Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 640


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨЛДӨРӨШӨҮ
КӨЛДӨРӨШӨҮ (көлдөрөш-) ҡ. урт. ҡар. көлдөрөү, взаимн. от көлдөрөү.
КӨЛДӨРТӨШӨҮ (көлдөртөш-) ҡ. урт. ҡар. көлдөртөү, взаимн. от көлдөртөү.
КӨЛДӨРТӨҮ (көлдөрт-) ҡ. йөкм. ҡар. көлдөрөү, понуд. от көлдөрөү. Ихлас көлдөртөү. Кәрәккә-кәрәкмәгәнгә көлдөртөү.
КӨЛДӨРТӨҮСЕ и. ҡар. көлдөрөүсе. ■ Көлдөртөүсе үҙе бер ваҡытта ла алдан йәки башлап көлмәй, ә һин көләмәсеңде һөйләй башлағансы үҙец көлөп туяһың. Экспедиция материалдарынан.
КӨЛИКМӘК (көликмәге) (Р.: лепёшка; И.: cookie; T.: kül çöreği) и.
Кәлгә күмеп бешерелгән сөсө икмәк.
□ Пресный хлеб, лепёшка, выпекаемые в горячей золе. И Юлсы, төргәген асып, үлән өҫтөнә йәйеп һалды ла, юлға алып сыҡҡан көликмәген һындырып, ҡарһаланып ашарға тотондо. С. Кулибай. ® Ас сағыңда биргән көликмәк туҡ сағыңда биргән аҡ ҡаластан йөҙ артыҡ. Мәҡәл.
КӨЛ ИТЕҮ (көл ит-) (Р: разрушать; И.: to ruin; T.: kül etmek) и.
1. Кемделер, нимәнелер юҡ итеү, ҡырып бөтөрөү. □ Разрушать, стереть в порошок кого, чего-л. Дошмандарҙы көл иттек.
2. Яғыу, яндырыу. □ Сжечь.
КӨЛКӨ I (Р: смех; И.: fun; T.: gülme) и.
1. Көлдөрә торған ҡыҙыҡ күренеш; ниҙелер ҡыҙыҡ күргәндә тыуған тойғо.
□ Смех, потеха. Көлкө килеү. Көлкө күренеү. ■ Кәрим Саматты тағы шаяртырға, үсекләргә иткәйне, балыҡты күреп ҡалғас, көлкөһө юғалды тегенең. Ж. Кейекбаев. ® Ауырыу көлкө һөймәҫ. Әйтем. Бала көлкөгә туймаҫ, ялҡау йоҡоға туймаҫ. Мәҡәл. Киске эш таңға көлкө. Мәҡәл. Туйҙың күрке — уйын да көлкө. Әйтем. Күңелһеҙҙән көлкө сыҡмаҫ. Әйтем.
2. Нимәнәндер ҡыҙыҡ табып көлөү.
□ Смехота, шутка. ■ Был донъяның әсе-сөсөһөн, ауырлыҡтарын оноторға көлкө ярҙам итә. Бер йылмайып-көлөп алһаң, кире күренештәр онотолғандай була. «Кыҙыҡ менән Мәҙәк» көлкө театрының яңы программаһы тормош етешһеҙлектәренән көлә. «Йәшлек», 10 ноябрь 2010. • Көлкө көлә
килер, артыңдан ҡыуа килер. Мәҡәл. Күңел биреп эшләгән эш өлгө булыр, күңел бирмәй эшләгән эш көлкө булыр. Мәҡәл.
3. иҫк. кит. Бәләкәй күләмле юмористик йәки сатирик әҫәр; комедия. □ Небольшое юмористическое или сатирическое произведение; комедия. И .. Икенсе эйбер — бер шаршаулы көлкө. С. Агиш.
4. миф. Мифлаштырылған хәүефле хәрәкәт. □ Смех (мифологизированное олицетворённое действие). Көлкө килә.
♦ Бына һиңә көлкө! аптырағанда әйтелә.
□ Вот тебе потеха! Көлкө ҡапсығы тишелеү уйынлы-ысынлы һөйләй торғас, уңайһыҙ хәлгә ҡалыу. □ соотв. Смешинка в рот попала (залетела). Көлкө түгел эште уйынға алмаҫҡа, уның етдилегенә иғтибар итергә өндәгәндә әйтелә. □ Не смешно! Көлкөһөн (йәки көлкөңдө) яңыртыу янағанда әйтелә.
□ Отплатить за насмешки. Көлкө яңырыу башҡаларҙы мыҫҡыллап, көлөп йөрөгән кешегә ҡарата, үҙе ауыр хәлгә ҡалғанда, үсәп әйтелә. □ букв. Пусть обновится твой смех (угроза). ■ Көлә китер, артынан һөрә етер тигәндәй, бара торғас, байҙарҙың да, .. көлкөләре яңыра. «Башҡортостан», 3 март
2012. Сысканға үлем, бесәйгә көлкө берәүгә бер бәлә булып, икенсе берәү шаярғанда әйтелә. □ Потеха. ■ [Айытбай:] Сысҡанға үлем, бесәйгә көлкө, тигән кеүек, юҡ урында шаяраһың, Хәлкәс ағай. С. Агиш. Әҙәм көлкөһө кеше ғәйепләрлек, мыҫҡыллап көлөрлөк эш, нәмә йәки кеше. □ Посмешище. Әҙәм көлкөһөнә ҡалыу кеше көлөрлөк хәлгә төшөү. □ Стать посмешищем.
КӨЛКӨ II с. ҡар. көлкөлө. ■ Беренсе көлкө журналы «Йәшен» Казанда сыға. М. Ғәли.
КӨЛКӨ БҮЛМӘҺЕ (Р.: комната смеха; И.: hall of distorting mirrors; T: dev aynalı oda) и.
Төрлө тулҡынлы, ҡыйыш көҙгөләр урынлаштырылған бүлмә (үҙгәргән ҡиәфәтеңде күреп көлә торған урын). □ Комната смеха. ■ Көлкө бүлмәһендә үҙемдең күҙемде, танауымды, ҡулдарымды күреп, һыным ҡатҡансы көлдөм. «Торатау», 3 апрель 2012.
640