Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 661


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨНБАЙЫШ
3. Декоратив үҫемлек. □ Подсолнечник остролистный (лат. Helianthus argophyllus). Декоратив уҫтерелә торған көнбағыш осло япраҡлы була.
4. миф. Мексикала ацтектарҙа һәм ото-миҙарҙа, Перула Инка мәҙәниәтендә көнбағыш Ҡояш тәңреһе символы булып тора.
□ В Мексике, Перу у инков подсолнух является символом бога Солнце.
КӨНБАҒЫШ МАЙЫ (Р.: подсолнечное масло; И.: sunflower seed oil; T.: ayçiçeği yağı) u.
Көнбағыш орлоғонан алынған май.
□ Подсолнечное масло. Көнбағыш майын икмәк бешереуҙә һәм косметологияла сәс һәм тире майлау өсөн файҙаланалар. Интернет селтәренән. Көнбағыш майын етештереу Рәсәйҙә киц ҡолас ала. Көнбағыш майы туҡлыҡлылығы яғынан аҡ майҙан һәм һәр төрлө уҫемлек майынан һис ҡалышмай. «Башҡортостан», 29 февраль 2012. Көнбағыш майы етештереуҙе инглиздәр уйлап сығара, был турала 1716 йылғы патент бар. Көнбағыш майын етештереу сәнәғәтен 1828 йылда крепостной крәҫтиән Бокарёв юлға һала. 1833 йылда граф Шереметьев рөхсәте менән сауҙагәр Папушин, Бокарёв ярҙамында, беренсе көнбағыш майы заводын төҙөй. Интернет селтәренән.
КӨНБАҒЫШ ТӨПРӘҺЕ (Р: подсолнечный жмых; И.: oil cake; T.: posa) и.
Көнбағыштан май һыҡҡан саҡтағы ҡалдыҡтар. □ Подсолнечный жмых. ■ Көнбағыш төпрәһе РР һәм Е витаминдары, шулай уҡ туйындырылмаған май кислоталарына бай. Юғары аҡһымлы булған өсөн көнбағыш төпрәһе мал аҙығы итеп файҙаланыла. Интернет селтәренән.
КӨНБАҒЫШ ШОМБОЯҺЫ (Р: заразиха подсолнечная; И.: Orobanche cumana Wallr; T.: orobanşa) и. бот.
Паразит үҫемлектәр ғаиләһенә ҡараған, көнбағышты зарарлай торған ҡый үләне. □ Заразиха подсолнечная, волчок (лат. Orobanche cumana Wallr). ■ Көнбағыш шомбояһының һабағы 30—40 сантиметрға етә, һабағының осонда көпшәле сәскәләре була. Көнбағыш шомбояһы көнбағыш сәскәндән һуң, 40—65 көн уткәс уҫеп сыға. Көнбағыш
шомбояһынан башҡа аҡ шомбоя, кук шомбоя, эре шомбоя тигән паразит уҫемлектәр бар. С. Йәнтүрин.
КӨН-БАЙМАН (Р: спокойная жизнь; И.: peaceful life; T: rahat hayat) и. йыйн.
Тыныс тормош. □ Спокойная жизнь. И Ярлы-ябағаға һис көн-байман юҡ. Яу хаҡындағы һуҙ халыҡ теленән төшмәй, ҡасан ниндәй яуҙар булған, унда кемдәр ҡатнашҡан, йорт-илгә ни саҡлы бәлә-ҡаза килгән — һәр кемдең һөйләй торғаны бар. Яу сапҡанда яугир булһалар ҙа, һуңынан бик ныҡ миктәгәнлектән, екһенеп бөткәндәр, курәһең. Ғ. Ибраһимов.
КӨН БАЙЫУ (көн байы-) (Р: закатиться; И.: set; T: batmak (güneş)) ҡ.
1. Ҡояш байыу. □ Закатиться, заходить (о солнце). // Заход солнца. Кышҡыһын көн иртә байый. Көн байығанын куҙәтеу. ■ Ҙур алһыу ҡыҙыл туңгәләккә әйләнеп, көн байыуға бара. Д. Юлтый.
2. миф. Башҡорт мифологияһында көн (ҡояш) — Алла, Хоҙай символы, ул һәр көн байый, «үлә»; көн байыу ҡояштың «үлеүен» һүрәтләй. □ Смерть солнца (в башкирской мифологии «көн» — синоним слова «солнце» (божества).
КӨНБАЙЫШ (Р: запад; И.: west; Т.: batı) и.
1. Донъя тарафтарының береһе: көнсығышҡа ҡапма-ҡаршы ятҡан, ҡояш байыған тараф. □ Запад. / Западный. Көнбайыш райондар. Көнбайышҡа табан барыу. Көнбайыш сиге. Көнбайыш еле. ■ Ул [Иҙел] көнбайышҡа юл тотто, ти. «Урал батыр». Кук саф, унда иҫәпһеҙ йондоҙҙар һибелгән. Тик көнбайыш яғы ғына алыҫҡа кутәрелгән ракета, прожектор яҡтылары менән ҡыҙарып, кук йөҙөнә ҡан төҫө бирә. Д. Юлтый. 1936 йылдың йәйендә Көнбайыш Башҡортостан яландарында дурт комплекс экспедицияға берләшкән ун өс геологик съёмка, биш кре-мус, ун һигеҙ топографик һәм ун дурт геофизик партия эшләй. Интернет селтәренән. Көнбайыш Башҡортостан ангидрит менән гипсҡа бай. Улар еңел эшкәртелә, декоратив сифатҡа эйә. «Башҡортостан», 16 март 2012. Көнбайыш Башҡортостандың бөтәрайонда-
661