Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 659


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

көн
мәғәнәләге хәбәр менән) шул көнө үк, бик тиҙ.
□ В тот же день, очень быстро. ■ [Китапты] көнө бер генә китап итеп сығарыуы мөмкин тугел. «Башҡортостан», 13 август 2010. Көнө бөгөн түгел ниҙелер бик эшләрҙәй булып та, әлегә сара йәки форсат юҡлығын белдереү өсөн әйтелә. □ Ещё не настало время. Көн төшөү берәүҙең ярҙамына мохтаж булып ҡалыу. □ Нуждаться в помощи кого. Кешегә көнөң төшмәһен. ■ [Мәғфурә:]Һуҙемде тыңла, Айбулат, бар. Көнөң төшһә, яттарға ла инәләһең ул. Былар әле, нисек әйтһәң дә, уҙеңдекеләр. Һ. Дәүләтшина. Күрер көнөм бар икән ҡайғылы йә шатлыҡлы бер хәлгә төшкәндә әйтелә. □ Оказывается, ещё суждено мне увидеть кого-л., что-л. Ж «Эй, был шатлыҡты ла курер көнөм бар икән», — тип ҡыуанды Юламан ҡарт. 3. Биишева. Ҡара көн тормоштоң ауыр, ҡыйын ваҡыты. □ Чёрные дни. • Кара көндә дуҫ булмаҫ. Мәҡәл. Аҡ аҡса ҡара көн өсөн. Әйтем. Кара көнөңдә ҡарға алдына уләкһә һорап барырһың. Мәҡәл. <Ошо, шул, был> көнгә калыу (йәки төшөү) берәй ҡыйын, ауыр хәлгә дусар булыу. □ Оказаться в каком-л. трудном положении. ■ [Үмәр:] Башта уҡ әҙәмгә һанап, [Ныязғол] уҙе яусылатҡан булһа, был көнгә, был хурлыҡҡа төшмәй инек. һ. Дәүләтшина. Үҙ көнөңдө үҙең күреү кешегә һалышмай, үҙ алдыңа, үҙ көсөң менән йәшәү. □ Жить своим трудом. ■ [Йәнмырҙа — балаларына:] Инде ир еттегеҙ, уҙ көнөгөҙҙө уҙегеҙ курерлек, уҙ алдығыҙға донъя көтөрлөк булдығыҙ. Әкиәттән, һиңә (йәки уға) көнөң ҡалмаһын берәүҙең насарлығын күрһәткәндә әйтелә.
□ Не дай бог! Эт көнө йәбер-золом күп булған ауыр тормош. □ Собачья жизнь. Эт көнөндә йөрөу. Эттәй көн күреү бик ауыр шарттарҙа йәшәү. □ Жить как собака. Як-ты көн матур, рәхәт тормош. □ Счастливая жизнь. ■ Хан менән ханшаға бик ауыр булды. Яҡты көндәре ҡара көнгә әуерелде. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Аҡ көн килде. Көткән көн килде. Килде заман, инде шатлан, ҡурай, йәмле тауышың илгә яңғыраһын. Ш. Бабич.
КӨН II (Р.: солнце; И.: sun; T.: güneş) и.
1. астр. Яҡтылыҡ һәм йылылыҡ сығанағы булған күк есеме; ҡояш. □ Солнце. / Солнечный. Көн нуры. Көн байыу. Көн тыуыу. ■ Көндөҙ куккә көн ҡалҡһа, көмөштәй балҡый Уралтау. С. Юлаев. Көнгә ҡарап көлгән сәскә төҫлө, мин шат, куңелем нурға бай саҡта. Д. Юлтый. Ай менән көндөң улгәне — тонйорап байып барғаны. Ҡобайырҙан. Купер аҫтары куләгә, кук сәскә уҫкән, көн теймәй. Курше ауылда бер матур бар, нисек икән куҙ теймәй. Халыҡ ижадынан. • Ай ҡолаҡланһа, аяғыңды нығыт, көн ҡолаҡланһа, ҡолаҡсыныңды нығыт. Әйтем. Ай менән көн уртаҡ, йыр менән көй уртаҡ. Әйтем. Көйһөҙ әҙәмгә ай ҙа ярамай, көн дә ярамай. Әйтем.
2. Ҡояш нуры, ҡояш эҫеһе. □ Солнечный свет, солнечные лучи. Көнгә бешеу. Көнгә яныу. ■ Көнгә сығып бағыр гөл сәскәләр, ҡаш һикертеп, көлөп ҡарарҙар. Б. Вәлит. Көнгә янған тәндәрен, шырт ҡаплаған сәстәрен, бал ҡортондай ыҡтымат нескә һылыу билдәрен оялыпмы, ҡурҡыпмы, ҡарсыҡҡа һырышып маташҡан бер һылыу ҡыҙыҡайға Урал барып тап булған. «Урал батыр».
3. миф. Тәңре исеме. □ Божество Солнце. Көн тәңре.
♦ Бер бите ай, бер бите көн ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын аңлатҡан һүҙ. □ Красавица неописуемая, букв. Одна щека луне подобна, другая — солнцу. ■ Бер бите ай, бер бите көн кеуек һылыу был ҡатындан ул тыуған, уға Заятулэк тип исем ҡушҡандар. «Заятүләк менән һыуһылыу».
КӨН III (Р.: погода; И.: weather; T: hava) и.
Билдәле бер ваҡыттағы һауа торошо. □ Погода. Аяҙ көн. Болотло көн. Йылы көн. Елле көн. Болоҡһоу көн. Коро көн. Йонсоу көн. Көндәр боҙолдо. Көн йәшкәҙәп тора. Көн һурыҡты. Көн һыуытты. ■ Кыш һыуыҡтан зарланып киткән сыйырсыҡ, ҡарлуғас, ҡыр ҡаҙы, өйрәк вә ҡоштар ҡайталар яҙ, көн тыуғас. Д. Юлтый. Көн матур, бер аҙ яр ситенә сығып йөрөйөк, тиештек. Т. Йәнәби. Һыуытыбыраҡ торған көн төшкә табан ҡапыл йылытты. Я. Хамматов. Көҙ көнө бер көн ҡоро, бер көн ямғыр, бер көн ҡырау, бер көн ҡар булыр. Һынамыш.
659