көмпөл
1. Көмөш ялатыу, көмөш менән ҡаплау.
□ Серебрить. Самауыр көмөшләу. Көмөшләп биҙәу. Беләҙекте көмөшләу.
2. Көмөш менән биҙәкләү. □ Украшать, отделывать серебром. ■ Башыцдағы йугә-нецде көмөшләрбеҙ, юрғам; ҡара ҡырпыу уң-легеңде нағышларбыҙ, юрғам. Халыҡ йырынан.
КӨМӨШЛӘҮСЕ и. ҡар. көмөшсө.
КӨМӨШМӨРӨН (Р.: лысуха; И.: Eurasian Coot; T.: sakarmeke) и. зоол.
Бөтә ере ҡара, тик суҡышы ғына аҡ өйрәк төрө. □ Лысуха, лыска (лат. Fulica atra). ■ Көмөшморон — һыу ҡошо. Көмөшморон осор алдынан һыу өҫтөнән бер нисә метр йугереп бара, шунан ғына һауаға кутәрелә. Көмөшморондоц тауышы ҡыҙыҡ ҡына: «тьек-тьек». Көмөшморон һыуҙа нимә таба, шуның менән туҡлана. Интернет селтәренән.
КӨМӨШ САБЫУ (көмөш сап-) ҡ. ҡар. көмөш һалыу. ■ Көмөш сабып эшләнгән йөгаяҡ өҫтөнә урын йыйылып, нағышлы урын тартҡыһы төшөрөлгән. X. Ғәбитов.
КӨМӨШСӨ (Р.: ювелир-серебряник; И.: jeweller; T.: gümüşçü) и.
1. Көмөштө биҙәкләп әйберҙәр яһаусы йәки әйберҙәрҙе көмөшләүсе оҫта, зәргәр.
□ Ювелир-серебряник, мастер по серебрению. • Көмөш ҡәҙерен көмөшсө белер. Әйтем.
2. иҫк. Алтын-көмөштән эшләнгән аҫыл нәмәләр һатыусы. □ Продавец ювелирных изделий. Карт көмөшсө.
КӨМӨШСӨЛӨК (көмөшсөлөгө) (Р: работа ювелира; И.: silverer’s trade; T.: gümüş-çülük) и.
Көмөшсө эше менән шөғөлләнеү, көмөшсө булып эшләү. □ Работа ювелира. Көмөшсөлөк эше — яҡшы кәсеп ул хәҙер.
КӨМӨШ ТУЙ (Р: серебряная свадьба; И.: silver wedding; T: gümüş düğün) и.
Ир менән ҡатындың егерме биш йыл бергә ғүмер итеүенә арналған ғаилә байрамы.
□ Серебряная свадьба. Көмөш туй менән ҡотлау.
КӨМӨШТӘЙ I (Р: серебристый; И.: like silver; T.: gümüş gibi) c.
1. Көмөш төҫөндәге, көмөш төҫөнә оҡшаған. □ Серебристый. Көмөштәй болоттар.
Көмөштәй бәҫ менән ҡапланыу. Көмөштәй сәстәр. ■ Шул ваҡыт куҙҙән сыға тәгәрәп көмөштәй йәштәрем. М. Ғафури. Кыҙыл алма эйәгең, саф көмөштәй һөйләуең. С. Юлаев. Саф көмөштәй йырҙарымды йырламайым алтын өсөн. Йырлайым тик саф көмөштәй саф йөрәк халҡым өсөн. Ш. Бабич.
2. Саф, таҙа (йылға, һыуға ҡарата). □ Чистый, прозрачный (о воде, реке). ■ Беҙ инештең көмөштәй таҙа, һалҡын һыуына айран һыулап эсә торғайныҡ. Р. Шаммас.
КӨМӨШТӘЙ II (Р: подобно серебру; И.: like silver; T: gümüş gibi) р.
1. Көмөшкә оҡшап, көмөш төҫлө. □ Подобно серебру. ■ Төнөн куккә ай ҡалҡһа, алтындай балҡый Уралтау, көндөҙ куккә көн ҡалҡһа, көмөштәй балҡый Уралтау. С. Юлаев.
2. Сыңлап торған, яңғырауыҡлы (тауышҡа ҡарата). □ Звонко, звучно (о голосе, звуке). Көмөштәй яңғырап сыға ине уның тауышы.
КӨМӨШ ҺАЛЫУ (көмөш һал-) (Р: украшать серебром; И.: decorate with silver; T: gümüşlemek) ҡ.
Көмөш менән биҙәкләү. □ Украшать серебром. ■ Егет кенә булһаң, һин егет бул, көмөш һалдыр ҡайыш йугәнгә. Халыҡ йырынан.
КӨМӨШ ҺЫУ (Р: вода, содержащая серебро; И.: water containing silver; T: gümüş suyu) и.
1. Составында көмөш (химик элемент) булған һыу; көмөшлө һыу. □ Вода, содержащая серебро.
2. кусм. Таҙа, саф һыу. □ Чистая вода. ■ Көмөш һыуҙар аға, ҡоштар һайрай, шул саҡтарҙа бигерәк яманһыу. Халыҡ йырынан.
КӨМӨШ ЯЛАТЫУ (көмөш ялат-) (Р: покрыть серебром; И.: silver; T: gümüşlemek) ҡ.
Нимәнеңдер өҫтөнә йоҡа ғына итеп көмөш йүгертеү, яғыу. □ Покрыть серебром, серебрить. Көмөш ялатылған сәғәт бигерәк матур куренә. Көмөш ялатылған һауыт.
КӨМПӨЛ (Р: ботало; И.: kind of fishing tackle; T: sopa) и. диал.
Балык өшкөтә торған тупалсаҡ башлы оҙон таяҡ; дөмбөр. □ Ботало.
655