КӨН АРАЛАШ
КӨН АРАЛАШ (Р.: через день; И.: in a day; T.: gün aşırı) р.
Бер көн аша, бер көн үткәс. □ Через день. Көн аралаш осрашып тороу. Көн аралаш эшкә барыу. ■ [Зәйнәп] көн аралаш илай-илай хаттар яҙа, ләкин һөйөклөһө тарафынан һис береһе илтифатҡа алынмай. М. Ғафури.
КӨН АСЫЛЫУ (көн асыл-) (Р.: прояснеть; И.: clear up; T.: aydınlanmak) ҡ.
Яҡтырыу, аяҙайыу. □ Прояснеть. ■ Быҙауҙың артҡы тояҡтары толҡаттан айырылғанда, Мәҙинә, уҙе лә хәлһеҙләнеп, арҡаһы менән туң ергә салҡан төштө. Куҙен асып ебәргән саҡта көн асыла төшкән, ҡар ҙа яуы-уынан туҡтаған ине, Билдәш тә ҡомһоҙланып быҙауын ялап тора ине. Т. Ғарипова.
КӨНАҪ и. диал. ҡар. гөнаһ. Көнаҫҡа батыу. Көнаҫ ҡылыу. Элек кеше көнаҫ була тип ышана ине.
КӨН АШАУ (көн аша-) (Р: выгорать; И.: fade (in the sun); T.: yanmak) ҡ.
Ҡояшҡа уңыу. □ Выгорать, выцветать. ■ Керҙе ҡояшта оҙаҡ тоторға ярамай, көн ашай. Экспедиция материалдарынан.
КӨНБАҒЫР I (Р: козлобородник восточный; И.: salsify; T.: tekesakalı çiçeği) и. бот.
Болонда, туғайҙа, урманда үҫә торған, халыҡ медицинаһында ҡулланылыусы ике йыллыҡ үлән; ҡояш сәскәһе. □ Козлобородник восточный (лат. Tragopogon orien-talis). ■ Көнбағырҙың сәскәһе асыҡ һары була. Көнбағыр май-август айҙарында сәскә ата. Халыҡ медицинаһында көнбағырҙың тамырын ҡулланалар. Уның төнәтмәһе тынысландырыу, быуындар һыҙлауын баҫыу маҡсатында ҡулланыла. Көнбағыр тамыры ашарға ла яраҡлы. Интернет селтәренән.
КӨНБАҒЫР II и. бот. диал. ҡар. көнбағыш. Көнбағыр сәсеу. Көнбағыр уҫтереу. Көнбағыр сәскәһе. Көнбағыр — ҡояш сәскәһе, ҡояш ҡайҙа боролһа, ул да шунда борола.
КӨНБАҒЫР ҺӨТЛӘГӘН (Р: молочай-солнцегляд; И.: Sun Spurge; T.: sütleğen) и. бот.
Ике өлөшлөләр ғаиләһенә ҡараған тар ғына ваҡ япраҡлы, йәшел һары суҡ сәскәле, аҡ һөтлө ағыулы үлән. □ Молочай-солнце-
гляд (лат. Euphorbia helioscopia). ■ Көнбағыр һөтлөгәндең һабағы ла, сәскәләре лә бик йомшаҡ була. Көнбағыр һөтләгән һабағы 35— 50 сантиметрға етә. Интернет селтәренән.
КӨНБАҒЫШ (Р: подсолнечник; И.: sunflower; T.: günçiçeği) и. бот.
1. Оҙон һабаҡлы, эре һары сәскәле, таҡыя башлы (емештәре ҙур тәрилкә һымаҡ туңәрәккә урынлашҡан), орлоғонан май алына торған ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ингән бер йыллыҡ үҫемлек. □ Подсолнечник, подсолнух. / Подсолнечный (лат. Helianthus annuus). Көнбағыш сәсеу. Көнбағыш урыу. ■ Көнбағыш — уҫемлек майы биреусе төп культура. Көнбағыш, помидор, ҡыяр һәм ҡабаҡты картуф менән йәнәшә сәсмәҫкә кәрәк, улар менән йәнәшә уҫкәндә, уға бәшмәк ауырыуы йоға, һабаҡтары ҡарая, картуф серей. Башҡортостан календарынан. Көнбағыш баҫыуҙары ла тотош һары сәскәгә кумелеп ултырмай инде. Ашыҡмай, ләкин бар нәмәлә уҙенең төҫөн һиҙҙереп, көҙ яҡынлаша, көҙ. Б. Бикбай. Селекционерҙар В. С. Пустовойт һәм Л. А. Жданов көнбағыштың майлылы-ғын һәм ҡоротҡостарға тотороҡлолоғон арттырыуға ирешәләр. Көнбағыш уҫтереу буйынса донъяла абруйлы премия Пустовойт исемен йөрөтә. Интернет селтәренән. Лапаҫ бейеклеге булып көнбағыштар уҫкән, уларҙың туҫтаҡ ҙурлыҡ һары баштары ҡояшҡа ҡарап талғын ғына бәуеләләр. Ж. Кейекбаев.
2. Шул үҫемлектең ҡабыҡлы орлоғо, емеше. □ Семечки подсолнуха. Кыҙҙырылған көнбағыш. Киптерелгән көнбағыш. Туҡ емле көнбағыш. Көнбағыш ҡабығы. Көнбағыш ярыу. ■ Емеш ҡабығы эсендә тиресә менән ҡапланған дурт ҡырлы оҙонса орлоҡса — көнбағыштың еме була. Экспедиция материалдарынан. Рәсәйгә көнбағыш орлоғон Голландиянан Пётр I алып ҡайта. Индеец-тар, көнбағыш орлоғон төйөп, он итеп файҙаланған, онталған көнбағыш орлоғо уларҙың яратҡан ризығы булған. Интернет селтәренән. Урам буйында көнбағыш сиртеп йөрөгән кешеләрҙе, ғәҙәттә, бик яратып етмәйҙәр. Эшһеҙ бәндәләрҙең ҡылығы, тиҙәр, был шөғөлдө. «Башҡортостан», 4 февраль 2012.
660