Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 656


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨМРӨ
КӨМРӨ I (Р.: изогнутый; И.: with a buld-ge; T.: eğri) с.
1. Дуғаланып сығып торған, кәкрәйеп ҡалҡып торған. □ Изогнутый, дугообразный, с горбинкой. Көмрө таҡта. Көмрө танау. ■ Осло ярғаҡ бите, көмрө танауы уға [Ғиндуллаға]уҫал кеше ҡиәфәте бирә. Н. Мусин.
2. Яурыны, елкәһе сығыңҡырап, дуғаланып торған. □ Сутулый. Көмрө кеше. Көмрө елкә.
3. Дуғаланып ҡалҡып торған; ҡабарынҡы.
□ Выпуклый. Көмрө быяла.
КӨМРӨ II (Р: горб; И.: humpback; Т.: kambur) и.
1. Яурындың дуғаланып сығып торған ере. □ Горб, сутулина. Көмрөһө сыҡҡан ҡарт.
2. миф. Юғары көстәр тарафынан билдәләнгән, тылсымлы көскә эйә кеше. □ Горбатый человек (мифологизированное отмеченное свыше лицо, обладающее магической силой). ■ Боҙ яуһа, көмрө урамға сығып, өс бөртөк боҙ йотһа, ул туҡтай, тиҙәр. Картотека фондынан.
КӨМРӨКӘЙ ҮТКӘРЕҮ (Р: магический способ лечения; И.: kind of magic spell; T: büyü ile tedavi etmek) и.
Көмрөнө имләү ысулы. □ Магический способ лечения горбуна (проводы горба). И Әуәле көмрө булһа, көмрөкәй үткәргәндәр. Башҡорт мифологияһынан.
КӨМРӨ СЫҒЫУ (көмрө сыҡ-) (Р: сгорбиться; И.: hunch up; T.: kamburlaşmak) ҡ.
Бөкрөгә әйләнеү; бөкрө булыу; арҡа көмрәйеү. □ Сгорбиться, стать сутулым, сутулиться. Дөрөҫ ултырмауҙан көмрө сығыу. Көмрө сығыу ҡурҡынысы. Көмрө сығыу осраҡтары.
КӨМРӘ и. диал. ҡар. көмбәҙ 2. Ялтыр тимер менән ябылған көмрә.
КӨМРӘЙЕҮ (көмрәй-) (Р: гнуться; И.: bend; stoop; T.: kamburlaşmak) ҡ.
1. Көмрө (I, 1) булыу. □ Гнуться, образовывать выпуклость. Таҡта көмрәйгән. Көмрәйеп торған танау. Көмрәйеп йөрөу. ■ Юлға сығыр алдынан хушлашып китәйем тип барһам, терһәктәрен тубығына таяп,
көмрәйеп кенә тыштағы эскәмйәләрендә ултырған була. М. Ямалетдинов.
2. Көмрөгә (I, 2) әйләнеү. □ Горбиться, сутулиться. Көмрәйеп ултырыу. ■ Йәш Мицлеғәли ғумер буйы кешегә эшләп арҡаһы көмрәйгән атаһы артынан пароходҡа барып инде. Ә. Ихсан.
КӨМРӘЙЕШЕҮ (көмрәйеш-) ҡ. урт. ҡар. көмрәйеү 2. взаимн. от көмрәйеү 2.
КӨМРӘЙТЕҮ (көмрәйт-) (Р: горбить;
И.: arch, hunch; T.: kamburlaştırmak) ҡ.
Көмрөгә (I, 2) әйләндереү. □ Горбить, сутулить. Арканы тәгәрмәстәй көмрәйтеу. Ауыр эш көмрәйтте.
КӨМРӘНЛӘТЕҮ (көмрәнләт-) ҡ. йөкм. ҡар. көмрәнләү, понуд. от көмрәнләү.
КӨМРӘНЛӘҮ (көмрәнлә-) (Р: сутулиться; И.: stoop; T.: kamburlaşmak) ҡ.
1. Көмрәйеп хәрәкәтләнеү, тынмай йөрөп ятыу (оло кешеләргә ҡарата). □ Сутулиться, горбиться при ходьбе (о пожилых, слабых). Көмрәнләп эшләп йөрөу. Көмрәнләп атлау.
2. диал. Алпан-толпан баҫыу. □ Шагать вперевалку.
КӨМҺӘЙЕҮ (көмһәй-) (Р: сгорбиться; И.: stoop; T.: kamburlaşmak) ҡ. диал.
Көмрәйеү. □ Сгорбиться, сутулиться.
КӨМҺӘНЛӘҮ (көмһәнлә-) (Р: суту литься; И.: stoop a little; T.: hafifçe kamburlaşmak) ҡ. диал.
Көмрәйеп хәрәкәтләнеү, тынмай йөрөп ятыу (оло кешеләргә ҡарата). □ Сутулиться, горбиться при ходьбе (о пожилых, слабых). Ул, ғәҙәтенсә, саҡ ҡына көмһәнләберәк ҡыҙыу аҙымдар менән утеп бара. ■ Хисмәтулла, керҙәрен ҡоймаға элеп, көмһәнләп йөрөгән әсәһенә ҡарап, оҙаҡ өндәшмәй торҙо ла, асыҡ ишек тупһаһына барып ултырҙы. Я. Хамматов.
КӨМӘГӘЙ I (Р: нёбо; И.: palate; T.: damak) и. анат. диал.
1. Ауыҙ әсенең өҫкө өлөшө; аңҡау. □ Нёбо. Көмәгәй һөйәге. Көмәгәй биҙе. Тел осон ацҡауға тартып әйтеу.
2. Һыйырҙың өҫкө теш ите. □ Верхние дёсны у коровы. Көмәгәй ауырыуы.
КӨМӘГӘЙ II (Р: дно; И.: bottom; Т.: dip) и. диал.
656