Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 668


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨНИТМЕШ
ти, бер әбей менән бер бабай. Бабай һалабаш батырған, йукә ишкән, септә һуҡҡан, әбей йөн теткән, еп иләгән. Шулай итеп көн иткәндәр, ти, улар. Әкиәттән. Биш йыл буйы байҙарға малайлыҡтан башы сыҡманы. Ҡайһылай итеп кенә булһа ла барлы-юҡлы донъяһын бөтәйтергә, яҡшыраҡ көн итергә тырышты кеше. Б. Бикбай. Улар [әбей менән бабай] бик бөлгөнлөк менән көн иткәндәр, ти. Әкиәттән.
КӨНИТМЕШ (Р.: быт; И.: mode (way) of life; everyday life; T.: yaşayış) и.
Донъя көтөү, көн итеү; көндәлек тормош; көнкүреш. □ Быт, житьё-бытьё. ■ Аҡрынлап тормош, көнитмеш тә рәтләнә төшә. Интернет селтәренән. Көнитмеш бик ауыр ине. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2010. Хәҙерге ваҡытта иҡтисади көнитмеш, мәғлумәт ағымдары яһалма сик-ләуҙәргә буйһонмай, уларҙы урап утеу юлдарын таба. Картотека фондынан. Бөтә донъяла, төрлө ил ҡәуемдәрендә ижтимағи тормошҡа, көнитмешкә, шәхси сифаттарға, әхлаҡ-әҙдпкә бәйле меңәр йылдар буйына ҡулланылған, йола-ҡағиҙәгә әйләнгән эш-ҡылыҡ тәртиптәре, ғөрөф-ғәҙәттәр, аманаттар бар. «Ағиҙел», № 10, 2010.
КӨН ЙОНСОУЛАНЫУ (көн йонсоулан-) (Р.: испортиться (о погоде); И.: worsen; T.: bozulmak) ҡ.
Көн боҙолоу, ямғырлыға әйләнеү. □ Испортиться (о погоде). ■ Көн йонсоуланды, ундай саҡта умартаға дошмандар ябырылыу-сан була. Ф. Иҫәнғолов.
КӨНЙЫЛЫТКЫС и. диал.
1. зоол. ҡар. еңгәсәй. Көнйылытҡыстар кубәйгән. М «Көнйылытҡыс, ос, ос, кейәуең ҡалаҡ алып килгән», — тип һамаҡлап уйнай инек беҙ. Картотека фондынан. Көнйылытҡыс .. ике ҡатлы көмрө ҡанаттарын ҡапыл йәйҙе лә осоп китте. 3. Биишева.
2. зоол. ҡар. ҡамҡа. ■ Беҙҙә көнйылыт-ҡысты ҡамҡа ла тиҙәр. Картотека фондынан.
3. миф. Көн, Ҡояш тәңре менән бәйле йән эйәһе. □ Живое существо, связанное с божеством Солнце.
КӨНЙӘЛӘ (Р: кудель; И.: tow; T.: kıtık) и. этн.
1. Иләргә тетелгән йөн, мамыҡ йәки сүбәк йомарламы. □ Пук, пучок (взбитой шерсти, приготовленной для прядения), кудель. Бер көнйәлә йөн. ■ [Карсыҡ]хатты кире урынына ҡуйҙы ла,.. ҡабаһынан көнйәләһен һауырға тотондо. Ғ. Хәйри. • Суп йыйһаң — сумәлә, субәк йыйһаң — көнйәлә. Мәҡәл.
2. ҡар. ҡолға 1. ■ Көнйәләгә бәйләп йөн иләйем, әллә ниңә йөндәрем ырамай. Халыҡ йырынан.
♦ Көнйәлә баш ялбыр баш (ҡатын-ҡыҙға шаяртыу ҡатыш шелтәләгәндә әйтелә). □ Растрёпа. ■ [Гөлзифа — Асияға:] Ай көнйәлә баш., көнйәлә баш! Нимә һөйләп торғанын ҡара! Б. Бикбай.
КӨНЙӘЛӘ ТАЯҒЫ и. ҡар. ҡолға 1. Көнйәлә таяғы эшләу.
КӨНЙӘШӘР (Р: подёнка; И.: mayfly; Т.: mayıs sineği) и. зоол.
Йәшәү ғүмере бер-ике көнгә һуҙылған ҡанатлы бөжәк; бер көнлөк күбәләк, һыу мы-ры. □ Подёнка. ■ Көнйәшәрҙәрҙең ғумере, исеменән куренеуенсә, бик аҙ, бер йәки ике генә көн. Картотека фондынан.
КӨН КИЛЕҮ (көн кил-) ҡ. диал. ҡар. аяҙыу. ■ Бесән сабырға барырға көн килеуҙе көтөп торабыҙ. Экспедиция материалдарынан.
КӨН КҮРЕҮ (көн күр-) (Р: жить; И.: live; T.: yaşamak) ҡ.
Йәшәү; донъя көтөү. □ Жить, существовать. ■ Михнәт менән көн кургәнсе, яуҙа уләйек дан менән. С. Юлаев. Уларҙың [ярлы ҡаҙаҡтарҙың] уҙ тирмәләре юҡ. Байҙарҙың малын көтөп, ҡайҙа етте шунда көн курәләр икән. Ғ. Ғүмәр.
КӨНКҮРЕШ (Р: быт; И.: way of life; T.: hayat tarzı) u.
1. Донъя көтөү, көн итеүгә бәйле тормош; көндәлек тормош. □ Быт, житьё. Көн-куреш әйберҙәре. Халыҡты көнкуреш яғынан хеҙмәтләндереу. Көнкуреш йорто. ■ Аҙыраҡ туҙегеҙ инде, бына промысланы эшкә ебәрәйек тә көнкурешкә тотонорбоҙ. Р. Солтангәрәев. Көнкуреш йорто ярайһы ғына яҡшы эшләп алып китте. Хәҙер бында ауыл өсөн ятыраҡ булып тойолған эштәр ҙә башҡарыла: кер йыуыу, мендәр таҙартыу, йөн тетеу кеуек
668