Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 652


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨМБӘҘЛӘҮ
КӨМБӘҘЛӘҮ (көмбәҙлә-) (Р.: делать сводчатым; И.: do arched; T: kubbelendirmek) ҡ.
Түңәрәкләп, көмбәҙ һымаҡ итеү. □ Делать сводчатым, со сводами, с куполом. Мәсет тубәһен көмбәҙләу. Көмбәҙләп ябыу. Көмбәҙләп эшләнгән ҡоролма. Көмбәҙләп биҙәу.
КӨМБӘЙ (Р.: закрутка фитиля лампы; И.: spin of a lamp wick; T: lamba fitilinin çıkıntısı) и. диал.
Шәм сығыры. □ Закрутка фитиля лампы. Көмбәйгә тоташтырыу. Көмбәйҙе нығытыу. ■ Шул бәуелеу арҡаһында көмбәйҙе лә борорға онотоп, ямғыр тауыштарын тыцлап, йоҡоға киткәнмен. Д. Юлтый.
КӨМЖӘЙЕҮ (көмжәй-) ҡ. диал. ҡар. көмрәйеү. Арҡаһы көмжәйеп тора. Көмжәй-гән елкә. Көмжәйеп бараһььңмы әллә? ■ Тимер тубәләргә, таштарға, тәҙрәләргә шабырҙап бәрелгән ямғыр тамсылары мине тирбәткән шикелле тойолдолар; ҡапыл бөтә кәуҙәмде ауырлыҡ баҫты, куҙҙәрем йомола башланы, бөршәйеп-көмжәйеп кенә һандыҡ өҫтөнә яттым. Д. Юлтый.
КӨМӨ (Р.: круглая железная застёжка; И.: round clasp; T: yuvarlak demir düğme) u. диал.
Түңәрәк тимер элмәк. □ Круглая железная застёжка. Комо тағыу. ■ Археологик экспедицияларҙа ирҙәр ҡәберлегендә табылған әйберҙәр араһында уҡ башаҡтары, бысаҡ, кәмәләр килеп сыға. Экспедиция материалдарынан.
КӨМӨЗ (Р: сутулый; И.: round-shouldered; T: hafifçe kamburlaşmış) с. һөйл.
Ҡулбаштарын алға сығара биреп, иңкәйеп йөрөүсән; көмрө. □ Сутулый. Көмөз кеше. Көмөз арҡа. ■ Кеше көмөз булһа, әуә-ле айыл тағып имләгәндәр. Башҡорт мифологияһынан.
КӨМӨРӨЙ (Р: сутулый; И.: roundshouldered; T: hafifçe kamburlaşmış) с. диал.
Арҡаһы сыҡҡан; бөкөс, бөкрө. □ Горбатый. ■ Куҙыйкурпәс Маянһылыуҙы оҙаҡ өгөтләп ҡарай, әммә ул быға кунмәгәс, ахырҙа: «Касыуҙан башҡа сара юҡ. Мин китермен дә, һин ҡалырһыц, унан ғумерҙә курешмәбеҙ. Һин уҙе ҡарһаҡ, уҙе аҡһаҡ, көмөрөй һәм
тиҫкәре Айҡараныц бисәһе булырһың, ә мин уҙемә бутән кәләш эҙләрмен», — ти. «Ҡу-ҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
КӨМӨРСӘЙ с. диал. ҡар. көмрө 1.
КӨМӨШ I (Р: серебро; И.: silver; T: gümüş) и.
1. Төрлө биҙәү әйберҙәре, һауыт-һаба, аҡса һ. б. яһау өсөн ҡулланылған йылтыр аҡ төҫтәге затлы металл; химик элемент. □ Серебро. / Серебряный. Саф көмөш. Аҡ көмөш. Кара көмөш. й Выжданымды һатмайым алтын, көмөш һәм ынйыға. М. Ғафури. Аҫыл алтын сапанлы батша, тиҙәр, Бугәсәу; аҫыл көмөш эйәрле атта, тиҙәр, Бугәсәу. С. Юлаев. Урал тауҙың аҫтында тимер ҙә, көмөш тә бар; Урал тауҙың өҫтөндә һуғыш та, улеш тә бар. Ҡобайырҙан. Алтын-көмөш яуып торғанда ла, бутән ерҙәр тыуған ил булмай. Халыҡ йырынан. ® Һыуҙа көмөш иремәҫ. Әйтем. Йугәнең көмөшө менән маҡтанма, атыңдын йөрөшө менән маҡтан. Мәҡәл.
2. йыйн. Шул металдан йәки уның ҡатышмаһынан эшләнгән аҡса. □ Серебро, серебяные монеты. Ун тин көмөш. Илле тин көмөш. Көмөш аҡса. Бер һумлыҡ көмөш. Кағыҙ аҡсаларҙы көмөшкә алмаштырыу.
3. кусм. Үҙенең төҫө, ялтырауы менән көмөш металды хәтерләткән нәмә. □ Серебро. ■ Бына Себер киңлегенең көмөшө — тайга энәләрен кумгән ҡар. Р. Ниғмәти.
4. миф. Һаҡлау, ҡурсалау көсөнә эйә булған мифлаштырылған металл. □ Серебро (мифологизированный предмет, оберег).
■ Ен-шайтан килмәһен тип, башҡорт ҡатындары көмөш һырға, көмөш беләҙек, көмөш йөҙөк кейгәндәр. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Көмөш кеүек (йәки һымак) берәй нәмәнең төҫөн, таҙалығын, тауыш сафлығын сағыштырып биреү өсөн ҡулланыла. □ Как серебро. Көмөш кеуек аҡ. Көмөш кеуек саф.
■ Үлән башын һыйпап утте тау еле, ысыҡ тамды йылҡылдап көмөш кеуек. М. Тажи. Тирмәм тора көмөш кеуек йылға ярында. С. Юлаев. Өлөшөнә тейгән көмөшө яҙғаны шул, тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Что дано богом.
КӨМӨШ II (Р: серебряный; И.: silver; Т: gümüş) с.
652