Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 657


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

көн
Һауыт-Һабаның аҫҡы яғы, төп. □ Дно. Табаҡ көмәгәйе. Ҡаҙан көмәгәйен таҙартыу.
КӘМӘЙ и. анат. диал.
1. диал. ҡар. тел төбө.
2. диал. ҡар. аңҡау. Кәмәй буйы ауырта.
КӨМӘК (көмәге) (Р.: нёбо; И.: palate; Т.: damak) и. анат. диал.
Кешенең һәм хайуандарҙың ауыҙ әсенең өҫкө өлөшө, аңҡау. □ Верхняя стенка ротовой полости у позвоночных животных и человека, нёбо. Алғы көмәк. Артҡы ҡөмәк. Йомшаҡ көмәк. Көмәк төбө. Көмәк ауырта.
КӨМӘ-КӨН (Р: за день; И.: during the day; T.: gün içinde) р. диал.
Иртәнән алып кискә тиклемге ваҡыт араһында; көн эсендә. □ За день, в течение дня. Көмә-көн килеп етеу. Көмә-көн тамамлап ҡуйыу. Машина менән көмә-көн барып килеп була.
КӨМӘННЕ (Р: беременная; И.: pregnant; T.: gebe) с. диал.
Буйында балаһы булған; йөклө, ауырлы.
□ Беременная. Көмәнне ҡатын. Көмәнне булыу.
КӨМӘСТӘҮ (Р: искривлённый; И.: crooked; T.: çarpık) с. диал.
Ҡалтайған, тигеҙлеген юғалтып, салыш-солош ҡыйшайған (тәгәрмәскә ҡарата).
□ Искривлённый (о кәлесе). Көмәстәу тәгәрмәс. Көмәстәу тәгәрмәстәрҙе йунәтеу. Насар юлда көмәстәу тәгәрмәстәр арбаны ныҡ һелкетә.
КӨМӘСТӘҮЛӘҮ (көмәстәүлә-) (Р: искривляться; И.: become bent; T.: çarpılmak) ҡ. диал.
Ҡалтайыу, салшайыу (тәгәрмәскә ҡарата). □ Искривляться, выгибаться (о колесе). Тәгәрмәстәр һикәлтәле юлда көмәстәуләп бөткән.
КӨН I [боронғо төрки 7сут/](Р: световой день; И.: day; T.: gün) и.
1. Тәүлектең бер өлөшө, ҡояш сыҡҡандан байығанға тиклемге ваҡыт, иртәнән алып кискә тиклемге ваҡыт. □ Световой день. Көн ҡыҫҡара. Көнуртаһы. Көн буйы. Көн оҙонлоғо. ■ Яҙ етһә, төн ҡыҫҡарыр, көн оҙайыр. М. Ғафури. Көн буйына һыбай йөрөу арыта икән, кисен эштән туҡтағас, бил, беләктәр
ауырта, иртәнсәк ҡабат атҡа менге килмәй тора. «Шоңҡар», № 2, 2010. Көн менән Төн мәңге алышалар, алһыу ҡанға буяп кук йөҙөн. Р. Ғарипов. Көн менән төн хөкөмөндә утә әҙәм ғумере. X. Назар. Заятуләк менән һыуһылыу, көн килгәнгә һөт биреп, төн ҡунғанға ут биреп, килгән-киткәнгә төйәк булып, оҙон, рәхәт ғумер кисерә. «Заятүләк менән һыуһылыу».
2. 24 сәғәт дауам иткән ваҡыт араһы, тәүлек. □ Сутки, в течение суток. Биш көн. Көн дә, төн дә туҡтамай. Көн һайын. Көн дә килеу. Бер көн элек. Бер йылда өс йөҙ ҙә алтмыш дурт көн. ■ Дуртенсе көнгә сыҡҡас, өс көн буйы керпек тә ҡаҡмаған Ҡыҙрас йоҡлап китә. Әкиәттән. [Гөлйөҙөм — Айбулатҡа:] Һине көн тәулегенә бер куреп булмай китә бит. Һ. Дәүләтшина. Мең йыл тынып-тонсоғоп йәшәгәнсә, бер көн янып-ярһып, урғып-ҡайнап йәшәу артыҡ! 3. Биишева. Буҙансы ай уҫәһен көн уҫеп, йыл уҫәһен аҙна уҫеп, ҙурайып киткән. Әкиәттән. • Матурлыҡ туйҙа кәрәк, аҡыл көн дә кәрәк. Әйтем.
3. Ниндәйҙер бер эш-хәлгә бәйле булған ваҡыт араһы. □ Время, связанное с чем-л. Һайлау көнө. Беренсе эш көнө. Өмә көнө. Мунса көнө. Ҡиәмәт көнө. ■ Һабанға төшкән көн. Ваһап менән Шәмсетдин .. уландарына бураҙна ярып бирә лә шуның менән эштәре бөтә. Ж. Кейекбаев. Гуйә ҡиәмәт көнө булды, донъя йөҙөн ут алды. Нисә йөҙләп һалдаттар шул ерҙә тороп ҡалды. Халыҡ ижадынан.
4. Ниндәйҙер бер ваҡиғаға бағышланған календарь дата. □ Календарная дата. Фән көнө. Танкистар көнө. Студенттар көнө. Еңеу көнө.
5. Алдан билдәләнгән йәки ни менәндер билдәле булған мәл. □ Назначенный срок. Йыйылыш көнө. Никах туйы көнө. Ҡусенер көн. Көткән көн етте. Ҡайтыр көн. Ғәйет көнө. ■ [Зәлифә — көндәшенә:] Үҙ көнөңдә уҙең курһәт хеҙмәтеңде. Ашын да яраштыр, ҡомғанына ла йылы һыу бир, уның өҫтәуенә урын да һалып бир, тип ултыраһың. Т. Хәйбуллин. Яҙғы йортҡа кусенер көн дә етте. Кусенә торған көндө берәу ҙә йоҡламаны. Я. Хамматов.
657