КӨЛ БУЛЫУ
йөҙөнән юҡ итеү. □ соотв. Разнести в пух и прах, камня на камне не оставить. ■ [Баян:] Имениеғыҙҙың көлөн куккә осорам. М. Кәрим. Башҡорт атлылары Буг йылғаһы буйында фашистарҙың ояһы Берлинды алырға һәм Гитлерҙың көлөн куккә осорорға ант иттеләр. М. Кәрим. Бындағы ағай-энеләргә әйт, тиҙ көндән бынау быуа тубәнендәге ултырған фабриканың көлөн куккә осорорға йыйынабыҙ. Т. Хәйбуллин. Көтә-көтә көл булыу бик оҙаҡ көтөп арыу. □ Посереть, побледнеть от долгого ожидания. ■ [Мәрйәм:] Ҡыҙҙар көтә-көтә көл булды инде, әйҙә, киттек! Ш. Янбаев. Ҡабырғаһы (йәки ҡабырғаң) менән көл ташытырмын (янағанда әйтелә). □ соотв. В порошок сотру (угроза). һәр кем үҙ икмәгенә көл тарта үҙ файҙаһын ҡараған кешегә ҡарата әйтелә. □ Каждый думает только о своей выгоде.
КӨЛ БУЛЫУ (көл бул-) (Р: испепеляться; И.: incinerate; T.: küllendirmek) ҡ.
Янып юҡҡа сығыу, янып бөтөү. □ Испепеляться; превратиться в пепел. И Ҡаралтылар, йорттар, бағаналар ут эсендә янып көл булған. Картотека фондынан.
КӨЛБӘҮ (көлбә-) (Р: раскинуться; И.: stretch out, stretch far away; T.: yayılmak) ҡ. диал.
Күлбеү, йәйелеп ятыу. □ Раскинуться, простираться. Ҡуҙ куреме ергә Аҡкул көлбәп ята.
КӨЛГӨЛӘҮ (көлгөлә-) (Р: посмеиваться; подшучивать; осмеивать кого’, И.: mock smb; laugh (softly); T: gevrek gevrek gülmek) ҡ.
1. Көлөп-көлөп ҡуйыу. □ Посмеиваться. Эстән генә көлгөләп ҡуйыу. ■ Беҙҙең һөй-ләшеуҙе ишетеп, етди куренгән ағай кешенең көлгөләуе ҡыҙыҡ булып китте. М. Ғәли.
2. Ҡемдән йәки нимәнән еңелсә йәки мыҫҡыл итеп көлөү. □ Подшучивать иногда над кем, чем-л. или осмеивать иногда кого, что-л. Дуҫтан ҡыҙыҡ итеп көлгөләу. ■ «Инструкторҙың мыҫҡыллап көлгөләуе ялҡытты инде», — тип, уҡыуын ташланы ла ҡайтты улыбыҙ. Ф. Ғүмәров.
КӨЛГӘЛӨШТЕРЕҮ (көлгөләштер-) ҡ. ҡар. көлөштөрөү. Ҡөлгөләштерергә яратыу.
КӨЛГӨПШӘ (Р: лесной купырь; И.: cow parsley; T.: yabani frenk maydanozu) и. диал. бот.
Бер, ике йәки күп йыллыҡ сатыр сәс-кәлеләр төркөмөнә ҡараған ялан көпшәһе; ҡатын-ҡыҙ, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын, шешенеүҙе дауалауҙа ҡулланыла. □ Лесной купырь (лат. Anthriscus sylcestris). ■ Ҡөл-гөпшә — көл тәмәйткән көпшә тугел ул, дарыу яһай торған уҫемлек. Экспедиция материалдарынан.
КӨЛГӨРӨ БЕШЕРЕҮ (көлгөрө бешер-) (Р: кипятить в щёлочной воде; И.: boil in alkaline water; T.: alkali suda kaynatmak) ҡ. диал.
Киндер әйберҙе һелтелә ҡайнатыу. □ Кипятить холщовую ткань в щёлочной воде для отбеливания. Киндер көлгөрөһө бешереу. Көлгөрө бешереу өсөн ҡулланыу. Көлгөрө бешереу барышы.
КӨЛГҮМӘС (Р: хлеб, испечённый в золе; И.: bread baked in ashes; T.: kül çöreği) и. диал.
Сөсө ҡамырҙан кәлгә күмеп бешерелгән икмәк; көликмәк. □ Хлеб, испечённый в золе. Көлгумәс бешереу. ■ Ҡөлгумәсте яңы һауған йылы һөт менән ашаһаң, ифрат тәмле икәнен белерһең. Экспедиция материалдарынан.
КӘЛГӘ ӘЙЛӘНЕҮ (кәлгә әйлән-) ҡ. ҡар. көл булыу.
КӨЛҒАҠҠЫС (Р: самоварный колосник; И.: samovar fire bar; T.: ızgara) и. диал.
Самауырҙың көл төшә торған селтәре; рәшәткә. □ Самоварный колосник. Самауырҙың көлғаҡҡысын таҙартыу. Көлғаҡҡысҡа һыу төшмәһен. Көлғаҡҡысҡа янып торған нәҙек сыра төшкән.
КӨЛДӨКСӘ (Р: шесток; И.: hearth; Т.: şömine tabanı) и.
1. Усаҡ, мейестең алды. □ Шесток (у печи). Усаҡ көлдөксәһе. Сыуал көлдөксәһен ағартыу. Сыуал көлдөксәһендәге кумер һун-дергес. ■ Ул [Хәйретдин] бөкөрәйеп, көлдөксә эргәһендәге ҡарағай ту мәренән яһалған бу-кәнгә ултырҙы. Я. Хамматов. Гөлбаныу көлдөксә эргәһенә сугәләгән еренән торғас та
638