Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 676


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

көнәлкә
КӨНӘЛКӘ с. диал. ҡар. көнсөл. Көнәлкә ир. Көнәлкә булыу. ■ Борон-борон заманда тугел, беҙҙең көндәрҙә бер ауылда ут куршеләр йәшәп ята, ти. Татыу ғына булһалар ҙа, таш йорттоң хужаһына кур-шеһенең тауығы — ҡаҙҙай, аттары Аҡ-буҙаттай куренә лә ҡуя, ти. Хәҙер көнәлкә хужа куршеһенең атын дауайлаша башлаған. «Башҡортостан», 13 апрель 2012.
КӨНӘРКЕ (Р.: ненасытный; И.: insatiable; T: açgözlü) с. һөйл.
Ҡәнәғәт булмаған, бары менән риза булмаған. □ Ненасытный, неумеренный в запросах, требованиях. Көнәрке кеше. Көнәрке булыу.
КӨНӘРКЕҮ (көнәрке-) (Р: проявлять неумеренность в запросах; И.: display incon-tenance; T.: doyumsuz olmak) ҡ. һөйл.
1. һөйл. Ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтеү, бары менән риза булмау. □ Проявлять неумеренность в запросах, в желаниях, не довольствоваться имеющимся. Көнәркеп йөрөу. Көнәркеп йәшәу. Юҡ-барға көнәркеу. Көнәр-кеу яҡшы ғәҙәт тугел инде ул.
2. диал. Үҙеңде бик юғары баһалау, әллә кем булыу. □ Возомнить о себе. Көнәркегән булып, арыу ҙан-арыу ҙы һорайҙар был ҡыҙҙар.
КӨНӘРКӘШ I (Р: ревнивый; И.: jealous; T.: kıskanç) с.
1. Көнсөл. □ Ревнивый. Көнәркәш ир.
2. Эштә, тормошта кешенән уҙҙырырға тырышҡан, сәмле. □ Завистливый.
КӨНӘРКӘШ II (Р: соревнуясь; И.: rivalling; T.: rakip ҫе) р.
Ярышып, сәмләнеп. □ Соревнуясь, с задором. Көнәркәш эшләу. ■ Улар [малайҙар] кемуҙарҙан көнәркәш эшләй, һалабаш һыҙыралар. Ж. Кейекбаев. Бер нисә егет [таҡмаҡтарҙы ] көнәркәш теҙеп әйтәләр һәм шунда уҡ уҙ ижадтарын да ҡушып, арттырып ебәрәләр. К. Мәргән. Колағында алҡаһы, елберләгән һылыуҙай, көнәркәш уҫкән ағаслы, балаһын көткән әсәләй, ҡуйынын асҡан ҡаялы; ҡайнап-ҡайнап ҡабарып, ҡалҡып килгән болоттай, ҙур япраҡлы ағастай, куренеп ятҡан Уралтау! «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
КӨНӘРКӘШ III (Р: соперница; И.: rival; T.: rakip) и.
Мөхәббәте кем менәндер уртаҡ ҡатын-ҡыҙ. □ Соперница. ■ [Альберт:] Ниңә, Тәнзилә һинең көнәркәшеңме ни? Ул йондоҙ булһа, һин минең өсөн яҡты ай бит, Хәҙисә. Ғ. Ибраһимов.
КӨНӘРКӘШЕҮ (көнәркәш-) (Р: проявлять соперничество; И.: compete; vie; T.: rekabet etmek) ҡ.
Сәмләнеү, ҡалышмаҫҡа, уҙҙырырға тырышыу. □ Проявлять соперничество, соперничать. Көнәркәшеп донъя көтөу. Көнәркәшеп эшләу. ■ Көнәркәшеуе яҡшыға булды әле: машина ала алмай йөрөй инек, куршебеҙ яңы автомобиль алғас, ирем тотҡан да кредитҡа килешеу төҙөгән. Экспедиция материалдарынан.
КӨНӘРКӘШЛӘНЕҮ (көнәркәшлән-) (Р: завидовать; И.: compete; T.: kıskanmak) ҡ. диал.
Көнсөллөк күрһәтеү. □ Завидовать, быть завистливым.
КӨНӘС (Р: солнцепёк; И.: the heat of the sun; T.: güneşli taraf) и. диал.
Ҡояш төшкән ер. □ Место, куда падает солнце, солнцепёк. / Солнечный. Көнәс урын. Көнәс ер. Көнәстә еләк тиҙерәк бешә.
■ Гөрләп аҡҡан инеш буйлап таллыктар һуҙылып киткән, көнәстә ҡара бөрлөгән ҡыуаҡтары куренә. Ә. Бикчәнтәев. Дарыу улән-дәрен көнәстә киптермәйҙәр. Картотека фондынан.
КӨНӘСЛЕК (көнәслеге) и. диал. ҡар. көнәс. Көнәслеккә еңгәсәйҙәр йыйыла. Йылы яҡта бар ер ҙә көнәслек кеуек.
КӨНӘСЛӘНДЕРЕҮ (көнәсләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. көнәсләнеү. понуд. от көнәсләнеү. Ағастарҙы ҡырҡып, баҡсаны көнәсләндереу.
■ Йәшел помидорҙар бешеп өлгөрһөн өсөн, ниндәй ҙә булһа урынды көнәсләндереп, теҙеп һалырға кәңәш ителә. Картотека фондынан.
КӨНӘСЛӘНЕҮ (көнәслән-) (Р: превратиться в место, куда постоянно падает солнце; И.: sun; T.: güneşlenmek) ҡ.
Ҡояш төшкән урынға әйләнеү. □ Превратиться в место, куда постоянно падает солнце. Ҙур ҡарағайҙы ҡырҡҡас, ишек алды
676