КӨНТЫУЫШ
1. Ҡояш сыҡҡан яҡ, көнбайышҡа ҡапма-ҡаршы ятҡан донъя тарафтарының береһе, шәреҡ. □ Восток (сторона света). / Восточный. Көнсығышҡа ҡараған тәҙрә. Көнсығыш сик. Көнсығыштан иҫкән ел. ■ Кояш байышындамы ҡыҙыллыҡ һүнеп бөтмәгән, көнсығыштан алланып тац ҡалҡа башлаған. һ. Дәүләтшина. Кояш байығанда көнсығыш ҡыҙарһа, иртәгеһен ямғыр яуа. Һынамыш. Канһыраған ғәскәр көнсығышҡа, иңрәп кенә сигә көноҙон. Т. Ғәниева. Көнсығышта кук көмбәҙенец яртыһынан артығы тиңдәшһеҙ яҡты балҡыш менән солғанған. М. Кәрим. Бер мәл ҡаланың көнсығыш ҡапҡаһынан, солтан ебәргән буләктәрҙе тейәп, дөйә каруаны килеп керҙе. Ә. Хәкимов. [Бейеш] Тыуған илен һағына башлағас, таныш һалдаттар ярҙамында Рәсәйҙең көнсығыш сиген уҙып, Уралға ҡайтты һәм шунан бирле ҡасҡын булып йөрөй. Я. Хамматов.
2. (баш хәреф менән) Ҡояш сыҡҡан тарафтағы ер һәм илдәр, шәреҡ. □ Восток. / Восточные страны. Алыҫ Көнсығыш. Яҡын Көнсығыш. Көнсығыш Европа. Көнсығыш илдәре. ■ Губерна башлығы бик етди төҫ менән Рәсәй дәуләтселегенең Урта Азия һәм Көнсығышҡа ҡарата булған яңы сәйәсәтен һөйләп бирҙе. 3. Ураҡсин.
3. миф. Ҡояштың ҡалҡҡан ере (ыңғай семантикаға эйә). □ Восток, место захода солнца (в башкирской мифологии имеет положительную семантику).
КӨНСЫҒЫШ ИЛДӘРЕН ӨЙРӘНЕҮ ФӘНЕ (Р.: востоковедение; И.: Oriental studies T.: doğu bilimleri, şarkiyat) и.
Көнсығыш илдәрен (шәреҡте) өйрәнеү фәне, шәрҡиәт. □ Востоковедение. Көнсығыш илдәрен өйрәнеу фәненән имтихан тапшырҙыҡ. И Көнсығыш илдәрен өйрәнеу фәне шәреҡ илдәр енең тарихын, иҡтисадын, фәлсәфәһен, телдәрен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен өйрәнеусе фәндәрҙе уҙ эсенә ала. Интернет селтәренән.
КӨНСЫҒЫШСА (Р.: по-восточному; И.: in the Oriental way; T.: doğu) р.
Көнсығыш илдәренә, көнсығыш халыҡтарына хас булғанса. □ По-восточному. ■ Беҙгә бит куберәк көнсығышса фекер йөрөтөу
хас — күҙәтеү, хыялға бирелеу, һоҡланыу, моңланыу. Интернет селтәренән.
КӨНСЫҒЫШСЫ (Р: востоковед; И.: Orientalist; T.: şarkiyatçı) и.
Көнсығыш илдәрен (шәреҡте) өйрәнеүсе, шәрҡиәтсе. □ Востоковед. Көнсығышсы булыу. Көнсығышсы тикшеренеуҙәре.
КӨНСЫҒЫШТАҒЫСА (Р: как в восточных странах; И.: like in eastern countries; T.: doğudaki gibi) р.
Көнсығыш илдәрендәгесә. □ Как в восточных странах. Көнсығыштағыса кейенеу. Көнсығыштағыса йәшәу. ■ Беҙгә көнсығыштағыса иғтибарлы, ихтирамлы булырға өйрәнергә кәрәк. «Киске Өфө», 30 июль 2011.
КӨН ТЕЙЕҮ (көн тей-) ҡ. ҡар. көн һуғыу. Сөгөлдөр утағанда башыма көн тейгән.
КӨНТӨТӨЛОУ и. диал. ҡар. ҡояш тотолоу. И Айҙың, Ер менән Кояш араһына тура килеп, Кояшты ҡаплауын беҙҙең яҡта көн тотолоу, тиҙәр. Экспедиция материалдарынан. Көн тотолоуҙы ҡара быяла аша ҡарарға кәрәк, юғиһә күҙҙе яндыра. Картотека фондынан.
КӨН-ТӨН (Р: день и ночь; И.: day and night; T.: gece gündüz)/?.
Бер туҡтауһыҙ, һәр ваҡыт; көнөн дә төнөн дә; көнө-төнө. □ День и ночь, днём и ночью; беспрестанно. Көн-төн уҡыу. Көн-төн ямғыр яуа. һыуытҡыс көн-төн туҡтауһыҙ эшләй. ■ Көн-төн барған тентеү, ҡыуғын Сурағолға ауылда ҡалырға һис мөмкинлек бирмәне. Т. Хәйбуллин. Зәлифәкәй бахыр көн-төн илай, уҙ ағаһы һатҡас малдарға. Халыҡ йырынан. [Яманһаров:] Йәмәғәт, көн-төн беҙҙең турала ҡайғыртҡан, беҙҙең хаҡта хәстәрлек куреп, клиникабыҙҙың данын һаҡлаған шул Каҙнабаев Ғәйнияр Ғәйнуллович инде. Р. Солтангәрәев. Минең ҡыҙым көн-төн уҡый бит ул, шуға куп белә. Экспедиция материалдарынан.
КӨН-ТӨН ТИГЕҘЛЕГЕ (Р: равноденствие; И.: equinox; T.: gündönümü) и.
Көн менән төндөң тиңләшеүе. □ Равноденствие. Көҙгө көн-төн тигеҙлеге. Яҙғы көн-төн тигеҙлеге.
КӨНТЫУЫШ и. диал. ҡар. көнсығыш.
■ Кояш ҡалҡҡан тарафты беҙҙә көнтыуыш
22-1.0117.12
673