Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 665


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨНДӘЛЕК
ти, хандың, батырҙарҙы сыҡырыр булған кисен дә, көндөҙөн дә. Халыҡ ижадынан.
КӨНДӨКӨ КӨНГӘ (Р: день в день; И.: day; T.: gününde) р.
Көнлөк бер эш йәки нәмәнең шул көн эсендә ғәмәлгә инеүен белдергәндә әйтелә. □ День в день, в тот же день. Көндөкө көнгә гәзиттәр һатылып бөтөп тора. ■ Эш һөҙөмтәләре көндөкө көнгә еткерелеп тора. Алдынғыларҙы дәртләндереу саралары ла онотолмаған. Картотека фондынан. Быйылғы бурандар бөтә ерҙә лә юлдарҙы кумеп китте. Тимәк, йәйге кеуек һауылған һөттө көндөкөн көнгә май заводына килтереп булмай. «Башҡортостан», 16 февраль 2010.
КӨНДӨ-ТӨНДӨ БЕЛМӘЙСӘ (Р.: круглые сутки; И.: round the clock; T.: durmadan) p.
Алды, ялды белмәгән рәүештә. □ Круглые сутки; не считаясь со временем. И Һәнәрсе көндө-төндө белмәйсә, бер өҙлөкһөҙ баяғы көршәктәрҙе эшләп буләк итә башлаған. 3. Биишева.
КӨН ДӘ (Р.: всегда, каждый день; И.: every day; T.: her gün) р.
Көн һайын, һәр ваҡыт. □ Всегда, каждый день. ■ «Йәнде ҡыйып һунарлау ҡомарлы эш булмаһа, һыуһағанда ҡан эсеу тәмле нәмә булмаһа, атамдар йоҡо ҡалдырып, көн дә икәу ҡаңғырып, аяҡ-ҡулын талдырып, беҙҙе өйҙә ҡалдырып, йөрөмәҫ ине һунар, тип, Урал, әйҙә, булмаһа, ҡабырсаҡты асайыҡ», — тигән, ти, Шулгән. «Урал батыр». Көн дә кис асманға ен-шайтан менә, менгән береһе бөтә, ҡорбан була. Ш. Бабич. Минең атай көн дә һис юғында бер ҡаҙыҡ ҡаҡмаһам, икмәк телемен ашарға ғәрләнәм, тип һөйләй торғайны. Д. Исламов. ® Ялҡауға көн дә байрам, көн дә туй. Мәҡәл.
КӨНДӘГЕ (Р: каждодневный; И.: everyday; T.: her günkü) с.
1. Көн һайын ҡабатлана торған, һәр ваҡыттағы. □ Каждодневный. Көндәге мәшәҡәт. Көндәге куренеш. ■ Йылға ҡуйыны буйлап уҫкән ваҡ таллыҡтар араһына төнәгән ағуналар ҙа көндәге тыныслыҡты юғалтҡандар. Т. Хәйбуллин. Отрядтағылар бөгөн көндәгегә ҡарағанда иртәрәк торғандар, улар әллә ниндәй бер эске әҙерлек
тойғоһо менән ҡуҙғалалар. Һ. Дәүләтшина. Шойҡанһыҙ ғына утеп килгән төн таңға ҡарай башын эйә башлағас та, елбәҙәк ел ни өсөндөр уҙенең һөйкөмлөлөгөн юғалтып, көсөн арттырған кеуек булды. Таң һыҙылыуы ла бөгөн әллә нишләп уҙенең көндәге матурлығын юғалтҡан. Т. Хәйбуллин. • Көндәгене көндөҙ эшлә. Әйтем.
2. Ғәҙәти, өйрәнелгән. □ Обычный, привычный. Көндәге хәл. Көндәгенән иртә тороу.
КӨНДӘГЕЛӘЙ р. ҡар. көндәгесә. И Көндәгеләй шатлыҡ алып килә һәм шатлығын йәйеп тыуа таң. М. Кәрим. Ике генә кәкук, әй, саҡыра, ояһына мамыҡ тултыра; минең генә кеуек ырыҫһыҙҙар көндәгеләй илап ултыра. Халыҡ йырынан. Тирмән бөгөн дә, көндәгеләй геуләп, музыкаһын тарта, көндәгеләй туҙанын туҙҙыра. И. Насыри.
КӨНДӘГЕСӘ (Р: как каждый день; И.: as usual; T.: her gün olduğu gibi) р.
Көн һайын булғанса, һәр көндәге кеүек, ғәҙәттәгесә. □ Как каждый день, как всегда, как обычно. Көндәгесә эшкә беренсе килдем. Ш Иртәнге яҡтылыҡ көндәгесә тирмәнең тубәһенән килеп төшкән. К. Мәргән. Команда тауыштары, тимер сыңлауы, куршелә диңгеҙҙең өҙлөкһөҙ ауыр һулауы — барыһы ла көндәгесә. Б. Рафиҡов. Төн булған. Мәскәй ишекте ҡаҡҡан, уҙе көндәгесә һамаҡлап өндәшкән: «Килтәймәргән өйҙәме, уҡ-һаҙағы сәйҙәме? Булат ҡылысы ҡындамы, һәпәләк эте яндамы? Кук дунәне бауҙамы?» Кыҙ ҙа быға ҡаршы көндәгесә һамаҡлап яуап биргән. Халыҡ ижадынан. Быны [Тәлиәндең юғалыуын] Гөлйемеш бик ауыр кисергән: төндәр буйы һулҡылдап ҡайнар куҙ йәштәрен туккән, Тәлиәндең көндәгесә килеп уҙен саҡырыуын көткән. М. Сәғитов.
КӨНДӘЙ (Р: как солнце; И.: like the sun; T.: güneş gibi)p.
Ҡояш кеүек. □ Как солнце. Көндәй йылмайыу. Көндәй балҡыу. • Ай менән көндәй: һәр кемгә берҙәй. Мәҡәл. Яҡшы кеше ай менән көндәй: бар әҙәмгә көндәй. Мәҡәл.
КӨНДӘЛЕК I (Р: повседневный; И.: day-to-day; T.: gündelik) с.
Һәр көн була йәки башҡарыла торған; көндәге; ғәҙәттәге. □ Повседневный, каж-
665