КӨНДӘЛЕК
додневный, будничный, обычный. Көндәлек мәшәҡәт. Көндәлек эш. Көндәлек норма. Көндәлек тормош тәртибе. Көндәлек гәзит. ■ [Быйылғы] көндәлек һауым былтырғынан байтаҡ юғары, дәуләткә продукция ла куберәк оҙатыла. «Башҡортостан», 27 май
2010. Көндәлек тормош тәртибе режим тип атала ул; минуттарҙы, сәғәттәрҙе бергә ҡушып яһала ул. Т. Арслан. Яҙыусы булараҡ шымарыуға мицә көндәлек гәзит сығарыу эшендә ҡатнашыу ныҡ ярҙам итте. Ф. Сәлимова. Урман кешеһе тиҫтәләгән йылдар, хатта быуаттар аша ҡарап эш итмәнеме, юғарылағы хужаларға яҡшатлы булайым тип, көндәлек бурыстарын утәу менән генә ҡәнәғәтләндеме, ул инде йунле етәксе тугел. Н. Мусин. Илгиҙәр каруансы, сауҙа кешеһе булараҡ, төрлө телдәрҙә иркен һөйләшеуе көндәлек ихтыяжына әйләнгән уныц [Мансурҙың]. Ә. Хәкимов.
КӨНДӘЛЕК II (көндәлеге) (Р.: дневник; И.: diary; T.: günlük) и.
1. Кешенең үҙ тормошон көндән-көнгә тасуирлап барған шәхси яҙмаһы һәм шуны яҙған дәфтәр. □ Дневник (ежедневник). / Дневниковый. Көндәлек яҙыу. Көндәлек тотоу. И Бөгөн кәндәлеккә мин яҙырға булдым бөтәһен, уңышлы һуҙ, тормош темаһын. М. Хәй. [Сәғиҙә:] Көндәлегемде яҙып бөтөрөргә ултырғанда, Гөлнур ҡайтып керҙе. М. Тажи. Әле Корнышев полк тарихын даими рәуештә юғарынан ҡушыу буйынса яҙып барһа, Сәлим көндәлектәр менән мәшғул ине. С. Поварисов.
2. Бирелгән дәрес һәм уҡыусы алған баһаны яҙа торған махсус дәфтәр. □ Дневник ученика. ■ [Гөлшаттың] көндәлегендә бишле билдәләре генә. Ф. Рәхимғолова.
3. Ниндәйҙер тәжрибә үткәрелгән ойошмаларҙа, учреждениеларҙа тәжрибә барышын күҙәтеп, яҙып бара торған кенәгә. □ Дневник наблюдений. ■ Баҫыу көндәлеге — тәжрибә станцияларында, тәжрибә баҫыуҙарында һәр бер тәжрибәһенең курһәтмәләрен яҙып барыу өсөн булған тәуге кенәгә, документ. Картотека фондынан. Балалар уҙҙәренең тәжрибәләрен көндәлеккә яҙып барҙылар. Был хаҡта улар Шишмә
тәжрибә станцияһына ла хәбәр иттеләр. Башҡортостан календарынан.
КӨНДӘН-КӨН (Р.. изо дня в день; И.: from day to day; T.: günden güne) р.
Көн үткән һайын. □ Изо дня в день, с каждым днём. Көндән-көн нығыу. ■ Тай көндән-көн яҡшылана, тамам матурланып, ат булып китә. Әкиәттән. Һәнәрсе, киреһенсә, бер ҡасан да тынғы белмәгән, эшенән бер ҡасан да ҡәнәғәт булмаған, һәр ваҡыт эҙләнгән, өйрәнгән. Шуға, ахыры, ул уҙ һәнәрендә көндән-көн уҫкән, камиллашҡан. 3. Биишева. Ә һөйөу уты көндән-көн көсәйә барыуын дауам итте. Г. Ғиззәтуллина. Улар ер өсөн көрәшәләр, көндән-көн уларҙың һандары арта. Ауыл артынан ауыл, волость артынан волость йәбергә, золомға ҡаршы кутәреләләр. Һ. Дәүләтшина. [Мәрфуға — Ниязға:] Шулайҙыр ҙа, балаҡайым, әлеге донъя хәлен белмәҫһең. Тормош нисек көндән-көн матурлана бит. Н. Хафизов. Купме серәшмәһен, Һабрауҙың хәле көндән-көн ауырлашты. Ә. Хәкимов.
КӨНДӘН-КӨНГӘ (Р: с каждым днём; И.: with every passing day; T: günden güne) р.
Көн һайын, көн дә. □ С каждым днём; день ото дня. Көн оҙонлоғо көндән-көнгә минутлап арта бара. Бензин хаҡы көндән-көнгә арта тора. ■ Йәшәуе көндән-көнгә ауырайҙы. Я. Хамматов. Кояш әллә арынымы? Көлөп бармай элеккесә, таңын тора һуңға ҡалып, көндән-көнгә тубән төшә. Р. Назаров.
КӨНДӘРГӘСӘ р. ҡар. көнгәсә. ■ Шулай ҙа халыҡ хәтере беҙҙең көндәргәсә Аҡай батыр, Караһаҡал, Салауат Юлаев, Юлай Аҙналин, Байыҡ, Айҙар сәсән тураһындағы эпостарҙы килтереп еткергән. Ә. Сөләймәнов.
КӨНДӘШ I (Р: жёны одного мужчины по отношению друг к другу; И.: со-wife; Т: kuma) и.
1. этн. Күп ҡатынлы ирҙең ҡатындарының береһе (икенселәренә ҡарата). □ Жёны одного мужчины по отношению друг к другу (при многожёнстве). Көндәш алдыртыу. Көндәш өҫтөнә килеу. ■ Куҙең төштө бер йәшкә, алдың уны көндәшкә. Көндәш утында яндырҙың, ҡараманың куҙ йәшкә. Бәйеттән.
666