Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 650


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨЛӘР
КӨЛӘР с. ҡар. көләс. • Егет күңеле йуләрҙә, ҡыҙ куңеле көләрҙә. Мәҡәл. Аҡыллыға һуҙ әйттем — уйланы ла белде, көләргә һуҙ әйттем — яғымлы ғына көлдө. Мәҡәл.
КӨЛӘС (Р.: радостный; И.: affable; T.: gü-leryüzlü) с.
1. Шат күңелле, яғымлы сырайлы, көлөп-йылмайып торған. □ Радостный, приветливый, улыбчивый, весёлый. Көләс йөҙлө. Көләс ҡыҙ. Көләс булырға тырышыу. Көләс ҡараш. ■ Ғәләу эскерле тугел. Ул алсаҡ, ҡояш кеуек йылмайып тора. Б. Бикбай. Уның көләс йөҙөнә ҡарап, шатлығының тышҡа бәреп сыҡҡанлығын бик тиҙ курергә мөмкин ине. М. Ғәли.
2. Асыҡ йөҙлө, мөләйем, алсаҡ. □ Улыбчивый, приветливый. Г Шундай шат, көләс ҡыҙ нишләп бахыр булһын? «Йәшлек», 20 март 2010. Куҙе алдында һәр ваҡыт тиерлек шат, көләс, яғымлы атаһы тороу егеткә йәшәу көсө, илһам бирҙе. Р. Шаммас. Көләс ҡыҙҙар йылғаларҙан бөгөлөп-бөгөлөп һыу ала. Халыҡ йырынан.
3. кусм. Йәмле, матур. □ Красивый. Көләс донъя.
КӨЛӘСЛЕК (көләслеге) (Р: приветливость; И.: affability; T.: güleryüzlülük) и.
1. Яғымлыҡ, асыҡ йөҙлөлөк, мөләйемлек. □ Приветливость, улыбчивое выражение, смешинка в глазах. И Хәбәр тиҙ йөрөй шул: кешенән яҙа-йоҙа ишеткән һуҙ һалдаттың көләслеген бөтөрҙө. Экспедиция материалдарынан.
2. кусм. Йәмләп торған төҫ, матурлыҡ. □ Красота. ■ Һуңғы йылдарҙағы уҫеш ауылым йөҙөнә нур өҫтәгән, көләслек биргән, куҙгә курһәтеп йәшәрткән. Ф. Иҫәнғолов.
КӨЛӘСЛӘНЕҮ (көләслән-) (Р: заулыбаться; И.: smile a happy smile; T.: neşelenmek) ҡ.
Йөҙ асылыу, көләс төҫ алыу, көләскә әйләнеү. □ Заулыбаться, просиять; стать весёлым (о лице, глазах), выразить приветливость, радушие. Йөҙө көләсләнде. И Балаларын куреу менән, байҙарҙың йөҙө көләсләнеп китте. М. Ғафури.
КӨЛӘСЛӘТЕҮ (көләсләт-) (Р: придавать приветливое выражение; И.: give an affable look to one’s face; T: neşelendirmek) ҡ.
Яғымлы, көләс итеү (йөҙгә ҡарата). □ Придавать приветливое выражение (лицу). И Лида Кинйәғолға ҙур зәңгәр куҙҙәрен тағы ла ялтыратып, йөҙөн көләсләтеп ҡараны. А. Таһиров.
КӨЛӘСӘ I и. диал. ҡар. кәлсә. Көләсә ҡамыры. Көләсә бешереу. ■ Табикмәкте беҙҙә көләсә тип йөрөтәләр. Көләсә әсе ҡамырҙан бешерелә. Картотека фондынан.
КӨЛӘСӘ II (Р: колесо; И.: wheel; Т: tekerlek) и. диал.
Тәгәрмәс. □ Колесо. Алғы көләсә. Көләсә әйләнә. Майланмаған көләсә. Тирмән көләсәһе. Көләсә туғыны.
КӨЛӘСӘР с. диал. ҡар. көләкәс. Я Был хәлдең шаһиты булған көләсәр Зиһникамал менән бәләкәс Хәсән өй яңғыратып шарҡылдап көлөп ебәрә. X. Мохтар.
КӨЛӘҮМӘК (көләүмәге) (Р: безымянный палец; И.: fourth finger; T: yüzük parmağı) и. диал.
Сығанаҡ бармаҡ. □ Безымянный палец. Көләумәк бармаҡ буйлығы. Көләумәк бармаҡтағы балдаҡ. ■ Баш бармаҡтан һанағанда дуртенсе бармаҡ көләумәк бармаҡ була инде. Экспедиция материалдарынан.
КӨЛӘ-ШАЯРА (Р: играючи; И.: easily, effortlessly; T: gülerek) р.
Көлөп һәм шаярып, мәрәкәләп, мәҙәк итеп. □ Играючи. Көлә-шаяра әйтелгән. Көлә-шаяра эшләу. Көлә-шаяра һыу инеу. Көлә-шаяра уткәргән ваҡыт. Көлә-шаяра уйнау. ■ [Хаммат] һаман шулай көлә-шаяра, таш -тан ташҡа, ағастан ағасҡа һикереп бейеккә, ҡара урманлы ҡая тауға үрмәләй. 3. Биишева.
КӨНБАҒЫШ ИГЕНЕ (Р: ядро семечки; И.: kernel of a sunflower seed; T: ayçiçeği çekirdeği) и. диал.
Көнбағыш еме. □ Ядро семечки. Көнбағыш игене тәме. Көнбағыш игене тиклем. Көнбағыш игененән балалар яратып ашай торған козинаки яһайҙар.
КӨМБӘ I и. диал.
650