көнсө
дәйҙер ашҡыныулы хистәр уятты. Т. Хәйбуллин. Матур һүҙҙәр көнө-төнө яуа, мәкер юҡтыр унда бер бөртөк. Картотека фондынан.
КӨНСӨ с. ҡар. көнсөл. Көнсө ҡатын. Көнсө дошман. ■ Ялған, барыһы ла көнсө дошман һүҙе генә. Ғ. Ибраһимов. Әтәс батыр ҡанаттарын ҡағып ала, ки-кри-күк тип, ғәйрәт менән һөрән һала. Ошо хәлде көнсө тауыҡ ҡарап тора һәм үҙенсә бик аҡыллы план ҡора. X. Ғиләжев. • Көнсө көнө — көйөнөс. Мәҡәл.
♦ Көнсө күбәләк бик ныҡ көнләшеүсән кеше тураһында. □ О ревнивом человеке. Көнсө күбәләктең күҙе гел кеше малында.
КӨНСӨЛ (Р.: ревнивый; завистливый; И.: jealous; T.: kıskanç) с.
1. Кемдеңдер тоғролоғонан йәки мөхәб-бәттәге сафлығынан шикләнеүсән; икенсе берәүҙән яратҡан кешеһен урынлы-урын-һыҙ ҡыҙғаныусан. □ Ревнивый. Көнсөл ир. ■ Уның [был ирҙең] көнсөл кеше икәнлегенә иманым камил ине. Д. Юлтый. [Сураҡай:] Уның [Юлғотло] һымаҡ көнсөл кешегә кеше күҙе төшмәй торған ҡатын кәрәк. М. Буранғолов.
2. Тар күңелле, башҡаларҙа ниндәй ҙә булһа өҫтөнлөк күреп, көнләшә торған. □ Завистливый. Көнсөл кеше. Я Батша, донъяла минән дә бай кеше булмаҫҡа тейеш, тип йәшәгән ҡара эсле, көнсөл бер нәмә булған. Әкиәттән. ® Көнсөл кеше көн күрмәҫ. Мәҡәл. Яман кеше — көнсөл. Мәҡәл.
КӨНСӨЛ КҮҘ (Р: дурной глаз; И.: evil eye; T: kem göz) и.
Көнләшеп ҡараған кешенең күҙе; яман күҙ. □ Дурной глаз; глаз, способный сглазить. ■ Көнсөл күҙ, айға ҡара! Унда һинең күк ялтыр тәтәйең. Башҡорт мифологияһынан.
КӨНСӨЛЛӨК (көнсөллөгө) (Р: ревнивость; И.: jealous; T.: kıskançlık) и.
1. Кемдеңдер тоғролоғонан йәки мөхәб-бәттәге сафлығынан шикләнеү; тәрән шомланыу. □ Ревность. Көнсөллөк хисе тыуыу. Көнсөллөк тамыры. Һуҡыр көнсөллөк. И Һуҡыр көнсөллөк Нажияның аҡылын томалай, әгәр иренең энә осо ҡәҙәр генә хыянатын һиҙеп ҡалһа, ниндәй ләззәт менән үс
аласағын уйлап хыяллана. «Торатау», 11 ноябрь 2011.
2. Башҡаларҙың ниндәйҙер өҫтөнлөгөнән, уңышынан көнләшеү. □ Зависть. Көнсөллөк килеү. Көнсөллөк күрһәтеү. ■ Ябай ауыл ҡыҙының былай кинәт күтәрелеп китеүе күптәрҙең көнсөллөгөн килтерҙе. Ғ. Ибраһимов. Мөмкин булһа, көнсөллөк менән үҫеп, күптән дөйә булыр ине бик күп көсөк. Картотека фондынан. Оло Эйек буйын яңғыратып йырлап ебәреүен [Тимербайҙың] сикһеҙ ҡыуаныс, хатта бер тиклем көнсөллөк тойғоһо менән тыңлай ине ул [Иштуған].
3. Биишева.
КӨНСӨЛӨК (көнсөлөгө) (Р: ревность; зависть; И.: jealousy; T: kıskançlık) и.
1. Яратҡан кешенең тоғролоғонан йәки мөхәббәттәге сафлығынан шикләнеү, икенсе берәүҙән ҡыҙғаныу тойғоһо. □ Ревность. / Ревнивый. Көнсөлөк тойғоһо. Көнсөлөк хисе.
■ Епшек ҡарҙы йомарлап алды ла Йәмилә Афзалға ырғытты. Был шаярыу Гүзәл йөрәгендә көнсөлөк хистәре урғытты. С. Ҡудаш. • Көнсөлөк — ғишыҡтың тоҙо. Әйтем.
2. Башҡаларҙа ниндәйҙер өҫтөнлөк күреп, көнләшеү тойғоһо. □ Зависть. / Завистливый. Көнсөлөк килеү. Көнсөлөгөнән нимә эшләргә белмәне. Көнсөлөк — насар тойғо.
■ Бабай менән әбей кинйә улдарынан кинәнеп бөтә алмаған. Сәлмәндең былай булыуы Кәмән менән Сәмәнгә бер ҙә оҡшамаған. Уларҙың көнсөлөгө килгән. Әкиәттән. • Яҡшы һүҙ әйтте тип һөйөнмә, ихласлығын күрмәйсә, яман һүҙ әйтте тип көйөнмә, көнсөлөгөн күрмәйсә. Мәҡәл.
КӨНСӨЛӘҮ (кәнсәлә-) ҡ. диал. ҡар. көнләшеү 2. Көнсөләү ҡорт кеүек ул, үртәндерә, яндыра, йөрәкте күмергә ҡалдыра. о Күрше күршенән күреп көнсөләй. Әйтем.
КӨНСӨ ЯУ (Р: нашествие врага; И.: incursion; T.: salgın) и. иҫк.
Дошман яуы. □ Нашествие врага. ■ Тыуған илгә һөйөнөс килтерҙегеҙ, көнсө яуға көйөнөс килтерҙегеҙ. Картотека фондынан.
КӨНСЫҒЫШ (Р: восток; И.: east; Т.: doğu) и.
672