Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 658


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

көн
6. Билдәле бер миҙгел. □ Время года. Йәй көнө. Яҙ көнө. Көҙгө көн. Көҙгө көн бик ҡыҫҡа була бит ул. ■ Ҡыш һыуыҡтан зарланып киткән сыйырсыҡ, ҡарлуғас, ҡыр ҡаҙы, өйрәк вә ҡоштар ҡайталар яҙ көн тыуғас. Д. Юлтый.
7. Кеше ғүмеренең билдәле бер ваҡыты; саҡ. □ Время, пора, период человеческой жизни. Бала саҡтың ғәмһеҙ көндәре. Тиле йәшлек көндәрендә. Ҡартлыҡ көнөндә. ■ Карт көндәрендә быларҙың [әбей менән бабайҙың] бер улы булған, ти. Атаһы уға алтын ашыҡ биргән, ти. Малай гел генә шул ашығы менән уйнай торған булған. Әкиәттән. «Бына һиңә эсерерлек тә һыуыбыҙ юҡ. Дейеу уҙе көн дә ер өҫтөнә сығып, йылҡы ите ашап ҡайта ла, һыу уҙ ҡулында булғас, теләгәнсә эсеп тик ята. Карт көнөңдө һыуға туйып уткәрәһе ине лә бит, булмай шул», — тип зарын һөйләгән әбей. Халыҡ ижадынан.
8. Нимәнеңдер булған, йәшәгән ваҡыты.
□ Определённое время, срок. Октябрь революцияһы көндәре. Карҙың көндәре һанаулы ҡалды инде.
9. кусм. Тормош, көнкүреш. □ Жизнь, житьё-бытьё. ■ Яҡты көндәр, ҙур бәхеттәр эшләгәнлектән килә. М. Ғафури. Элек ҡыйын ине, хәҙер анһат ул, тигәндәй, ниндәй матур көн килде беҙгә лә. Картотека фондынан.
10. Иркен, рәхәт йәшәр заман. □ Жизнь на приволье. ■ Бына шулай йәшәп ятҡанда, донъя йөҙөн таң ҡалдырып, революция булып киткән. Егет, донъя минеке, минең көн килде, тигән. Ә. Вахитов.
11. миф. Мифлаштырылған, йәнләнде-релгән ваҡыт арауығы. □ Мифологизированный, олицетворённый отрезок времени. Көн шәмәреу.
♦ Алдырыр көн яҙҙырыр берәй күңелһеҙ эштең башланыуына уйламаҫтан үҙең сәбәпсе булғанды белдергәндә әйтелә.
□ Поневоле стать виновником какого-л. неблаговидного дела. Ирекһеҙҙең көнөнән (йәки ирекһеҙ көндән) башҡаса мөмкин булмағандан; аптырағандан. □ Поневоле, вынужденно. И [Курәҙәсе:] Мин, ҡустым, ирекһеҙҙең көнөнән курәҙә исеме алып йөрөнөм. Хәҙер ташланым. Я. Хамматов. Кеше
көнлө <булыу> сит әҙәм ярҙамына мохтаж булыу. □ Быть не в состоянии себя обслужить, быть зависимым от кого-л. Көнгә ярау кәрәккә ярау. □ Пригодиться для житья, быть необходимым. ■ [Колҡай — Зөлхизәгә:] Ас миңә лә шул сереңде, бәлки, бер көнөңә ярармын. Н. Иҙелбай. Бара торғас, һунарсы егеткә бер бөркөт тап булған. Ул да кеше тауышы менән: «Мине ултермә, егет!Бер көнөңә ярармын», — тигән. Халыҡ ижадынан. Көндө көнгә ялғау бер эш хаҡынан (йәки стипендиянан, пенсиянан) икенсеһенә тиклем сығымдарҙы тартып-һуҙып еткереү. □ со-отв. Сводить концы с концами. Көндәрҙең көнө булғанда берҙән-бер заман. □ Однажды. ■ Барына ла кунерһең. Көндәрҙең көнө булғанда, диненә лә керерһең. М. Буранғолов. Көндәрҙән бер көн < дө > берҙән-бер заман, бер ваҡыт. □ Однажды. ■ Көндәрҙән бер көн, Бабсаҡтың ултерелеуенә ете ай тулғанда, Йәмиләнән бер ир бала тыуа. «Бабсаҡ менән Күсәк». Көн кеүек асык берәй эш-хәлдең булыу-булмауы яҡшы билдәле икәнен белдергәндә әйтелә. □ Ясно как день. ■ Был көндө бер кем дә керпек тә ҡаҡманы. Атака башланасағы һәр һалдатҡа көн кеуек асыҡ ине. Ғ. Ибраһимов. Эйе, был — көн кеуек асыҡ. Уның бар байлығы колхозсыларҙыҡы, йәғни — һинеке, минеке, бөтәбеҙҙеке булырға тейеш. Б. Бикбай. «Юҡ. Мин һине яҡшы менән яманды айырырға өйрәтермен. Ауылдаштарҙың йорттарын эшкинмәгән көршәктәр менән супләуҙән туҡтатырмын!» — тип ҡәһәт иткән, һәм шулай булып сыҡҡан да. Көршәктәрҙе көндән-көн һәйбәтерәк һәм нәфи-серәк итеп эшләй башлаған. 3. Биишева. Көн ҡаҙағына һуғыу ниндәйҙер эште бик кәрәкле ваҡытта башҡарыу, шул ваҡытҡа тура килтереү. □ Говорить (писать) о злободневном, актуальном, соотв. На злобу дня. Мәҡәлә көндөң ҡаҙағына һуға. Көн ҡалыу тормошта берәй кеше йәки нәмәгә ҡарап ҡалыу, унан башҡа сараһыҙ булыу. □ Быть зависимым, нуждаться в ком-чём. ■ [Тимер — Булатҡа:] Һин ҡойроғоңдо борғолама, инмәйһең икән колхозға, инмә, һиңә ҡалған көн юҡ. Б. Бикбай. • Кешегә ҡалған көнөң — таң атмаған төнөң. Мәҡәл. Көнө бер (кире
658