КӨЛӘПӘРӘЛӘП
сиселер-сиселмәҫтән (диалог осланмаҫтан), көтөлмәгәнсә тамамланған уймаҡ сатирик йә юмористик уймаҡ хикәйәне көләмәс тип атарға була. «Йәшлек», 16 август 2010. Заманының уҙгәрештәренә бик һиҙгер һәм өлгөр жанр булған көләмәстәр репертуары әлеге көндә лә байығыу өҫтөндә. Картотека фондынан. Көләмәстәрҙең куптәре айырым төпкөлдәге мөхиткә таянып, урындағы халыҡ араһында ғына билдәле була. Көләмәс махсус һөйләнергә лә, ниндәйҙер фекерҙе раҫлау йә инҡар итеу өсөн, телмәр контексында ҡулланылырға ла мөмкин. Ә. Сөләймәнов.
КӨЛӘМӘСЛЕ (Р.: юмористичный; И.: amusing; funny; T.: eğlendirici) с.
Көләмәстәре булған, ҡыҙыҡлы. □ Юмористичный, забавный. Көләмәсле хәлдәр аҙым һайын булып тора.
КӨЛӘМӘСЛӘҮ (көләмәслә-) (Р: шутить; И.: banter; T.: alay etmek) ҡ.
Ҡыҙыҡ һүҙ һөйләп (әйтеп) шаяртыу. □ Шутить, подшучивать, слегка подтрунивать. Халыҡ Фидан Ғафаровтың көләмәслә-уен яратҡанға курә, ул сәхнәгә сығыу менән, бер генә һуҙ әйтмәһә лә, көлөргә әҙер.
КӨЛӘНЕС с. диал. ҡар. көлкөлө. Көләнес хәл.
КӨЛӘПӘ I и. диал.
1. ҡар. көләпәрә 1. Көләпә кейгән.
2. Өҫ кейемдәренең башлығы. □ Капюшон (плаща, спортивного костюма и т. д.). Кәжән көләпәле булғас, башҡа ямғыр теймәй. ■ Көләпәле спорт костюмы уцайлы инде: елле, һалҡын көндө елдән, һыуыҡтан һаҡлай, эҫе көндө ҡояштан ышыҡлай. Картотека фондынан. Гөлназ сумаҙандарын ҡуйып, плащының көләпәһен кейә. И. Абдуллин.
КӨЛӘПӘ II (Р: лопух; И.: burdock; Т.: dulavratotu) и. бот. диал.
Эре киң япраҡлы, һандал сәскәле, йәбешкәк тубалсаҡлы сәнскеле үҫемлек һәм уның йәбешкәк тумалаҡ орлоғо; әрекмән. □ Лопух (лат. Arctium). Көләпәнән эшләпә яһау.
КӨЛӘПӘРӘ (Р: суконный капюшон с острым верхом, закрывающий плечи, спину; И.: hood, cowl; T.: kapüşon) и.
1. этн. Яурынды, арҡаны ҡаплаған, киң елкәле, киң ҡолаҡлы буҫтау башлыҡ (куберәк һалдаттар кейгән). □ Суконный капюшон с острым верхом, закрывающий плечи, спину. Көләпәрәне төшөрөу. И Үрге баҫҡыста өҫтөнә килешле һоро шинель, башына йондоҙло көләпәрә кейгән .. урта буйлы бер кеше тора ине. 3. Биишева.
2. диал. этн. һарыҡ тиреһенән йәки һырып тегелгән, ҡолаҡты, елкәне ҡаплап торған осло бүрек. □ Меховая (из овчины) или ватная шапка в форме капюшона с острым верхом, закрывающая уши и шею. Көләпәрә һарыҡ тиреһенән тегелә. Һырып тегелгән көләпәрә. Көләпәрәнең ҡолаҡсыны ҙур.
3. диал. Буранда бүрек тышынан кейеү өсөн туланан тегелгән баш кейеме. □ Суконная шапка типа капюшона для ношения поверх меховой шапки. Көләпәрә кейеу.
КӨЛӘПӘРӘБАШ (Р: шляпа с широкими полями; И.: hat with a wide brim; T.: geniş kenarlı şapka) и. диал.
Киң тирәсле эшләпә. □ Шляпа с широкими полями. Көләпәрәбаш кейгән. Йәй көнө аҡ көләпәрәбаш ҡояш нурҙарынан һаҡлай.
КӨЛӘПӘРӘЛЕ (Р: с капюшоном; И.: with a hood; T.: kapüşonlu) и.
Көләпәрәһе булған. □ С капюшоном. Көләпәрәле тун. Көләпәрәле спорт костюмы.
КӨЛӘПӘРӘЛЕ САРЛАҠ (сарлағы) (Р: чайконосная крачка; И.: morwennol; T.: gülen sumru) и. зоол. диал.
һырты күкһел һоро, ҡорһаҡ яғы һорғолт аҡ, башында елкәһенә төшөп торған бүрке бар, зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә торған күгәрсен ҙурлығындағы һирәк осраусы ҡош. □ Чайконосная крачка (лат. Gelochelidon nilotica). ■ Көләпәрәле сарлаҡ беҙҙең яҡтағы башҡа сарлаҡтарҙан ҡара аяҡтары һәм тауышы менән айырыла; тауышы яғымлы ғына: «ке-иек», ҡурҡҡанда йәки тынысһыҙланғанда: «крррек-кррррек».
Э. Ишбирҙин.
КӨЛӘПӘРӘЛӘП (Р: в виде капюшона; И.: hood fashion; T.: kapüşon biçiminde) р.
Көләпәрә рәүешендә, көләпәрәле итеп. □ В виде капюшона. Көләпәрәләп тегеу. Көләпәрәләп бесеу.
649