КӨНДӨҘГӨ АШ
себен-серәкәй баҫылғансы тип, тау битендәге ҙур ялан кәртәгә бикләгәйнеләр. 3. Биишева.
2. Көндөҙ уяу булған, көндөҙ хәрәкәттә булған (хайуандар, бөжәктәр тураһында).
□ Бодрствующие или движущиеся днём (о насекомых и зверях). Көндөҙгө куб әләк. Көндөҙгө йыртҡыстар.
КӨНДӨҘГӨ АШ (Р.: обед; И.: lunch; Т.: öğle yemeği) и.
1. Көн уртаһында, төш ваҡытында ойошторолған ашау; төшкө аш. □ Обед. Көндөҙгө аштан һуц бесәнселәр тағы дәртләнеберәк саба башланы. И Александра Андреевна менән Клавдия Степановна ҡунаҡтарға көндөҙгө аш әҙерләп маташҡан Бибиғәмбәр һәм Гөлбаһар абыстайҙар менән иҫәнләштеләр. М. Ғәли.
2. Көндөҙ ашау өсөн әҙерләнә торған аш, ашамлыҡ. □ Пища, приготовленная на обед. ■ Йәштәр, таборҙа бешкән ҡаймаҡлы, йәшелсәле көндөҙгө ашты рәхәтләнеп ашағас, киң ҡоластарын йәйеп торған ҡарт имәндең куләгәһенә тәмәке тартырға ултырҙылар. С. Ҡудаш.
КӨНДӨҘГӨЛӨК I (көндөҙгөлөгө) (Р.: дневное время; И.: day time; T.: gündüz) и.
1. Иртә менән кис араһындағы ваҡыт.
□ Дневное время. Көндөҙгөлөккә эшкә сығыу. ■ Төлкөсура көндөҙгөлөккә яланға тышап ебәргән атын тоторға китте. Н. Мусин. Куй инде, бик мәшәҡәт икән ул бала менән: өҫ-башын ҡарайһың, ашатаһың, унан көндөҙгөлөккә кемгә ҡалдырып тороу тураһында баш ҡайнатаһың. Минең бит бала ҡарар кешем юҡ. Б. Бикбай.
2. Көндөҙгө (төшкө) аш. □ Обед (пища). Көндөҙгөлөктө ашау. ■ Иртәнге аштан бөтөнләй баш тартты Рәйес, көндөҙгөлөктө лә ҡапҡылап ҡына ҡуйҙы. С. Поварисов. [Куян — арыҫланға:] Мине һиңә көндөҙгөлөккә ашау өсөн ебәргәйнеләр, ә икенсе бер ҡуян һиңә иртәнсәк килергә тейеш ине. Әкиәттән.
КӨНДӨҘГӨЛӨК II (Р: обеденный; И.: lunch; T.: öğle yemeği) с.
1. Көндөҙгә тәғәйенләнгән (аш тураһында). □ Обеденный (о пище). ■ [Бала] көндөҙгөлөк ашын ашағас, йоҡлау тураһында
уйлап та ҡарамай, йәнә тышҡа сығам тип мыжый. Н. Мусин.
2. Көндөҙгө (1). □ Дневной. Көндөҙгөлөк сменаға эшкә сығыу.
КӨНДӨҘГӨЛӨК III (Р: днём; И.: by day; T.: gündüz)^.
Көндөҙгө ваҡытта. □ Днём. Көндөҙгөлөк әйләнеп ҡайтыу.
КӨНДӨҘГӨЛӘЙ (Р: как днём; И.: as in the daytime; T.: gündüz gibi) 7?.
Көндөҙгө кеүек. □ Как днём, в дневное время. Көндөҙгөләй яҡты. ■ Унда [урамдарҙа] хәҙер мазут һеңгән комбинезонлы кешеләрҙе — нефтселәрҙе тейәгән .. автобустар көндөҙгөләй ҡайнап йөрөмәй. 3. Биишева.
КӨНДӨҘГӨСӨ р. ҡар. көндөҙгөләй.
■ Тыш көндөҙгөсө аяҙ. Һалҡын. Аҙым һайын аяҡ аҫтындағы ҡар шығырҙай. Ә. Хәкимов.
КӨНДӨҘГӨ СӘЙ и. ҡар. көндөҙгө аш 1.
■ Көндөҙгө сәйҙе йылға буйына төшөп бергә эсә торғайныҡ. Н. Мусин.
КӨНДӨҘГӨ ЯЛ (Р: обеденный перерыв; И.: lunch break; T.: öğle arası) и.
Эш көнө барышында ял итеп алыу, ашау өсөн билдәләнгән ваҡыт. □ Обеденный перерыв, предназначенный для отдыха, приёма пищи. ■ Көндөҙгө ял ваҡытында бар ҡыйыулығымды йыйҙым да хәбәр һалдым: «Мин әйләнәм!» С. Шәрипов. Уларҙың ял итеу урындары көндөҙгө ял ваҡытында уҙҙәре яһаған тал ҡыуыштары булһа, төнгө һалҡындарҙа малды утарға алып ҡайтҡанда тётя Даша торған ялсылар йорто була ине. Һ. Дәүләтшина.
КӨНДӨҘГӘСӘ (Р: до полудня; И.: till noon; T.: öğleye kadar) р.
Көндөҙгә ҡараған ваҡытҡа тиклем; төшкә тиклем. □ До полудня; до обеда. Иртәнән көндөҙгөсө булашты, әммә машинаның ватылыу сәбәбен асыҡлай алманы.
КӨНДӨҘӨН (Р: днём; И.: by day; T.: gündüzün) р.
Көндөҙгө ваҡытта, яҡтыла. □ Днём. Кәримә көндөҙөн сөгөлдөр баҫыуында була, кисен фермаға һыйыр һауырға китә. ■ Йоҡлап булмай, бәғерем, һине көтәм көндөҙөн дә, кисен, төнөн дә. М. Хәй. Ун ике батыры булған,
664