КӨЛДӨРӨҮСЕ
ҡыҙына һаман.. һағайҙы, ишек эргәһенә килде. Т. Ғарипова.
2. миф. Башҡорт мифологияһы буйынса, ҡурҡыныс урын, сөнки көлдөксәлә йәки ишек төбөндә бисура ултыра. □ Шесток (у печи) (по представлениям башкир, опасное место, место обитания духа Бисуры).
КӨЛДӨКСӘ АҒАСЫ (Р.: доска, на которой поставлен шесток; И.: hearth board; T.: şömine tabanı) и.
Мейес ҡаҙнаһының көлдөксә аҫтындағы таҡтаһы. □ Доска, на которой поставлен шесток печи. Көлдөксә ағасы буйында. Көлдөксә ағасы аҫтында.
КӨЛДӨКСӘЛЕ (Р.: с шестком (у пени)', И.: with a hearth; T.: şömine tabanı olan) с.
Көлдөксәһе булған. □ С шестком (у печи). ■ Тәҙрә аша Ғөбәйҙуллаға бәләкәй саҡтан таныш урындыҡ, мейес, ауыҙы өңрәйеп торған ҙур көлдөксәле усаҡ, яланғас иҙән таҡталары куренде. Р. Солтангәрәев.
КӨЛДӨРГӘС I (Р: смешной; И.: comic, facetious; T.: gülünçlü) с.
Көлкөлө, ҡыҙыҡлы, ирмәк, шаян.
□ Смешной, смехотворный, забавный, потешный, шуточный. Көлдөргәс мәҙәк. Көлдөргәс таҡмаҡтар. Көлдөргәс мажаралар. Көлдөргәс һуҙҙәр. ■ Бабич Троицкиға киткәнгә саҡлы уҡ Өфө тамашасыһының һөйөклө көлдөргөсө булып танылған .. сатирик ине. С. Ҡудаш.
♦ Әҙәм көлдөргәс кеше көлкөһөнә ҡалырлыҡ. □ Посмешище. Әҙәм көлдөргәс хәл.
КӨЛДӨРГӘС II (Р: смехота; И.: it’s а hoot!, what a hoot!; T.: komik) и.
Көлкө килтергән, көлдөрә торған нәмә.
□ Смехота, нечто, вызывающее смех. И Үҙенең тормоштан алынған бөтмәҫ-төкәнмәҫ көлдөргөстәре менән Вәлит Илембәтов тамашасыларҙы бер көлдөрә, бер илата. «Тамаша», № 4, 2010. • Куңел биреп эшләгән эш өлгө булыр, куңел бирмәй эшләгән эш көлдөргәс булыр. Мәҡәл.
КӨЛДӨРГӘН (Р: смешной; И.: funny, droll; T: gülünecek) с.
Көлөргә мәжбүр иткән, көлдөрә торған.
□ Смешной. Көлдөргән мәҙәк. Көлдөргән
хәбәр. • Көйҙөргән дә тел, һөйҙөргән дә тел, бөлдөргән дә тел, көлдөргән дә тел. Мәҡәл.
КӨЛДӨРӨК (көлдөрөгө) (Р: небылица;
И.: (tall) tale; cock-and-bull story; T: masal) и.
Булмағанды бар, тип, бойомға ашмаҫты бойомға ашҡан, тип һөйләп, көлдөрә торған йыйнаҡ күләмле махсус башҡарыла торған фольклор жанры. □ Небылица. Көлдөрөк һөйләу. Бик ҡыҙыҡлы булды әле был көлдөрөк. ■ Көлдөрөктәр тормошто тиҫкәреһен тышҡа әйләндергән кеуек, көләмәс геройы ҡәҙимге шарттарҙа курһәтелә. Көләмәстәр менән көлдөрөктәр араһында ла яҡынлыҡ куҙәтелә. Икеһенә лә көлдөрөусәнлек хас. Ләкин, көләмәстәрҙән айырмалы рәуештә, көлдөрөктәр һәр саҡ тулы сюжетлы була. Бер нисә көлдөрөк, бергә ойошоп, куләмлерәк көлдөрөк хасил итеуҙәре лә мөмкин. Ә. Сөләймәнов.
КӨЛДӨРӨРЛӨК (Р: смешной; И.: hearth; T: gülünçlü) с.
Көлкөнө килтерерлек, ҡыҙыҡ. □ Смешной, смехотворный, забавный, потешный.
■ Көлдөрөрлөк хәл-ваҡиғалар ҙа, уйға һа-лырлыҡ тамашалар ҙа етерлек был тормошта. «Йәшлек», 30 март 2012.
КӨЛДӨРӨҮ (кәлдәр-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. көлөү, понуд. от көлөү. Балаларҙы көлдөрөу. Көлдөрөп алыу. Көләмәс һөйләп көлдөрөу. • Дуҫ илатыр ҙа өйрәтер, дошман көлдөрөр ҙә бөлдөрөр. Мәҡәл.
2. Күҙҙәргә, йөҙгә йылмайыу төҫө сығарыу. □ Улыбаться. ■ Айбулат,.. ҡара куҙҙәрен көлдөрөп, Васяға текләй. Һ. Дәүләтшина.
3. Хурлыҡҡа, кеше көлкөһөнә ҡалыу. □ Быть объектом насмешек. Халыҡты көлдөрөу.
♦ Кеше көлдөрөү кемдеңдер оятҡа ҡалыуы. □ Быть посмешищем. Әҙәм көлдөрөү ҡар. кеше көлдөрөү.
КӨЛДӨРӨҮСЕ (Р: юморист; И.: һшпо (u)rist; comic actor fool; T: mizahçı) и.
Ҡыҙык мәҙәктәр һөйләп, кешеләрҙе көлдөрөп йөрөүсе. □ Юморист, комик, шут.
■ Юҡ-бар һөйләп көлдөрөусе куп тә ул, әммә ысын юмор оҫтаһы булыу өсөн көлдөртөу серҙәрен өйрәнергә, кешеләргә еткерә белергә кәрәк. Интернет селтәренән.
639