КӨН ИТЕҮ
[Сөнәғәттең]атаһы үлгәс, уныц әсәһе Сафура ғәҙҙәте тулыу менән Ғөмәр ауылы Ғилаж исемле бер кешегә көндәш өҫтөнә иргә барҙы. Ж. Кейекбаев. Этҡол бай ҡулына ҡомған тотоп сығып киткән арала ике көндәш араһында талаш ҡупты. Т. Хәйбуллин. «Шул баланы гел уҙеңә эйәртеп йөрөтмәһәң булмаймы, көндәшем?» — тине бая Кесе инәйем. М. Кәрим. • Өйҙәш менән торғансы, көндәш менән тор. Әйтем.
2. Кемдәндер өҫтөн булырға, еңеп сығырға тырышыусы. □ Конкурент, соперник. Спорт ярышында көндәш команда еңде. ■ Институттағы көндәштәре, уның [Яубаҫаровтың] районға китергә уйлау ын ишеткәс, ҡыуандылар, был идеяны үҫтерҙеләр, ҙурайттылар. Д. Бүләков. • Яуыздың юлдашы куп, яҡшының көндәше куп. Әйтем.
КӨНДӘШ II (Р.: находящаяся (находящийся) в положении соперницы, соперника; И.: со-wife; T.: kuma) с.
Көндәш хәлендә булған (мөхәббәте кем менәндер уртаҡ ҡатын-ҡыҙ йәки ир); көнәркәш. □ Находящаяся (находящийся) в положении соперницы, соперника (в любви). И Бүлмәлә кемдәрҙер бышылдашып һөйләшәләр. Береһе — ирҙәр тауышы, икесеһе — ҡатынымдыҡы. Көндәш ирҙе өҙгәләп ташларҙай булдым, «һәнәк», № 3, 2010. ® Көндәш ҡатын шымсы булыр. Әйтем.
КӨНДӘШЛЕ (Р.: имеющая соперницу или конкурента; И.: having а со-wife; Т.: kumalı) с.
Көндәш менән йәшәгән, көндәше булған. □ Имеющая соперницу или конкурента. Көндәшле ҡатын. Көндәшле булыу. ■ Бармаҡҡа купертке сыҡһа, көндәшле кешенең көлөнә тығырға ҡушалар. Башҡорт мифологияһынан. • Көндәшле өйҙә көн дә көйөнөс. Әйтем. Көндәшле кешенең төнө генә тугел, көнө лә уртаҡ. Әйтем.
КӨНДӘШЛЕК (көндәшлеге) (Р: сопер ничество; И.: rivalry; T.: kuma durumu) и.
1. иҫк. Көндәш (1) булыу. □ Соперничество, соперничание. / Сопернический. Көндәшлек ыҙғыштары. ■ Алдар Ғилмияза менән иҫке өйгә кусте. Ул Көнбикәһен дә айырым ҡалдырмаҫҡа теләгәйне, ғорур холоҡло
Көнбикәнең көндәшлек хисе еңдеме, улар менән бергә күсенергә риза булманы. Н. Мусин.
2. Кемдәндер өҫтөн булырға ынтылыу, еңеп сығырға тырышыу. □ Соперничество, конкуренция. Эшҡыуарҙар көндәшлеге. Көндәшлек рухында. ■ Тәбиғи, Рәсәй-ҙәге тауар әйләнешенә эләгеп, импорт-ланған тауарҙар беҙҙекеләр менән дә, уҙ-ара ла ҡәтғи көндәшлек итергә мәжбүр. М. Ҡотлоғәлләмов.
КӨНДӘШТӘРСӘ (Р: как соперники; И.: like rivals; T.: rakipçe) p.
1. Көндәштәр кеүек. □ Как соперники. В Кыҙҙың куңелен яулау өсөн егеттәрҙең һәр ҡайһыһы көндәштәрсә ҡыланды: шаян йырҙа йырланғанса, «береһе алма, береһе хөрмә килтерә» ине. Тик ҡыҙ ғына бер кемгә лә иғтибар итмәне. «Йәшлек», 24 февраль
2011.
2. Көндәштәргә хас. □ По-сопернически.
■ Көндәштәрсә сәм менән эшкә тотонһа ла, тиҙ куңеле ҡайтты фермерҙың, сөнки техниканың әле береһе, әле икенсеһе ватылды. «Башҡортостан», 2 апрель 2012.
КӨН ЖЫЙЫЛЫУ (көн жыйыл-) ҡ. диал. ҡар. эңер төшөү. ■ Көн жыйылғанда ҡош-ҡортто ояға ултырталар. Экспедиция материалдарынан.
КӨНИНЕШ и. диал. ҡар. көнбайыш.
КӨН ИРТӘ (Р: заранее; И.: pre; T.: peşin) р.
Алдан уҡ, көн элек. □ Заранее. И [Кара-мырҙа:] Йәһәтләгеҙ, туйҙың эше бөтһөн, ҡунаҡ килмәҫ борон, көн иртә. X. Ғәбитов.
КӨН ИТЕҮ (көн ит-) (Р: жить; И.: exist; live poorly; T.: yaşamak) ҡ.
1. Бер яй менән йәшәп ятыу. □ Жить, существовать. Һәүетемсә генә көн итеу.
■ Илаҡ булһаң әгәр, көн итмә был донъяла йөк булып, егет. Й. Солтанов. Башҡорттоң, уҙ аллы, ирекле дәүләт ҡороп, бутән халыҡтар менән тшҫмә-тиң көн итер ҡеүәте юҡмы ни? Ә. Хәкимов. Яуызлыҡҡа яу асып, яҡшылыҡҡа юл асып, көн иткән, ти, был йәйләү. Ҡобайырҙан.
2. Етешһеҙ тормошта йәшәү, ярлы тороу. □ Жить, существовать бедно. М Борон-борон заманда Урал тауы буйында йәшәгән,
667