КӨН ЭЛЕК
Баяраҡ ҡына ҡаланыц көнъяғында ағарып күренгән офоҡ ҡайһы арала шулай шомло ҡараңғылыҡҡа сумып өлгөргән һуң? Р. Солтангәрәев.
2. Берәй урындың (илдең, континент-тың һ. б.) шул йүнәлештә урынлашҡан өлөшө. □ Южная часть страны, континента. Көнъяҡ Америка. Көнъяҡ Урал. ■ Яҙма документтарҙан куренеуенсә, башҡорттар бына хәҙер бер мең йылдан артыҡ ваҡыт Көнъяҡ Уралдың ерле халҡы булып иҫәпләнә. Н. Мәжитов. Дунай йылғаһының уҙәндәрендә йәшәгән хәҙерге венгрҙар бик боронғо замандарҙа Көнъяҡ Уралда һәм Ағиҙел, Кама буйҙарында йәшәгән. Ж. Кейекбаев.
3. Климаты йылы яҡ. □ Юг, тёплые края. Көнъяҡ климаты. Көнъяҡ уҫемлеге. Көнъяҡ кешеһе. Көнъяҡҡа барыу. Көнъяҡ диңгеҙҙә ял итеу. И Ике тапҡыр яҙғы һыуҙар ташты, ике йәй килтерҙе ҙур ҡояш. Икенсе ҡат балалар уҫтереп көнъяҡтарға китте ҡош-ҡорттар. Ғ. Сәләм. Алое — ләлә сәскәләр ғаиләһенә ҡараған итләс ҡыяҡ япраҡлы көнъяҡ уҫемлеге. Картотека фондынан.
КӨНЬЯҠ-КӨНБАЙЫШ (Р.: юго-запад; И.: southwest; T.: güneybatı) и.
Көньяҡ менән көнбайыш араһындағы тараф; шул яҡтағы урын. □ Юго-запад. / Юго-западный. Көнъяҡ-көнбайыш тимер юл селтәре. Әгәр төнъяҡ-көнсығышҡа табан барғанһығыҙ икән, кире ҡайтҡанда көнъяҡ-көнбайышҡа табан китергә кәрәк. ■ Кыпсаҡтарҙың йәшәу урыны булып, Башҡортостандың көнъяҡ-көнбайыш һәм көнъяҡ райондары иҫәпләнгән. Р. Янғужин.
КӨНЬЯҠ-КӨНСЫҒЫШ (Р: юго-восток; И.: southeast; T.: güneydoğu) и.
Көньяҡ менән көнсығыш араһындағы тараф; шул яҡтағы урын. □ Юго-восток. / Юго-восточный. Көнъяҡ-көнсығышҡа табан. Көнъяҡ-көнсығыш райондар. ■ Урал тауҙарының көнъяҡ-көнсығышындағы сиге күренмәй йәйелеп ятҡан киң, тигеҙ яланды ҡырҡып уткән оҙон, һай йәйпе йылға буйына Ялпаҡйылға ауылы ултырған. Ғ. Дәүләтшин. Беҙ [һалдаттар] әкренләп фронт һыҙығын тигеҙләп, оборонаға әҙерләнә башланыҡ: беҙҙең бурыс дошмандың көнъяҡ-көн
сығыш йунәлешендәге хәрәкәттәрен туҡтатыу ине. 3. Ураҡсин. Төрки телдә һөй-ләшеусе һундар беҙҙең эраға саҡлы уҡ әле көнъяҡ-көнсығыш чиндар (ҡытайҙар) менән сиктәш йәшәй. «Ағиҙел», № 5, 2010.
КӨНЬЯҠ КӨТӨП (ҡотобо) (Р: Южный полюс; И.: South Pole; T.: güney kutbu) и.
Ер шарының иң көньяҡ нөктәһе. □ Южный полюс. Көнъяҡ ҡотопҡа сәйәхәт. Ер шары кусәренең ике осо була: береһе — Көнъяҡ ҡотоп, икенсеһе — Төнъяҡ ҡотоп.
КӨНЬЯҠТАҒЫСА (Р: как в южных странах; И.: like in the south; T.: güneydeki gibi)p.
Көньяҡта кеүек; көньяҡ илдәренә хас булғанса. □ Как в южных странах; по-южному. Көнъяҡтағыса кейенеу. Көнъяҡ-тағыса йәшәу. Ҡояш быйыл көнъяҡтағыса ҡыҙҙырҙы: куләгәләге эҫелек хатта 40 градусҡа барып етте.
КӨН ЭЙӘЛӘРЕ (Р: хозяева дней; И.: spirits of particular days; T.: gün iyesi) и. миф.
Башҡорт мифологияһына ярашлы, һәр көндөң эйәһе. □ Хозяева дней, духи (по представлениям башкир, у каждого дня есть свой дух, хозяин).
КӨН ЭЛГӘРЕ (Р: на день раньше; И.: day before; T.: önceki gün) p.
1. Бер көн алдан. □ На день раньше. Кон элгәре әҙерләп ҡуйыу. ■ Иң яҡшы аттарҙы парлап егеп, бәйгенән бер көн элгәре киттеләр улар. Б. Бикбай. Мәжлес етерҙән бер көн элгәре ук минең кәйеф боҙола, уң куҙемдең өҫкө ҡабағы тарта. Й. Солтанов.
2. Ваҡытынан алда, алдан уҡ. □ Раньше времени, заранее. Көн элгәре борсолоу. Көн элгәре хәуефләнеу. ■ [Ирназар] ул көндәргә етәһе бар әле, тип уйлап, куңелендә ҡош булып талпынған өмөтөн көн элгәре өркөтөп ҡуйыуҙан хәуефләнә. Н. Мусин. «Көн элгәре йәукәләмәгеҙ, ҡыҙҙар. Мин дә шикләнәм был эшкә», — тине ул ҡапҡа төбөнә еткәс, туҡталып. Н. Мусин. Уның был уйын көн элгәре белмәгән Алдар уҙенең ант ите-уенә укенеп тә ҡуя. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». • Йомортҡа һалмаҫ тауыҡ көн элгәре ҡытаҡлар. Мәҡәл.
КӨН ЭЛЕК р. ҡар. көн элгәре.
22*
675