КӨМӨШКӘСЕ
1. Көмөш (1,1) металдан эшләнгән. □ Серебряный. Көмөш батмус. Көмөш йугән. Көмөш алҡа. Көмөш балдаҡ. Көмөш йөҙөк. Көмөш өҙәңге. Көмөш сулпы. Көмөш миҙал. Көмөш сәғәт. Көмөш тәңкә. ■ Кулымдағы көмөш балдағымдың ай менән ук йондоҙ биҙәге. Халыҡ йырынан. Алмас тимер менән яҙалар икән көмөш йөҙөктәрҙең ҡаштарын. Халыҡ йырынан. ® Кырма бурек — баш курке, көмөш йөҙөк — ҡул курке. Мәҡәл.
2. Үҙенең төҫө, ялтырауы менән көмөш металды хәтерләткән. □ Серебряный, серебристый. Көмөш балыҡ. Көмөш аҡсарлаҡ. Көмөш болоттар. Көмөш тамсы. Көмөш нурҙар. Көмөш сәс. Көмөш ысыҡ. Көмөш башлы ҡылған. ■ Камыр батыр алтын башаҡлы, ҡыҙыл ҡауырһынлы, көмөш кеҙеле уғын епкә бәйләп, келәт өрлөгөнә аҫҡан. Әкиәттән. Тышта аңҡый яҙ һауаһы, яуа көмөш тамсылар. X. Кәрим.
3. кусм. Кемделер йәки нимәнелер яҡшы тип баһалағанда әйтелә (куберәк алтын менән сағыштырып ҡулланыла). □ Употребляется при сравнении (в значении «хороший, прекрасный»). ■ Эй, Кәләнфер, көмөш тимен тырнағыңды, кәләнферҙең һабағы тим бармағыңды. Ш. Бабич. Телмәрҙәре — ялҡын, ә шулай ҙа һуҙе көмөш булһа, өндәшмәуе — алтын. Ғ. Рамазанов. Беребеҙ — алтын, беребеҙ — көмөш, ҡайҙан килеп табыштыҡ? Халыҡ йырынан.
4. кусм. Саф, таҙа (йылға, һыуға ҡарата). □ Чистый, прозрачный (о воде, реке). Көмөш һыулы шишмә.
5. кусм. Яңғырап торған, яңғырауыҡлы саф (тауышҡа ҡарата). □ Чистый, звонкий (о голосе). Көмөш сың. ■ Көмөш ауаз тукте һандуғас. С. Кулибай. Ә дуғала көмөш ҡыңғырауҙар деңгел-деңгел итеп яңғырай. Б. Бикбай. Куңелдәргә көмөш моң һалып, .. һуңғы ҡыңғырау зынрай. Р. Шәкүр.
КӨМӨШБИКӘ (Р: дух Солнца; И.: Sun deity; T.: Güneş tanrısı) и. миф.
Ҡояш (Көн) тәңреһенең исеме. □ Дух Солнца, божество Солнце. И Көн инәһе Кө-мөшбикәгә аҙығын бирәм. Башҡорт мифологияһынан.
КӨМӨШ ЕП (ебе) (Р: белый позумент; И.: white galloon; T.: beyaz sırmalı şerit) и. диал.
1. Ҡайыу, сигеү һ. б. өсөн көмөш йәки бүтән йылтыр ҡушып эшләнгән еп; аҡ уҡа.
□ Белый позумент, серебрина. И Парса (ҡытат) кулдәк — көмөш еп ҡушып һуғылған ебәк туҡыманан тегелгән кулдәк була. Көмөш еп ҡушып һуғылған ебәк туҡыманан торған шәлде парсалы шәл тип атайҙар. Экспедиция материалдарынан.
2. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың яулыҡ аҫтынан маңлайға кейә торған тәңкә-мәрйен менән биҙәүле түбәтәй һымағыраҡ баш кейеме; ҡалпаҡ.
□ Женский головной убор (украшение) из позумента. И Әйткәндәй, башҡорттарҙың һәр миҙгелгә ҡулай баш кейеме булған: йылыла — ҡатын-ҡыҙ көмөш еп ҡалпаҡ, ирҙәр — тубәтәй, яҙлы-көҙлө — көләпәрә һәм еңел бурек, ә инде ҡышҡы һыуыҡта тире бурек кейгәндәр. 3. Бураҡаева.
КӨМӨШ КӘНТӘЙ ХӘҘРӘТ (Р: божество, дух Солнца; И.: Sun deity; T.: Güneş tanrısı) и. диал.
Ҡояш тәңреһенең, эйәһенең исеме. □ Божество, дух Солнца. ■ Әуәле балаға куҙ тейһә, Көмөш Кәнтәй хәҙрәткә тип доға уҡый торғайнылар. Башҡорт мифологияһынан.
КӨМӨШКӘ (Р: самогон; И.: home-distilled vodka, hooch; T.: alkollü içki) и. һөйл.
Өйҙә ябай ысул менән ҡыуып алынған иҫерткес эсемлек. □ Самогон. Көмөшкә ҡыуыу. Көмөшкә сығарып бирҙе. Бер сирек көмөшкә сығарып туктеләр. ■ Эскелекте бөтөрәм тиһәң, иң беренсе көмөшкә ҡыуыу, уның менән һатыу итеуҙе тыйырға кәрәк. Интернет селтәренән.
КӨМӨШКӘ ҠЫУЫУ (көмөшкә ҡыу-) (Р: гнать самогон; И.: distill moonshine; T.: içki damıtmak) ҡ. һөйл.
Өйҙә ябай ысул менән ҡыуып иҫерткес эсемлек алыу; көмөшкә ҡайнатыу. □ Гнать, перегонять самогон. Көмөшкә ҡыуыу аппараты.
КӨМӨШКӘСЕ (Р: самогонщик; И.: moonshiner; T.: rakıcı) и. һөйл.
Көмөшкә ҡыуыусы. □ Самогонщик. Кө-мөшкәсегә административ яза биреу. ■ Ауыл
653