушҡа китеү. □ Испепеляться (растратиться) напрасно, впустую. И Таллыҡ артынан бер төркөм ҡыҙҙар-егеттәр шау-лаша-шаулаша килеп сығыу менән бындағы тынлыҡтың, һиллектең көлө куккә осто. Ғ. Ибраһимов. Көлөн күккә осороу 1) яндырып, үртәп, юҡҡа сығарыу. □ Испепелять. ■ [Зөбәйҙә — Йәмилгә:] Икегеҙ ҙә бер яҡлымы? Уҡып сығам да [көндәлектең]көлөн куккә осорам. И. Абдуллин. Әбей батшаның ғәскәре ауылға урт һалып, көлөн куккә осороп киткән. 3. Биишева; 2) ватып-емереп донъя
637