Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 671


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

көнө-төнө
көнләштерерлек итеп йәшәгеҙ, балалар. Матур, тырыш булығыҙ, бер-берегеҙҙе аңлашып йәшәгеҙ», — тип әсәһе теләк теләне. Р. Шаммас. • Көнләштереуҙәре — уйын, көнләшкәндәргә ҡыйын. Әйтем.
КӨНОҘОН р. диал. ҡар. көн буйы. Көноҙон эшләу. Көноҙон ял итеу. Көноҙон уйнау. Көноҙон ашау. Көноҙон ятыу. ■ Көноҙон уйнай балалар, барыбер уйнап туймайҙар. Сыйырсыҡтар ҡанат елпеп, көноҙон һайрап тора. Ш. Бикҡол. ■ [Гиппопотам] төнө буйы юшай ҙа, тац һыҙылыу менән һаҙлы йылғаға сумып, көноҙон көйшәп ята. Й. Солтанов. Көноҙон йылы нурҙарына ҡойондороп тәбиғәтте ҡыуандырған ҡояш инде әллә ҡасан уҡ яланғас ағастар аръяғына төшөп китте. И. Ноғоманов. Мәцге туйыу белмәҫ һыйырҙар, көноҙон ашауҙарына ҡарамаҫтан, һутлы сирәмгә килеп йәбешкән арала .. уҙебеҙ һәр төрлө уйын менән мауығабыҙ, башҡа саҡта баш етмәҫ мәҙәктәрен дә уйлап табабыҙ. И. Ноғоманов.
КӨНӨ (Р.: в определённое время; И.: on a particular day; T: günü) p.
Билдәле бер көндә. □ В определённое время, день. Бер яҙ көнө. Кыш көнө. Ял көнө. И Бер ял көнө кешеләр йыйналышып сыҡтылар ҙа әҙер бураны кутәреп тә ҡуйҙылар. Картотека фондынан. Бер йәй көнө уҙән буйына күмәкләшеп бесән сабырға барғандар. Әкиәттән.
КӨНӨ БӨТӨҮ (көнө бөт-) (Р: умирать;
И.: die; T.: ölmek) ҡ.
1. Ғүмере бөтөү; үлеү. □ Умирать, кончаться. // Умирание, смерть. Бахыр, көнө бөткәс нимә эшләһен инде.
2. Кәрәклеге бөтөп, ҡулланылмау. □ Быть ненужным. Бейәләйҙең көнө бөттө. Тундың көнө бөттө.
КӨНӨ БУЙЫ р. ҡар. көн буйы. ■ Көнө буйы Стәрлебаш урамдарында япа-яңғыҙы йөрөүҙән ялҡҡас, Бейеште иҫенә төшөрөп, ул [Мифтахетдин] йәнә ашҡынды. Я. Хамматов. [Гөлзөһрә — Илһамға:] Үҙең көнө буйына ошо тиклем ерҙә яңғыҙ йөрөргә ҡурҡмайһыңмы һуң? Н. Мусин.
КӨНӨН (Р: днём; И.: in the daytime; T.: gündüz) р. һөйл.
Көндөҙ. П Днём. Көнөн эштә, төнөн дежурҙа.
КӨНӨНДӘ (Р: в тот же день; И.: on the very day; T.: gününde)/?.
Шул уҡ көн эсендә. □ В тот же день, за день. И Әхмәҙиәнең һуңғы ваҡытта ҡорҙашына һуғылғаны юҡ, хәҙер район еренә әллә ни юл да төшмәй, төшкәндә лә, кешелә ҡунып ятырға тырышмай, көнөндә әйләнеп ҡайтыу яғын ҡарай. Р. Солтангәрәев. Был хәбәр бөтә тирә-яҡ ауылдарға көнөндә таралып өлгөрҙө. Экспедиция материалдарынан.
КӨНӨНӘ р. ҡар. көнөндә. Көнөнә ҡалаға барып ураным. ■ Көнөнә ике тапҡыр эскән мосай ыумасын да шыйыҡ ҡына итеп бешерә башланы әсәйем. Й. Солтанов. Бығаса көнөнә егерме-егерме биш саҡрым атлаған ғәскәрҙең йөрөшө тиҙләтелде, ял, ҡуналҡа сәғәттәре ҡыҫҡартылды. Ә. Хәкимов.
КӨНӨН-ТӨНӨН (Р: днём и ночью; И.: the clock round; T.: gece gündüz)/?.
Тәүлек әйләнәһенә; көнө-төнө. □ И днём, и ночью, днём и ночью; постоянно. Көнөн-төнөн ҡарауыллап йөрөу. Беҙҙең өйҙә көнөн-төнөн тыныс. ■ Урал, Шулгән икәуләп, көнөн-төнөн, ай-йыл һанап, тау артылып, һыу кисеп, ҡара урмандар утеп, һаман алға киткән, ти. «Урал батыр». [Фәтхиә] көнөн-төнөн Хәйретдиндең башы осонда ултырҙы. Я. Хамматов. Әнүәр Ибраев уҙен эштә танытырға ашҡынды, көнөн-төнөн ферманан ҡайтманы. Р. Камал. Тоҙ тауы көнөн-төнөн ҡаты һаҡ аҫтында тотола: дурт мөйөшөндә лә башы ябыулы бейек ҡойма, һәр береһенә икешәр туп ҡуйылған, мылтыҡ-ҡылыслы һаҡсылар тора. 3. Ураҡсин. Көнөн-төнөн ағас башында уткәргән тейендәр, ботаҡтан ботаҡҡа һикереп ҡасырға тырышһалар ҙа, ҡотола алманылар. К. Мәргән.
КӨНӨ-ТӨНӨ (Р: день и ночь; И.: round the clock; T.: gece gündüz)/?.
Тәүлек әйләнәһенә; һис туҡтауһыҙ, һәр ваҡыт; көнөн-төнөн. □ День и ночь, днём и ночью; беспрестанно. Көнө-төнө эшләу. Көнө-төнө юлда йөрөу. ■ Карт менән улы көнө-төнө эшләп тә ҡарайҙар, аҡса еткерә алмайҙар. Әкиәттән. Көнө-төнө ғәйрәтләнеп шашынған март бурандары ла куңелдә нин-
671