көнлөкләп
эштәр халыҡҡа мәҙәк кеуек. «Киске Өфө», 24 март 2012.
2. Йәшәү шарттары, тормош хәле. □ Бытовые условия. Көнкуреште яҡшыртыу. ■ Тау халҡының көнкуреше, ғөрөф-ғәҙәттәре лә уҙенсәрәк. Ғ. Хөсәйенов. Бабай менән әбейҙең көнкурештәре лә етеш кенә булған, ти. Әкиәттән. Бейеш яңыраҡ ҡына уҙҙәренең тыуған ауылы Ҡусҡарҙа булыуы, унда йәшәгән Әбделбаҡыйҙан кесе Сибай, Ишьяр, Аралбай ағаларының нисек донъя көтөуе һәм уларҙың көнкурешен һөйләне. Я. Хамматов. • Куршеһен йәбер иткән — көнкурешен кәметкән. Мәҡәл.
КӨНКҮРЕШ ХЕҘМӘТЕ (Р.: бытовое обслуживание; И.: consumer services; T: servis) и.
Көндәлек тормош менән бәйле хеҙмәт күрһәтеү. □ Бытовое обслуживание. Көнку-реш хеҙмәте курһәтеу. ■ Халыҡҡа ер һөрөу, утын әҙерләп, ташып биреу, бесән килтереу һәм башҡа бик куп төрлө көнкуреш хеҙмәте курһәтәбеҙ. Картотека фондынан.
КӨН КҮРҺӘТМӘҮ (көн күрһәтмә-) (Р: мучить; И.: torment; T.: acı çektirmek) ҡ.
Интектереү, яфалау. □ Мучить (житья не давать).
КӨН КӘРТӘЛӘНЕҮ (көн кәртәлән-) ҡ. ҡар. кояш кәртәләнеү.
КӨНКАҒАР и. ҡар. күҙерек.
КӨН ҠОЛАҒЫ (Р: ореол солнца; И.: sun halo; T.: güneş ağılı) и.
Ҡояш тирәһендә нурланып торған ҡулса барлыҡҡа килеү, ҡолаҡсуҡ. □ Ореол солнца. доел. Уши солнца, реликт олицетворения.
КӨН КӨЛАКЛАНЫУ (көн ҡолаҡлан-) ҡ. ҡар. ҡояш ҡолаҡланыу. • Ай ҡолаҡланһа, аяғыңды нығыт, көн ҡолаҡланһа, ҡолаҡсыныңды нығыт. Мәҡәл.
КӨНҠУНЫШ и. диал. ҡар. көнбайыш.
КӨНЛӨК I (көнлөгө) (Р: -дневка; -днев-ный; И.: day’s rest; T.: günlük) и.
i. Төп һан менән килеп, билдәле бер ваҡыт араһын белдерә. □ В сочетании с числительным -дневка; -дневный. Биш көнлөк аҙна. Март айының тәуге ун көнлөгө ныҡ һыуыҡ булды. Ун көнлөк эш. Ете көнлөк сәйәхәт. ■ Бесәй менән эт балдаҡты Көмөш
байса алып ҡайтып биргәндә батша ҡуйған дурт көнлөк ваҡыт сығырға ике генә сәғәт ҡалған булған. Әкиәттән. • Аҡса-мал — бер көнлөк, ғилем-һөнәр — ғумерлек. Мәҡәл. Бер көнлөк юлға сыҡһаң, бер аҙналыҡ аҙыҡ ал. Мәҡәл. Ир аҡыллыһы өс йыллығын алдан уйлар, ҡатын аҡыллыһы өс көнлөгөн алдан уйлар. Мәҡәл. һаҡлап тотһаң — мең көнлөк, һаҡламаһаң — бер көнлөк. Әйтем.
2. Төп һан менән килеп, кеше үлгәндән һуң билдәле (3, 7, 40, 51) көн үткәс, уны иҫкә алыу көнө. □ В сочетании с числительным количества справлять поминки через определённое количество дней (3, 7, 40, 51). Мәрхумәнең 51 көнлөгөн уткәрергә йыйылдылар.
КӨНЛӨК II (көнлөгө) (Р: подёнщина; И.: work paid for by the day; T: gündelik iş) и.
Эш көнө иҫәбенән түләнә торған ваҡытлы йәки сезонлы эш. □ Подёнщина. Көнлөккә йөрөу. Көнлөккә ялланыу. Көнлөккә ураҡ урыу. Көнлөккә ялланып эшләу. ■ [Корбан:] Кистән әсәйем Сафа байҙарға көнлөккә бесән йыйырға вәғәҙә биргәйне. С. Ҡудаш. Шут баярында көнлөккә йөрөнөк ер тырмап, кәлтә ташып. Картотека фондынан. • Һунарсының көнлөгө бер тин. Әйтем.
КӨНЛӨК III (Р: подённый; И.: work paid for by the day; T: gündelik) c.
1. Бер көн эсендә булған йәки башҡарыла торған. □ Подённый; дневной. Көнлөк һауым. Көнлөк килем. Көнлөк эш хаҡы.
2. Бер көнгә билдәләнгән, бер көнгә тәғәйенләнгән. □ Дневной, достаточный, предназначенный на один день. Көнлөк аҙыҡ. Көнлөк норма. Көнлөк рацион.
3. һөйл. Көн һайын сыға торған, көн һайын ғәмәлгә ашырыла торған. □ Ежедневный, каждодневный. Көнлөк гәзит. Көнлөк отчёт.
КӨНЛӨКЛӨ (Р: подённый; И.: daily; Т: gündelik) с.
Көн иҫәбенән түләнә торған. □ Подённый. Көнлөклө эш булһа ла ярай инде.
КӨНЛӨКЛӘП (Р: подённо; И.: daily; T: günü gününe) р.
Эш көнө иҫәбенән. □ Подённо. Көнлөкләп эшләу. Көнлөкләп туләу. Көнлөкләп ялла
669