КӨЛӨП ҠУЙЫУ
вым раствором шкуру, кожу Тирене көлләу. Көлләу цехы.
КӨЛЛӘШТЕРЕҮ (көлләштер-) ҡ. урт. ҡар. көлләү. взаимн. от көлләү.
КӨЛМӘСЛӘНЕҮ (көлмәслән-) (Р.: шнырять, вынюхивать; И.: dart in and out; T.: yoklamak) ҡ. диал.
Кемделер йәки нимәнелер йәшерен генә күҙәтеү; һағалау, эҙләнеү, төрлө ерҙе ҡыҙырыу; темеҫкенеү. □ Шнырять, вынюхивать что-л. Йөрөр инде көлмәсләнеп өйҙән өйгә.
КӨЛНӘС с. диал. ҡар. көләс. Көлнәс йөҙлө ҡыҙ.
КӨЛӨК (көлөгө) и. зоол. диал. ҡар. ҡыҙыл шәшке. Көлөк тиреһе. Көлөк урсетеу.
КӨЛӘКӘЙ и. диал. ҡар. ҡолон. Бейәбеҙҙең көләкәйе булды. Көләкәйҙең тиреһе йылҡылдап тора.
КӨЛӨМЙӨҮ (көлөмйө-) (Р: чуть улыбнуться; И.: smile faintly; T.: gülümsemek) ҡ.
Яғымлы итеп, саҡ ҡына йылмайыу; мөләйем генә көлөмһөрәү. □ Чуть улыбнуться, придать лицу ласковое выражение. Көлөмйөп ҡарау. Көлөмйөп һөйләшеу. ■ Ата-әсәһе булып та, етемлеккә дусар ителгән балаларҙың хәлен еңеләйтеу өсөн хөкумәт барыһын да эшләй: патронат ғаиләләр, ул-лыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа алыу, махсус балалар баҡсаһы, интернаттар һ. б. Куп кәрәкме ни уларға, тамаҡтары туйһа, кешеләрсә мөнәсәбәт булһа, куңелдәре кутәрелеп, көлөмйөп уйнап тик йөрөйҙәр. «Киске Өфө», 7 апрель
2012.
КӨЛӨМҺӨРӘҮ (көлөмһөрә-) (Р: улыбаться; И.: smile; T.: gülümsemek) ҡ.
1. Саҡ ҡына көлөү, сырайға көлөү билдәһе сығарыу. □ Улыбаться, улыбнуться. Көлөмһөрәп ҡарап тороу. ■ Әсәйемдең тәфсирләп өйрәтеуенә көлөмһөрәй биреп ҡарап торам. Экспедиция материалдарынан.
2. Бер ҡәҙәр йылмайып, үҙеңдең тойғоңдо, хисеңде белдереү. □ Усмехаться, усмехнуться, ухмыляться. Әсе итеп көлөм-һөрәу.
КӨЛӨН и. диал. ҡар. ҡолон. Көлөн саба. Көлөн яратыу. Көлөн курергә барыу. ■ Бейә көлөнән еҫкәй-еҫкәй иркәләп ярата. Экспедиция материалдарынан. Куркәм көлөндә
тәрбиәләп уҫтереп, арҡаһына затлы эйәр-өпсөн һалдыра, алмас ҡылыс һуҡтыра. Халыҡ ижадынан. • Бейә эштә йөрөп тирләһә, көлөн бушҡа йөрөп тирләй. Мәҡәл.
КӨЛӨННӘҮ (көлөннә-) ҡ. диал. ҡар. ҡолонлау. Бейә көлөннәгән. И Куркәм уҙенең иренә торошло толпар әҙерләй. Көтөуҙә куҙенә салынған кук ала бейәне курҙемдеккә һоратып алып, тәрбиәләп көлөннәтә. Көлөн дә батыр шикелле мөғжизәле тыуа: тыуғанда уның кескәй генә ике ҡанаты була. Халыҡ ижадынан.
КӨЛӨНӨС с. диал. ҡар. көлкөлө. Кө-лөнөс тойолоу. Көлөнөс ваҡиға.
КӨЛӨНСӘК (көлөнсәге) и. диал. ҡар. көлкө. • Юлдаш булһаң иренсәккә, ҡалаһың икән көлөнсәккә. Мәҡәл.
КӨЛӨҢКӘЙ и. диал. ҡар. ҡолоҡай. Матур көлөңкәй.
КӨЛӨП-ЙЫЛМАЙЫП (Р: смеясь и улыбаясь; И.: chuckling and smiling; T.: gülerek) p.
Күңелдәге тойғоно күҙ, йөҙ, ирендәр хәрәкәте менән тауышһыҙ ғына белдереү. □ Смеясь и улыбаясь. Көлөп-йылмайып тороу. Көлөп-йылмайып һөйләу. И Кәйефтәрегеҙҙе бер йылға етерлек итеп кутәреп, көлөп-йылмайып йәшәргә теләһәгеҙ, матур тамашаға рәхим итегеҙ! Интернет селтәренән. Хыялдар ҡороғоҙ, изге теләктәр менән йәшәгеҙ, дуҫтар! Һәм... көлөп-йылмайып йәшәгеҙ. Һин донъяға йылмайһаң, ул да һиңә йылмайыр\ «Йәшлек», 25 сентябрь 2010.
КӨЛӨП ҠАРАУ (көлөп ҡара-) (Р: относиться несерьёзно; И.: do devil-may-care; ignore; T.: dikkat etmemek) ҡ.
Иғтибар итмәү, еңел ҡарау, иҫәпкә алмау, һанға һуҡмау; етди ҡарамау. □ Относиться несерьёзно, наплевательски. ■ Меңдәрсә кешеләрҙе куп йылдар буйынса тәрбиәләусе, уҙенең һәр һөйләме, һәр һуҙе өсөн яуаплы яҙыусыларыбыҙҙың әҙәби традицияларына көлөп ҡарайбыҙ. Картотека фондынан.
КӨЛӨП ҠУЙЫУ (көлөп ҡуй-) (Р: усмехнуться; И.: give a smile; T.: sırıtmak) ҡ.
21*
643