көндөҙгө
Ҡара ҡаршы әйтешкәндәр: «Аҡ тирәк тә кук тирәк». Р. Ниғмәти. Һабрау көн буйы ҡурай тартып, думбыра сиртеп, йәштәрҙең куңелен асты, уҙе лә уларға ҡушылып бейене, отоп алған ҡобайырҙарын әйтте. Ә. Хәкимов. [Зөбәржәт]көн буйы питомникта баш ҡалҡытмай эшләһә лә, бер еренә саң ҡунғанын курмәҫһең. Н. Мусин.
КӨНГӨ с. диал.
1. ҡар. көндөҙгө. ■ һауа саф, дымлы. Көнгө ҡояш талғын ғына йылыта. Д. Исламов.
2. ҡар. көнлөк III, 2. ■ Ике көнгө аралыҡты Йугерек батыр һыңар аяҡлап йугергән, ти. Әкиәттән. • Көнгө аҙыҡ ҡорһаҡта, айлыҡ аҙыҡ арҡала. Әйтем.
3. ҡар. көндәге 2. ■ [Юлай:] Йә әле, бер көнгө эше өсөн иманын уҡытайыҡ. И. Ғиззәтуллин. • Көнгөнө көндә уйла. Әйтем.
КӨНГӨРӘ [рус. кенгуру < ингл. kangaroo] (Р.: кенгуру; И.: kangaroo; T.: kanguru) и. зоол.
Австралияла, Яңы Гвинеяла йәшәүсе, артҡы аяҡтары оҙон, алғы аяҡтары ҡыҫҡа булған, һикереп хәрәкәт итеүсе, муҡсалылар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе хайуан. □ Кенгуру / Кенгуровый (лат. Macropus). Көнгөрә тиреһе. Көнгөрә тун. ■ Көнгөрәләрҙең ҡайһы берҙәренең буйы ике метрға етә. Интернет селтәренән. Дәу ҡойроҡло, муҡсалы, йөнтәҫ тәнле көнгөрә, шәп йөрөгән сағында һи-керәңләп йугерә. А. Игебаев.
КӨНГӘ-КӨН (Р: день за день; И.: for the day’s count; T.: güne gün) p.
Бер көнгә бер көн иҫәбе менән. □ День за день. И Йәй көнө миңә көнгә-көн ҡулалмашҡа сығырһың. Ғ. Ибраһимов.
КӨНГӘСӘ (Р: до определённого дня, до какого-то времени; И.: till the day; T.: güne kadar) p.
Ҡайһы булһа ла бер көнгә ҡәҙәр; ниндәйҙер бер ваҡытҡа ҡәҙәр. □ До определённого дня, до какого-то времени. Ошо көнгәсә эшләп бөтмәнегеҙме? Теге көндән ошо көнгәсә бер ай ваҡыт уткән. ■ Ауыл. Урман буйы. Көтөу сыға. Миңә һәйбәт пейзаж куренә. «Шул көнгәсә ҡайҙа булдың, Хәй?» — тип, мин тиргәлеп киләм уҙемдән. М. Хәй. Козин-
ды бына әлеге көнгәсә эшләп йөрөгән Имәнҡул лесхозына баш лесничий итеп ебәрҙеләр. Н. Мусин. Ирназарҙың ошо көнгәсә кургән-кисергәне лә өмөткә ҡарағанда өмөтһөҙлөккә куберәк нигеҙ бирә. Ә. Хәкимов.
КӨНДӨҘ (Р: днём; И.: in the daytime; T.: gündüz) p.
Иртә менән кис араһындағы ваҡытта, көн яҡты саҡта. □ Днём. Көндөҙ эҫелек 35 градус ине. Көндөҙ, өтәләнеп йөрөгән сағымда, бөтөнләй курмәгәнмен, ахыры, һеҙҙе. И Көндөҙ һыуһыҙ аптырайбыҙ. Төн булһа, артиллерия утына ҡарамаҫтан, окоптан артҡа, ярты саҡрымлап ергә һыуға барабыҙ. Д. Юлтый. Капыл тирә-йун нурҙар менән тулып киткән: көндөҙ сәсе алтын, төндә сәсе көмөш Һыу ҡыҙы уҙенең оҙон-оҙон сәстәрен тарап ултыра икән. [Һабрау] көндөҙ Һаҡмар буйында тап килгән ҡыҙҙы курмәмме, тиеберәк өмөтләнде, тик осратманы. Ә. Хәкимов. • Кис ҡурҡҡан көндөҙ сыра яндырыр. Мәҡәл. Көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың. Мәҡәл. Көн курмәгән көн курһә, көндөҙ сыра яндырыр. Мәҡәл. Көндөҙ йоҡлаған ир уңмаҫ. Мәҡәл. Көн курмәҫ көндөҙ йоҡлар, кис торор. Әйтем.
КӨНДӨҘГӨ (Р: дневной; И.: day; T.: gündüz) с.
1. Иртә менән кис араһындағы; көндөҙ башҡарылған, көндөҙ эшләнгән, көндөҙ булған. □ Дневной. Көндөҙгө смена. Көндөҙгө ял. Көндөҙгө сәғәт. Көндөҙгө мәшәҡәт. Көндөҙгө сәйҙе йылға буйына төшөп бергә эсә торғайныҡ. ■ Карттар көндөҙгө эштәрен бөтөрөп, ятырға әҙерләнгәндәр. Хәҙер иртә ятмаһаң, яҙғы ҡыҫҡа төндә йоҡо туймай ҙа ҡала бит. Картотека фондынан. Кояш көндөҙгө нурын юғалтҡан һымаҡ, кискә һарҡа башлауғамылыр, бер аҙ һыҙғырт ел дә бар. Т. Хәйбуллин. Улар [йәйләугә кусеуселәр] артынан, көндөҙгө кеуек ук, саң кутәрелде, ай яҡтыһын тоноғайтты. Һ. Дәүләтшина. Кояш байтаҡ ауалап, көн эҫерә башлаһа ла, буре уҙ ғумерендә тәуге тапҡыр көндөҙгө һунарға баҙнатланғайны. Ә. Хәкимов. Киң даланың көндөҙгө эҫелеге бөтөп һурәнәйҙе, тын алырға иркенерәк булып китте. А. Таһиров. Кәзәләрҙе, көндөҙгө яман эҫе уткәнсе,
663