Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 674


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨН ТӘРТИБЕ
тиҙәр. Экспедиция материалдарынан. Ҡапыл донъяны ҡолаҡ тондорғос геуләу баҫты. Кутәрелеп ҡараһа, ни куҙе менән курһен, бөләңгерт кук йөҙөн иңләп, көнтыуыш тарафҡа иҫәпһеҙ самолёт ағыла. Ә. Хәкимов. Иҙел көнтыуыштан көнбайышҡа ҡаратып сығып киткән, ти. Халыҡ ижадынан.
КӨН ТӘРТИБЕ (Р.: повестка дня; И.: order of business; T.: program) и.
1. Йыйылышҡа тикшереү өсөн ҡуйылған мәсьәләләр. □ Повестка дня. ■ Сибәғәтул-лина яйлап ҡына йыйылыштың көн тәртибен аңлатты. Р. Солтангәрәев. Мәғариф мини-стрлығында йыйылыш бара. Көн тәртибендә бер генә мәсьәлә — райондарҙа уҡыусыларҙың йәйге ялын ойоштороуҙың утәлешен тикше-реу. Картотека фондынан.
2. Көн дауамында башҡарыла торған эш тәртибе. □ Порядок дня. Көн тәртибен яҙып элеу.
3. Эш йәки уҡыу урынындағы тәртип ҡағиҙәләре. □ Правила внутреннего распорядка. Мәктәптең көн тәртибен раҫлау.
КӨН ҮҘӘГЕ (Р: полдень; И.: noon T.: öğle) и. диал.
1. Көндөң уртаһы, төш ваҡыты; төш, өйлә. □ Полдень. ■ Энәк бер нигә лә иҫе китмәй, тыныс ҡына ойоп, боҫрап ятыуын белә. Томра көн уҙәгендә ғәме бер генә: ерҙе һуғарыу, һауаға дым таратыу. Р. Камал. Көн уҙәгендә ярайһы уҡ ҡыҙҙырһа ла, кискә табан һалҡынайта, килеп-килеп ямғыр яуып ебәрә. Ә. Хәкимов. Бер саҡ, көн уҙәгендә, уйнап-көлөп, ҡысҡырышып, һыу сәсрәтешеп, һыуҙың һылыу ҡыҙҙары килеп сыҡҡандар. Әкиәттән. Әле, һыуытып, ырашҡы яуа, шунан, аяҙытып, көн уҙәгендә арыу уҡ йылытып ебәрә лә, бер-ике көндән ямғыр һибәләргә тотона. Я. Хамматов.
2. миф. Көндө йәнләндереп һүрәтләү реликты. □ Полдень, доел. Сердцевина дня (реликт олицетворения ).
КӨН ҮТЕҮ (көн үт-) ҡ. диал. ҡар. көн һуғыу. И Көн уткән, ахыры, башым ауырта. Картотека фондынан.
КӨН-ФӘЙӘКҮН [ғәр. ûA* (Р.: будь, и оно будет; И.: let it be!; T.: kün, feyekûn) кит. иҫк.
«Бул!» тип әйтеү менән үк була (бер һуҙҙе дөрөҫләгәндә әйтелә). □ Будь, и оно будет (фраза из Корана). ■ [Аҡһаҡал:] Йомартлыҡтан мөлкәт кәмемәй ул. Көн-фәйәкун! М. Кәрим.
КӨН ҺАЙЫН р. ҡар. көн дә. ■ Һәм, ҡыҙым, Ватан ошо ул: һин баҫып торған урын, һәм һинең көн һайын иртән уйнарға сыҡҡан юлың. Р. Ниғмәти.
КӨН ҺУҒЫУ (көн һуҡ-) (Р: получать солнечный удар; И.: get a sunstroke; T.: güneş çarpması) ҡ. диал.
Ҡояш эҫеһенең зарары тейеү. □ Получить солнечный удар. И Көнө буйы ялан баш йөрөп, көн һуҡҡан. Экспедиция материалдарынан. Көн һуҡҡандыр, башы эҫе, бите яна. Ф. Сәлимова.
КӨН ҺЫНДЫРЫУ (көн һындыр-) (Р: становиться теплее; И.: get warm; T: ısınmak) ҡ.
Ҡаты һыуыҡтан һуң, йылытыу. □ Становиться теплее после сильных морозов. Март башы. Көн һындырырға уйламай ҙа әле.
КӨН ШАҢҒЫУ и. диал. ҡар. әбейҙәр сыуағы. Көн шаңғыуҙа туйҙар уткәрелә.
КӨНШӘГӘЙ (Р: простой; И.: simple; T.: basit) с. диал.
Ябай, эскерһеҙ. □ Простой, откровенный. Көншәгәй кеше. ■ Үҙенсәлекле, төрлө ҡарашлы һәм фекерле шәхестәр, көншәгәй һәм лайыҡлы кешеләр менән аралашып һөйләшеу уҙе бер ғумер тугелме ни? «Йәшлек», 1 февраль 2009. Фатима Мостафина заманында бик куптәргә эскерһеҙ ярҙам итте. Ябай ҙа, ихлас та, көншәгәй ҙә кеше ине ул. «Йәшлек», 2 август 2011.
КӨНЬЯҠ (көньяғы) (Р: юг; И.: south; T.: güney) и.
1. Донъяның дүрт яғының береһе: төньяҡҡа ҡаршы булған яҡ, ҡибла. □ Юг. / Южный. Көньяҡ битләу. Ел көньяҡҡа боролдо. Көньяҡтағы тәҙрә. Көньяҡ ярымшар. Көньяҡ кук йөҙөндәге бер йондоҙлоҡ Оло Арлан тип атала. ■ Төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылған ике урамды ҡап урталай ярып йылға аға. Д. Бүләков. Артабан инде, ҡырлас тауҙың көньяҡ һөҙәгенән башлап, һары диңгеҙ кеуек тулҡынып, сиге ҡайҙа икәне куренмәгән иген яланы йәйелеп ята. Һ. Дәүләтшина.
674
00:00
00:00
00:00