Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 662


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨНБАЙЫШСА
рында ла девон һәм карбон ҡатламдарында нефтле яңы структуралар һәм бығаса тикшерелмәгән нефтле яцы горизонттар табыу өсөн мөмкинлектәр куп. Д. Бураҡаев.
2. (баш хәреф менән) Көнбайыш Европа; Көнбайыш Европа илдәре. □ Западная Европа; страны Западной Европы. Көнбайышҡа китеу. ■ Бөгөн эскелек — йәмғиәтебеҙҙең иң киҫкен проблемаларының береһе. Көнбайыш илдәре миҫалында был сирҙе дауалауҙың төрлө алымдары өйрәнелә, халыҡ табиптарына ла йыш мөрәжәғәт ителә. Әммә һөҙөмтәһе генә куренмәй. Бәлки, халҡыбыҙҙың элек-электән йәшәп килгән ғөрөф-ғәҙәттәренә, ололар урнәгенә һәм уларҙың аҡыллы һуҙҙәренә таянырғалыр? Башҡортостан календарынан. Донъяла барған иҡтисади көрсөктөң нигеҙендә лә алдашыу ята. Америкала, Көнбайыш илдәрендә ипотекаға хаҡты элек төшөргәйнеләр, хәҙер кутәрҙеләр, иҡтисади көрсөктөң төп сәбәбе лә ошонан килә. «Киске Өфө», 6 февраль 2012.
3. миф. Кире семантикаға эйә; хәүефле яҡ. □ Запад (в мифологии имеет отрицательную семантику; опасное место, где каждый день умирает солнце). И Һыуҙың ағымына кус, көндөң байышына кус. Башҡорт мифологияһынан.
КӨНБАЙЫШСА (Р.: по-западному; И.: in the Western way; T.: garbi) р.
Көнбайыш илдәрендәгесә, Көнбайыш илдәренә хас булғанса. □ По-западному. ■ Көнбайыш менән Иран араһында мөнәсәбәттәр тағы ҡырҡыулаша. Көнбайыш илдәре Иран нефтенән баш тарта. Был көн-байышса аҙым. «Башҡортостан», 7 март 2012. Илебеҙҙәге бар халыҡтар ҙа көнбайышса йәшәу рәуешенә, Америка демократияһына эйәргән заманда уларҙың идеологияһы ла беҙҙең аңыбыҙға һеңә. «Ағиҙел», № 11, 2010.
КӨНБАЙЫШСЫ (Р: западник; И.: wes-ternizer, westernist; T.: batıcı) и. кит.
Көнбайышты өйрәнеүсе. □ Западник. Көнбайышсы тикшеренеуҙәре. Көнбайышсы фекере.
КӨНБАТЫШ и. диал. ҡар. көнбайыш. Көнбатыштан ҡап-ҡара булып ямғыр килә.
КӨН БИТЕ (Р: южная сторона; И.: south; T.: güney) и.
Көнгә ҡаршы ятҡан яҡ. □ Южная сторона, солнцепёк. Көн битендә еләк иртә бешә. Сейә көн битен ярата. И Аяҡтарым талғас, мин ултырҙым көн битендә ҡая ташына. Д. Юлтый. Һул яғына ҡараһа: Урал батыр ҡылысындай, көн битендә ялтырап .. Ағиҙел ята алдында. Халыҡ ижадынан. Ре-гистан майҙанын уткәндә, ул [Һабрау], яҙғы көн битендә ҡаты-ҡото менән тамаҡланып ултырған мосафир ҡарттар төркөмөн куреп, шулар янында туҡталды. Ә. Хәкимов.
КӨН БИТЛӘҮЕ и. ҡар. көн бите. Көн битләуендә мал көтөу.
КӨН БОҘӨЛОУ (көн боҙол-) (Р. :испортиться (о погоде); И.: worsen; T.: bozulmak) ҡ.
Яуым-төшөмлөгә әйләнеү (көндәрҙең).
□ Испортиться (о погоде). ■ Көн боҙолоп китмәҫ элек картуфты ҡаҙырға кәрәк. Экспедиция материалдарынан. Беҙгә көтөу көтөргә сират еткәйне, көн боҙолоп китте. Өлөшөңә төшкән икән, ни хәл итәһең, кәжән кейеп, сыбыртҡыларыбыҙҙы яурынға һалып, киттек сығып энем менән. Р. Шаммас. Имән башы шаулай икән — көн боҙолоуға. Һынамыш.
КӨН БОРОН р. ҡар. көн элгәре. ■ [Ирғәле:] Беләм, Мөнирҙең ҡыуышҡа яҡын да юламағаны, .. көн борон белгәндәй эйәрсендәре менән килгәне өсөн мине ғәйепләйһең. Б. Бикбай.
КӨН БӨТӨҮ (көн бөт-) (Р: кончаться;
И.: come to an end; T.: bitmek) ҡ.
1. Тыныс, рәхәт тормош, иркенлек бөтөү.
□ Кончаться (о счастливой, привольной жизни). ■ [Бейеш:] Генерал Перовскийҙан һуң губернатор булып Обручев килгәс, башҡорттарға көн бөттө! Я. Хамматов. Уғата байҙарға ла көн бөтә: байлыҡҡа яңы төр һалым була, ти. «Һәнәк», № 2, 2012.
2. Ҡулланылыштан сығыу, кәрәклеге бөтөү. □ Быть ненужным. Арбаға көн бөттө.
КӨН БУЙЫ (Р: целый день; И.: all day; T.: gün boyu) р.
Ҡояш сыҡҡандан байығанға тиклем; иртәнән кискә тиклем. □ Целый день. И Ул һөйләй: бөгөн көн буйы уйнаған улар кумәк.
662