көнлөксө
ныу. ■ Таҡман баярҙарына көнлөкләп ураҡҡа йөрөй башланыҡ. Экспедиция материалдарынан. Әсәйем дә ҡыш буйына кешегә йөн, сус иләп, йәйен көнлөкләп эшләп, иш янына ҡуш яһай торғайны. Картотека фондынан.
КӨНЛӨКСӨ (Р.: подёнщик; И.: day labourer; T.: gündelikçi) и.
Көнлөккә ялланып эшләгән кеше. □ Подёнщик; подёнщица. ■ Тайбә башҡорт, татар сауҙагәрҙәренең өйҙәрендә көнлөксө булып эшләй башланы. X. Мохтар. Көс-ҡеуәте ташып торған егеттәр йортто уҙҙәренә һалалармы ни, шундай ихлас, куцел биреп эшләйҙәр, көнлөксө тимәҫһең дә. «Таң», 2 июль 2012. • Көнлөксө көнөн маҡтай. Әйтем. Көнлөксөгә көн оҙон, ҡарауылсыға төн оҙон. Мәҡәл. Көнлөксөгә көнөң төшмәһен. Әйтем.
КӨНЛӘП (Р.: по дням; И.: for days; T: günlerce) р.
1. Көн иҫәбенән, көн һайын. □ По дням, днями. ■ Сөйәлбай айлап тугел, көнләп уҫ-кән. Әкиәттән. Егерме ике йыл буйы көнләп, сәғәтләп, минутлап йыйылған ғумерҙе бер юлы ғына туңкәр ҙә ташла, имеш. М. Кәрим.
2. Төп һан менән килеп, көн, ваҡыт самаһын белдерә. □ В сочетании с числительным «около», «приблизительно». Китеуҙәренә ун көнләп булды инде. ■ [Нина менән Ғилмандың] Өфөлә айырылышҡандарына ун биш көнләп уҙып китте. Н. Мусин.
КӨНЛӘТӘ р. ҡар. көнөнә. Көнләтә барып ҡайтыу. ■ Берәуҙәре бесәнгә көнләтә йөрөнө. Икенселәре, бер юлы китеп, аҙналар буйы ғаиләһе эргәһенә ҡайтманы. Я. Хамматов.
КӨНЛӘҮ I (көнлә-) (Р: провести где-л. целый день; И.: pass a day somewhere; T: günü geçirmek) ҡ.
Кайҙалыр көн үткәреү. □ Провести где-л. целый день. Көнләп ҡалыу. ■ [Куҙыйкурпәс] дөйә көтөусеһе янында көнләне, ял итте. «Ҡуҙыйкурпәс менән Маянһылыу».
КӨНЛӘҮ II (көнлә-) ҡ. диал ҡар. көнләшеү. ■ Касим уның [Кәмәрҙец] Мариянан көнләуен һиҙҙе, шикелле. А. Таһиров. Улыңды көнләмә, уҙеңдән биҙҙермә. Картотека фондынан.
КӨНЛӘШЕҮ (көнләш-) (Р: ревновать; И.: be jealous (of); T: kıskanmak) ҡ.
1. Икенсе берәүҙән яратҡан кешеңде ҡыҙғаныу. □ Ревновать, приревновать. ■ Ниңә шулай әрнеп көнләшәһең? Көнләу — бик ҡырағай йола бит! Картотека фондынан. Айгөлдө уткенсе Илдарҙан көнләшеп ҡаянан һикереусе Ғәлимдең дә куңеле саф, теләктәре изге. И. Кинйәбулатов. Ә мин, ирем булһа, көнләшер инем, — тине Гәуһәр... — Кешеләр тугел, ҡоштар ҙа көнләшә белә. И. Абдуллин.
2. Кемдәлер ниндәйҙер өҫтөнлөк күреп, эстән үртәнеү. □ Завидовать. ■ Беҙҙең бәхеттән бөтә батальон һалдаттары көнләшә. Д. Юлтый. Егеттең айғырына һоҡланмаған кеше ҡалмаған, ти, бик яман көнләшә лә башланылар, ти. Әкиәттән. • Курше кур-шеһенән куреп, көнләшә. Әйтем.
3. Кемеңдер йәки нимәнеңдер айырым бер сифатына, үҙенсәлегенә һоҡланыу, ҡыҙығыу.
□ Стремиться превзойти кого, соперничать с кем. И [Мораҙым:] Лётчиктарға көнләшеп карай торғайным. Улар менән бергә булғым, бергә куктә һуғышҡым килә торғайны. Ғ. Әмири. Платов .. талғын ғына елдән дә көнләшеп ҡуйҙы. Их, бына әле ошо дала еле һымаҡ, уҙ иркеңдә булһаң ине! Д. Исламов. Сәлимәкәй төндә йоҡлағанда, ай көнләшә ҡыйғас ҡашынан. Халыҡ йырынан. Халҡы кутәргән кешенән йондоҙҙар ҙа көнләшәләр. М. Хәй. Һинең йылмайыуҙарыңа көнләшеп ҡарай сирень. Йырҙан.
КӨНЛӘШЕҮСӘН (Р: ревнивый; И.: jealous; T: kıskanç) с.
Яратҡан кешеһен ҡыҙғаныусан; кешенең эшенә, тормошона өҫтөнлөгөнә көнләшеп ҡараусы, көнсөл. □ Ревнивый, завистливый. Көнләшеусән ҡатын. Көнләшеусән курше. ■ Ижад кешеләре йыш ҡына бер-береһенән көнләшеусән, шул арҡала уҙ-ара дошманла-шыусан була, тигән һуҙҙәр бөтөнләй дөрөҫ тугел. Н. Ғәйетбаев.
КӨНЛӘШТЕРЕҮ (көнләштер-) (Р: возбуждать чувство ревности; И.: incite jealousy; T.: kıskandırmak) ҡ.
Көнсөлөк уятыу, көнләшеү хисе уятыу.
□ Возбуждать чувство ревности. Көнләштереп алыу. Көнләштереп йөрөу. ■ «Кеше
670